Википедия:Тасуирлама

«Википе́дия» (ингл. Wikipedia) — вики принцибына нигеҙләнгән күп телле, асыҡ эстәлекле универсаль интернет энциклопедия.

Википедия коммерцияға ҡарамаған «Викимедиа фонды» ойошмаһыныҡы. Фондтың 39 төбәк бүлексәһе бар. Уның маҡсаты — күп телле энциклопедия төҙөү. Башҡорт телендәге Википедия — күп телле проекттың бер өлөшө.

Энциклопедияның исеме ике өлөштән тора. Беренсеһе инглиз телендәге wiki «вики» һүҙенән, был һүҙ сайт төҙөлгән технологияны аңлата; үҙ сиратында был һүҙ гавай телендә «тиҙ, етеҙ» тигәнде аңлата. Икенсе өлөшө encyclopedia «энциклопедия» һүҙенән алынған.

Википедияның төп үҙенсәлеге (сайт эшмәкәрлегенең вики технологияһы ярҙамында) — мәҡәләләрҙе төҙөү һәм мөхәррирләү эшен уның ҡағиҙәләрен ҡабул иткән һәр интернет ҡулланыусы атҡара ала, бының өсөн күбеһенсә теркәлеү ҙә мотлаҡ түгел. Бындай ирекмәндәр тарафынан индерелгән үҙгәртеүҙәр шунда уҡ сайтҡа инеүселәргә күренә.

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары