29 ғинуар

көнө

29 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 29-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 336 көн ҡала (кәбисә йылында 337).

29 ғинуар
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 29 ғинуар Викимилектә
ғинуар
ДшШшШрКсЙмШмЙк
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер: Ядро һуғышы ҡурҡынысына ҡаршы тупланыу көнө.
Милли
  •  АҠШ: Ирекле фекерлеләр көнө.
    • Һуҡырҙарҙы йөрөтөүсе эттәр көнө.
    • Ҡәнәфер көнө.
    • Башватҡыстар көнө.
Һөнәри
  •  Беларусь: Фән көнө (ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһе).
  • Молдавия: Прокуратура көнө.
  •  Рәсәй Федерацияһы: Нимәнелер беренсе асыусы сәйәхәтсе-тикшеренеүселәр көнө.

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Руденко Сергей Иванович (1885—16.07.1969), этнограф, антрополог, археолог, географ һәм гидролог. Башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, хужалығы һәм ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тураһындағы хеҙмәттәр авторы. 1942—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Этнография һәм антропология институтының бүлек мөдире. География магистры (1917), техник фәндәр докторы (1945), профессор (1919). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954).
  • Йәнәкәев Хәсән Кәрим улы (1910—17.12.1984), ғалим-селекционер. 1945—1984 йылдарҙа Ҡара тупраҡлы булмаған зона баҡсасылығы ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү): өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1957 йылдан — директор урынбаҫары, 1961 йылдан — бүлек мөдире, 1968—1984 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1958), профессор (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Сталин премияһы лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
  • Махов Александр Феофанович (1930—28.10.2004), инженер технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1953 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән: 1969—1984 һәм 1987—1996 йылдарҙа баш инженер, 1984—1987 йылдарҙа директор. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1971) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1977), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1980) һәм почётлы нефтсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Владимировский ауылынан (1960-сы йылдарҙа бөткән).
  • Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (1950), ғалим-тарихсы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премия лауреаты (2010).
  • Сергеева Лидия Ивановна (1955), ветеран-педагог, 1990 йылдан Күмертау педагогия колледжының бүлек мөдире. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.
  • Әхмәр Үтәбай (1960), журналист, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Тептев Василий Филиппович (1938—9.01.2017), аппаратсы. 1961—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Нордовка ауылынан.
  • Сурин Фазылйән Айса улы (1943), педагог. 1970 йылдан Хәйбулла районы Оло Әбеш урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1977 йылдарҙа директор урынбаҫары, 1977—2005 йылдарҙа — директор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
  • Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (1953), режиссёр, йәмәғәтсе. 1975—1977 һәм 1979—1986 йылдарҙа «Баштелефильм» ижади-производство берекмәһе режиссёры, 1991 йылдан — директоры, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының художество етәксеһе, 1997 йылдан — «Башҡортостан» киностудияһы, 2006 йылдан — Башҡорт дәүләт академия драма театры, 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. 2000—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографисы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
  • Мингазов Занфир Әнғәм улы (1953—19.10.2011), табип-эпидемиолог. 1980—2011 йылдарҙа Дүртөйлө район санитар-эпидемиология станцияһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Етембәк ауылынан.
  • Саҡаев Заһир Фәтхелбаян улы (1953), табип-эпидемиолог. 1979 йылдан Белорет санитар-эпидемиология станцияһы табибы, 1981 йылдан — бүлек мөдире; 1988 йылдан Белорет медицина училищеһы директоры, 2000—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы; 2008 йылдан — Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Этҡол ауылынан.

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Был көндө вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары