Велинград

Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала


Велинград (болг. Велинград) — Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала. Велинград общинаһының административ үҙәге. Ҡала ҙурлығы буйынса өлкәлә икенсе урынды биләй. Халҡы — ошо ысын адресы буйынса 24 518 кеше (15.03.2016)[2].Туғандаш ҡалаһы — Беларусь Республикаһының Свислочь ҡалаһы.

Велинград
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы28 ғинуар 1948
Рәсем
Рәсми атамаһыЛъджене
Кем хөрмәтенә аталғанВела Пеева[d]
Дәүләт Болгария
Административ үҙәгеВелинград[d]
Административ-территориаль берәмекВелинград[d]
Сәғәт бүлкәтеDAZD[d], UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны24 087 кеше (15 март 2024)[1],
25 283 кеше (15 март 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек777 метр
Нимә менән тоташаУзкоколейная железная дорога Септември — Добриниште[d]
Майҙан124,955 км²
Почта индексы4600
Рәсми сайтm.velingrad.bg
Категория для почётных граждан субъектаКатегория:Почётные граждане Велинграда[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Velingrad[d]
Карта
 Велинград Викимилектә

Велинград ҡалаһы Пазарджик өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә, Чепин соҡоронда (Родопы Көнбайыш Родопы) урынлашҡан. Майҙаны − 124,955 квадрат километр.

1948 йылда Каменица, Чепино һәм Лыджене (болг.: Лъджен) ауылдары ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, 1944 йылда коммунист, партизан Вела Пеева һәләк булғас, уның исеме менән аталған.

Климаты — альп климаты. Ҡыҫҡа, сағыштырмаса, һалҡын йәй, йомшаҡ оҙон ҡыш. Йыл әйләнәһенә 150 көн ҡар япмаһы ята. Йыллыҡ уртаса температура — 9 ° с. Уртаса һауа дымлылығы — 75 процент. Атмосфера баҫымы — 693 мм.

Һыу ресурстары мул: күлдәр, йылғалар, шишмәләр күп. Термоконстантлы Клептуза[bg] уникаль карст күле бар. Клептуза карст сығанағы секундына 600—1200 литр һыу сығара[3]. Уның янында ике яһалма күл, улар янында пляж һәм ял итеү зоналары булдырылған.

Велинград курорт-ҡала, Болгарияның бальнеологик үҙәге — Балҡан ярымутрауының СПА баш ҡалаһы. Шифаханалар, реабилитация үҙәктәре, ҡунаҡхана, СПА бар. Флораһы һәм фаунаһы бик бай. Ял итеү үҙәге һәм ҡунаҡхана әүҙем төҙөлә. Инфраструктураһы үҫешкән. Ҡала эргәһендә генә Юндола саңғы курорты бар.

Билдәле шәхестәр

Велинградта тыуғандар
  • Вела Пеева (1922—1944) — партизан, ҡала уның исеме менән аталған
  • АтанасСемерджиев (1924—2015) — партизан, сәйәсмән һәм генералы, Болгария вице-президенты (1990—1992)
  • Попова Маргарита (р. 1956) — министр (2009—2011), Болгарияның вице-президенты (2012—2017)
  • Лидия Шулева[bg] (р. 1956) — сәйәсмән, Болгария Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары (2001—2005), хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министры (2001—2003), иҡтисад министры (2003—2005)
  • Николай Гяуров (1929—2004) — опера йырсыһы
  • Васил Божков[bg] (р. 1956) — бизнесмен
  • Димо Тонев[bg] (1964 р-ны) — волейболсы
Велинградта вафат булғандар.
  • Вела Пеева (1922—1944) — партизан
  • Методи Шатаров[bg] (1897—1944) — партизан
  • Методи Кърпачев[bg] (1921—1999) — болгар революционеры
  • Милош Колчагов[bg] (1886—1958) — болгар революционеры
Башҡалар
  • Иван Лебанов (р. 1957) — саңғы ярыштары буйынса Олимпия миҙалсыһы, ҡала кметы (2007—2015)
ЙылХалыҡ
198525 432
199225 634
200025 411
200524 117
201023 686
201624 518

Фото

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә