«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты
«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты (МЭТИ) — электроника, компьютер һәм информацион технологиялар өлкәһендә Рәсәй техник университеты, 29 милли тикшеренеү университетарҙың береһе. 1965 йылда нигеҙ һалынған, Зеленоград ҡалаһында урынлашҡан
«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1965 |
---|---|
![]() | |
![]() | |
Дәүләт | ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Зеленоград[d] |
Урын | Зеленоград[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Москва/Зеленоград[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2] |
Рәсми сайт | miet.ru[3] |
Указания, как добраться | площадь Шокина, 1 |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1027 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МИЭТа[d] |
![]() |
«Известия высших учебных заведений. Электроника» (1996 йылдан) һәм «Экономические и социально-гуманитарные исследования» фәнни журналдарын нәшер итә (2014 йылдан).
Тарихы
1965 йылдың 26 ноябрендә нигеҙ һалына[4], рәсми датаһы тип 1965 йылдың 9 декабре иҫәпләнә[5].
1966 йылдың ғинуарында Мәскәү тау институты профессоры Леонид Ершов ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
1966 йылдың 1 сентябрендә яңы уҡыу йортонда уҡыуҙар башлана. Беренсе курсҡа 250 кеше килә, тағы башҡа уҡыу йорттарында уҡыған 35 кеше икенсе курс студенттары булып килә.
Шул уҡ йылда физика-техника, техник кибернитка микроприборҙары, физика-химия һәм электрон машина төҙөү факультеттары, шулай уҡ киске факультет ойошторола.
1969 йылдан яйлап уҡыу корпустары төҙөлә[6]. Как и в проекте Аалто, учебные корпуса, библиотека, клуб и спорткомплекс должны были быть построены из красного кирпича и объединены переходами в один микрогород[6]..
Төп корпус китапханаһының тышҡы стеналарын художестволы биҙәүҙе 1974 йылда скульптор Эрнст Неизвестный башҡара.
1972—1973 уҡыу йылында институтта 6000 самаһы студент уҡый, шулай уҡ уларҙың 30-ы профессорҙар һәм фән докторҙары була, йәнә 200-гә яҡын фән доценты һәм кандидаты була[7].
1984 йылдың 11 мартында институт махсус техника булдырыуҙа һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[8]
1992 йылда институт университет статусын ала һәм дәүләт Мәскәү электрон техника институты (техник университеты) тип атала[9].
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/66/%D0%9C%D0%98%D0%AD%D0%A2.svg/220px-%D0%9C%D0%98%D0%AD%D0%A2.svg.png)
2000 йылда университет үҙенең классик логотипына - МЭТИ -осциллограммаға өҫтәп "Марс" ойошмаһы менән әҙерләнгән гербҡа эйә була[10].2010 йылда МЭТИ милли тикшеренеү университеты статусын ала[11].
2017-2019 йылдарҙа университетта факультет һәм кафедраларҙың ике кимәлле системаһына, университет етәкселегенә туранан-тура буйһоноусы институттарҙың һәм айырым кафедраларҙың бер кимәлле системаһына күсеү менән ойоштороу структураһы үҙгәртеп ҡорола[12][13]
Ректорҙары
- Ершов Леонид Викторович (техник фәндәр докторы, профессор) — 1966 (ректор вазифаһын башҡарыусы)
- Преснухин Леонид Николаевич (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты, профессор) — 1966—1988
- Вернер Виталий Дмитриевич (ф.-м. ф д., профессор) — 1988—1998
- Чаплыгин Юрий Александрович (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты[14], профессор) — 1998—2016
- Беспалов Владимир Александрович (техник фәндәр докторы, профессор) — 2016— хәҙерге ваҡытта
- МЭТИ президенты Ю. А. Чаплыгин, 1998—2016 йылдарҙа МЭТИ ректоры
Рейтингтары
2016 йылда МЭТИ тәүге тапҡыр World University Rankings 2016-2017 журналы рейтингына инә, унда 800+ урынды яулап, был рейтингта 24-се Рәсәй вуздарының береһе була[15]. 2020 йылға ҡарата 1500+ 1001 тиклем киңәйтелгән World University Rankings 2021 ҡатнашыусыларынан МЭТИ 1001+ урынды биләй һәм был рейтингта 48 Рәсәй вуздарының береһе була[16].
Институттары һәм әҙерлек йүнәлештәре
- Биомедицина системалар институты (БМС)
- Биотехник системалары һәм технологиялар
- Хәрби әҙерләү институтын
- Педагогия һәм лингвистик белем биреү институты(ЛПО)
- Лингвистика
- Халыҡ-ара белем биреү институты (ИМО)
- Микроприбор һәм идара итеү системалары институты(МПС)
- Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
- Радиотехника
- Техник системаларҙа идара итеү
- Нано - техника һәм микросистема институты (НМСТ)
- Конструкция һәм электрон саралар технологияһы
- Перспективалы материалдар һәм технологиялар институты(ПМТ)
- Наноматериалдар
- Материал өйрәнеү фәне һәм материалдар технологияһы
- Техносфера хәүефһеҙлеге
- Системалы һәм программа инженерияһы һәм мәғлүмәт технологиялары институты (СПИНТех)
- Ғәмәли информатика
- Программа инженерияһы
- Сифат менән идара итеү
- Институттарҙан ситтә тормошҡа ашырылған әҙерлек һәм һөнәр йүнәлештәре
- Дизайн
- Инфокоммуникацион технологиялар һәм элемтә системалары
- Технологик һәм мәғлүмәт системаһы
- Информацион хәүефһеҙлек
- Менеджмент
- Хоҡуҡи тәьмин итеү, милли именлек
- Ғәмәли математика
- Электроника һәм наноэлектроника
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Мәскәү электроника һәм математика институты, рәсәй вуздарының тағы бер нигеҙләнгән 1960 йылда совет электроника һәм микроэлектрон үҫеш программаһы сиктәрендә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- МИЭТ 50 лет. Годы, люди, события. — М.: МИЭТ, 2015. — 392 с. ISBN 978-5-7256-0825-0