Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы

химия фәндәре докторы

Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22 май 1945 йыл, Лағыр ауылы, Салауат районы, БАССР) — физик‑химик, химия фәндәре докторы (2006), профессор. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986).РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).

Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Рәсәй
Тыуған көнө22 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыныЛағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөғалим
Ғилми дәрәжәхимия фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]

Биографияһы

Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы Боева (Кәримова) 1945 йылдың 22 майында Лағыр ауылында тыуа. 1963 йылда БДУ-ның химия факультетына уҡырға инә. Уҡып та, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй. Физик һәм аналитик химия кафедраһында лаборант, һуңынан өлкән лаборант була. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, шунда эшкә ҡала һәм ғүмер буйы ошо уҡыу йортонда эшләй. Органик химия кафедраһында доцент, профессор була. 1979 йылда Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй Фәндәр академияһының «Ҡаты матдәләр химияһы» институтында "Неодим нитратының һыу иретмәләрендәге органик булмаған админ нитраттары менән үҙ-ара бәйләнеше" темаһына — кандидатлыҡ, 2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Күп тапҡыр Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференциялар сәркәтибе, Рәсәй Федерацияһының Технологик фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында ғилми сәркәтип була. Оҙаҡ йылдар республика уҡыусыларының химия буйынса олимпиадаларын ойоштороу һәм үткәреүҙә ҡатнаша. Хеҙмәт стажы — 51 йыл.Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.

Фәнни эшмәкәрлек өлкәһе

Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә өслө һыулы-тоҙло системаларҙың комплекстары барлыҡҡа килеүен, фаза тигеҙләнешен өйрәнеүгә, һөҙөмтәләрҙе органик булмаған оксидтарҙан наноструктур материалдар эшләгәндә ҡулланыуға арналған. ТЭС ҡалдыҡтарынан ванадийҙы, сода һәм эзбиз эретмәләре ярҙамында ванадий һәм марганецты айырып алыу ысулдарын эшләй.


Ғилми эшмәкәрлеге

70-тән ашыу ғилми хеҙмәт, 3 автор танытмаһы һәм патент, 20 уҡытыу-методика эшләнмәһе авторы.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986).
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы.
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә