Каскад (Ереван)

«Каскад» — Еревандағы архитектура-монументаль комплексы. Биш асыҡ террасанан барлыҡҡа килгән каскадты кәүҙәләндерә. 2009 йылдан комплекста художество музейы — Гафесчяндың сәнғәт үҙәге эшләй.

Каскад
Нигеҙләү датаһы1980
Рәсем
Дәүләт Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмекЕреван
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1020 метр
ХужаһыЕреван ҡала советы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгәнТравертин
АрхитекторТаманян Александр Оганесович, Джим Торосян[d] һәм Аслан Мхитарян[d]
Архитектура стилеар-деко[d]
Рәсми асылыу датаһы17 ноябрь 2009
Уклон15
Бейеклеге/буйы78 метр
Рәсми сайтcmf.am
Вид в ночное время
Был объекттан күренештәр категорияһыCategory:Views from the Cascade of Yerevan[d]
Карта
 Каскад Викимилектә

Ҡоролма 1980 йылда төҙөлә башлай. 2010 йылда өҫкө өлөшө тамамланмай ҡала.

Тарихы

Архитектор А. О. Таманян әҙерләгән «Төньяҡ каскад» 1924 йылда уҡ генераль планда проектлана. Документҡа ярашлы, Канакер убаһы битләүҙәре аша һикәлтәле баҫҡыстар, шарлауыҡ һәм сәскә түтәлдәре үтеүе күҙаллана. Каскад ҡаланың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөн бәйләп торорға тейеш була[1].

1960 йылдарҙа каскад итәгенә алып килгән Таманян урамы эшләнелә. Өҫкө өлөштә, буласаҡ каскад буйынса Әрмәнстанда совет власы урынлаштырылыуҙың 50-йыллығы хөрмәтенә 50 метрлыҡ обелиск ҡуйыла (архитекторҙары Дж. Торосян, С Гюрзадян). Шунда уҡ үҙәтеү майҙансыҡтары эшләнә.

Каскад проектын 1970 йылдар башында архитекторҙар Дж. Торосян, С Гюрзадян, А. Мхитарян эшләй. Уларҙың планына ярашлы, уба итәгендәге Таманян урамынан обелискка һәм күҙәтеү майҙанына тиклем баҫҡыстарҙан торған эспланада эшләнергә тейеш була. Каскадта биш интервал-терраса планлаштырыла, улар асыҡ һауалағы музейҙы күәҙәләндерә, уларға эскалаторҙар илтә. Террасаларҙа сәскә түтәлдәре, фонтандар һәм бассейндар урынлаштырыу планлаштырыла, уларҙан Ереван һәм Арарат тауы күренештәре асылырға тейеш була[2].

Каскад төҙөлөшө 1980 йылда башлана[3]. Йыл һуңында, Спитакта ер тетрәү, СССР тарҡалыуы һәм Ҡарабах һуғышына бәйле, төҙөлөш эштәре туҡтатыла.

2002 йылда әрмән сығышлы Америка меценаты Джерард Гафесчян[en] инициативаһы менән комплексты төҙөү, реставрациялау һәмтөҙөкләндереү эштәре тергеҙелә[4]. 2009 йылдың 17 ноябрендә "Каскад"та художество музейы — Гафесчяндың сәнғәт үҙәге асыла. 2011 йылда бинаның өҫкө ярусында Шарль Азнавурҙың йорт-музейы эшләй башлай[5].

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә