Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы

Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы (20 ғинуар 1962 йыл) — журналист. 2002 йылдан «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005).

Биографияһы

Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаева (ҡыҙ фамилияһы Игелекова) 1962 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған.

1979 йылда урындағы урта мәктәпте, 1984 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай.

1984 йылдың 1 февраленән «Совет Башҡортостаны» (1990 йылдан «Башҡортостан») гәзитендә эшләй: тәржемәсе, баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе, бүлек мөдире була. 1998 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздарына ағза итеп ҡабул ителә.

2002 йылдан Башҡортостан гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары.

1998 йылда беренсе башҡорт нәфис фильмын төшөргән башҡорт кинематографистары хаҡында мәҡәләләре, әңгәмәләре өсөн Рәсәй Кинематографистар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

2002 йылда Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү тураһындағы аналитик, публицистик яҙмалары, әңгәмәләре һәм республика журналистар конкурсында беренсе урынды яулағаны өсөн Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указы менән "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.

2006 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2023 йылда "Хеҙмәт батырлығы" миҙалы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005)[1]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
  • "Хеҙмәт батырлығы" миҙалы (2023).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАнгкор-ВатРәсәй Федерацияһының социаль картаһыНью-ЙоркҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүСаберов, Руслан ЮрьевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:БелешмәВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:ТасуирламаБашҡортостан архитектураһыКәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедияПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБашҡорт телеВикипедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәреЭлвис ПреслиКәлимуллин Барый Ғибәт улыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:БерләшмәҠара сыпҡайҠалып:Этот участникҠол ҒәлиСәғитов Рәсүл Хәсән улыРәсәй ФедерацияһыҺөйләм төрҙәреВикипедия:Рәхим итегеҙЕнси актМахсус:ЭҙләүСифатАмерика Ҡушма ШтаттарыКүсимов Таһир Тайып улыСалауат ЮлаевХамматов Яңыбай Хаммат улыӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыПроект:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары/Исемлек