А. С. Пушкин һәйкәле (Санкт-Петербург, Пушкин урамы)

Александр Сергеевич Пушкин һәйкәлеРәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент, 1884 йылда Пушкин урамының скверында ҡуйылған. Һәйкәл скульптор А. М. Опекушин, архитекторҙар Н. Л. Бенуа һәм А. С. Лыткин проекты буйынса эшләнгән. Был Санкт-Петербург ҡалаһында шағирғә ҡуйылған федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары булып тора[1].

А. С. Пушкин һәйкәле
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекСанкт-Петербург
УрынПушкинская улица[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгәнбронза һәм гранит[d]
Мираҫ статусыобъект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Пушкин урамы) А. С. Пушкин һәйкәле (Санкт-Петербург, Пушкин урамы) Викимилектә

Тарих

1881 йылдың 22 авгусында император Александр III Компанейский урамы исемен А. С. Пушкин иҫтәлегенә Пушкин урамы итеп үҙгәртергә тигән бойороҡҡа ҡул ҡуя. Шул ваҡытта был урамда шағирҙың бюсы ҡуйыла, был эште гипстан И. П. Виталь башҡарған була[2]. Киләһе йылда Санкт-Петербург ҡала думаһы Пушкинға ҙур һәйкәл урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Скульптор А. М. Опекушиндың конкурсҡа тәҡдим иткән скульптура моделдәренең береһе һәйкәл өсөн һайлап алына[3].

А. Моран заводында шағирҙың бронза скульптураһы ҡойола. Һәйкәлдең постаменты В. Е. Ефимов оҫтаханаһында әҙерләнә. 1884 йылдың 7 авгусы нда һәйкәлде тантаналы асалар. Был тантанала шағирҙың улы А. А. Пушкин, Санкт-Петербург университетының ректоры А. Н. Бекетов, шағир А. Н. Майков, журналист А. А. Краевский, Санкт-Петербург ҡала башлығы П. П. Грессер һәм башҡалар ҡатнаша[2].

Тасуирлама

А. С. Пушкин һәйкәлдә бөтә буйы менән баҫып тора. Уның ҡулдары күкрәгенә ҡаушарылған, бер ҡулына китап тотҡан. Тура мөйөшлө постамент шымартылған ҡара граниттан эшләнгән[4]. Унда Пушкин шиғырҙарының өҙөктәре яҙып ҡуйылған[5]. Скульптураның бейеклеге 2,05 м тәшкил итә, постаменттың бейеклеге — 2,9 м[3].

Сәнғәт тарихы белгесе В. Г. Исаченко фекере буйынса, скульптура менән пьедесталдың бәйләнеше насар. Бынан тыш, бәләкәй генә һәйкәл үҙенең масштабы менән тирә-йүнендәге килем йорттары менән уратып алынған сквер менән яраҡлаштырылмаған. Яҙыусы А. И. Куприн ҡомартҡыны «самым мещанским, пошлым, жалким, худосочным» тип атай, дөрөҫ, ул скульптураның үлсәмен түгел, ә уның идеяһының «ничтожество идея» насар булыуын күҙ алдында тотоп әйткән. Шул уҡ фекерҙә Ф. И. Шаляпин һәм күп кенә рәссамдар торған[5].

Иҫкәрмә

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә