Промпартия эше

Промпартия эше — уйлап сығарылған материалдар буйынса 1925—1930 йылдарҙа сәнәғәттә һәм транспортта ҡоротҡослоҡ эше буйынса СССР власы тарафынан 1930 йылдың 25 ноябренән 7 декабренә тиклем ойошторолған ҙур суд процесы[2]. 1936 йылдың февраль айында СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ҡайһы бер хөкөм ителеүселәрҙе ярлыҡай[3]. 1989 йылда Промпартия эше буйынса хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла аҡлана.[2].

Промпартия эше
НаказаниеҮлем язаһы
Дәүләт СССР
УрынМәскәү[1]
Ваҡиға ваҡыты1930
Башланыу датаһы25 ноябрь 1930[1]
Тамамланыу датаһы7 декабрь 1930[1]
ОбвиняемыйЛеонид Рамзин[d][1] һәм Осадчий, Пётр Семёнович[d]
ОбвинительКрыленко, Николай Васильевич[d]
СудьяВышинский Андрей Януарьевич

Тарихы

1930 йылдың яҙында, бер нисә шахта эшселәре забастовкаларынан һуң, инженерҙар һәм ғилми-техник интеллингенциянан торған ҙур төркөм ҡулға алына. Эш материалдары буйынса улар «Инженер ойшмалары союзы», «Инженер ойшмалары союзы советы», «Сәнәғәт партияһы» атамалары аҫтында билдәле булған советтарға ҡаршы йәшерен ойошма булдырыуҙа ғәйепләнәләр[3]. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, әлеге советтарға ҡаршы ойошма 1925—1930 йылдарҙа төрлө сәнәғәт тармағҡтарында һәм транспортта ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ғәйепләнеү ярашлы, ул «Торгпром» («Сауҙа-сәнәғәт комитеты»), Париждағы элекке урыҫ сәнәғәтселәре һәм француз генераль штабы менән бәйле була һәм СССР-ҙа сит ил интервенцияһын һәм совет власын ҡолатыуҙы әҙерләй.

Промпартия Үҙәк Комитетының эше

Тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы Промпартия Үҙәк Комитеты составына инженерҙар П. И. Пальчинский (асыҡ процесҡа тиклем ОГПУ коллегияһы хөкөмө буйынса атып үлтерелә), Л. Г. Рабинович («Шахта эше» буйынса хөкөм ителә), С. А. Хренников (тикшереү барышында вафат була), А. А. Федотов, С В. Куприянов, В А. Ларичев, профессор Н. Ф. Чарновский инәләр.

Процесс 1930 йылдың 7 декабрендә башлана. Эш А. Я. вышинский етәкселегендәге СССР Юғары судының Махсус суд присутствиеһы тарафынан ҡарала, дәүләт ғәйепләүе буйынса прокурорҙар Н. В. Крыленко һәм В И. Фридберг, яҡлаусылары И. Д. Брауде һәм М. А. Оцеп сығыш яһайҙар[4].

Ғәйепләү хөкөмөндә йәшерен Промпартияла 2 000 кеше булған тип күрһәтелһә лә, суд алдына уның 8 ағзаһы генә ҡуйыла[4]. «Промпартия» башлығы итеп Бөтә Союз йыллыҡ-техник институты директоры, Госплан һәм ВСНХ ағзаһы профессор Леонид Константинович Рамзин иғлан ителә.

Промпартия эше буйынса ғәйепләү һығымтаһында билдәләнеүенсә:Промпартия Үҙәк Комитетының енәйәтсел дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлеге түбәндәгеләрҙә:а) хужалыҡ тормошон ҡаҡшатыу өсөн ҡортоҡослоҡта,б) йылылыҡ, тимер тәьмин итеүҙә,энегия хужалығында, туҡыма сәнәғәтендә һәм башҡа тармаҡтарҙа киҫкенлектәр булдырыу аша төҙөлөш планын юҡҡа сығарыу буйынса ҡоротҡослоҡ эшендә,в)сит ил интервенцияһын еңеләйтеү маҡсатында Франциялағы «Торгпром»дың һәм француз генераль штабы заданиелары буйынса беҙҙең ил иҡтисады һәм оборонаһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе сит илгә тапшырыу маҡсатындағы шпионлыҡ эшендә,г) сит ил интервенцияһын еңеләйтеү маҡсатында Ҡыҙыл Армияһына тарҡаулыҡ индереүгә һәм айырым частар һәм командирҙар составы яғынан хыянатсыл ғәмәлдәр әҙерләүгә йүнәлтелгән хәрби эшендә,д)интервенция ваҡытында совет сәнәғәте көстәренең, Ҡыҙыл Армияһы тынының ҡыйратылыуына йүнәлтелгән диверсион эшендә сағылдырыра.

Процесс барышында ғәйепләнеүселәр власҡа килгән осраҡта контрреволюцион хөкүмәтте булдырырға ниәтләнеүҙе таныйҙар. Уның премьер-министры — П. А. Пальчинский (судҡа тиклем үк атып үлтерелә), эске эштәр министры — элекке сәнәғәтсе П П. Рябушинский (һуңғараҡ ул эмиграцияла ойошма барлыҡҡа килгәнгә тиклем вафат булыуы асыҡлана), ә сит ил эштәре министры — академик Е. В. Тарле булырға тейеш булалар)[5].

Һигеҙ ғәйепләнеүсенең бараһы ла үҙ ғәйебен таный, улар араһынан биш кеше (Рамзин, Ларичев, Чарновский, И. А. Калинников һәм А. А. Федотов) СССР Юғары суды тарафынан атып үлтереүгә хөкөм ителәләр, ә өсөһө — 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы хөкөм ителеүселәрҙең юллауы буйынса атып үлтереү хөкөмөн 10 йыллыҡ төрмә менән алыштыра, ә башҡаларҙың сроктарын кәметә.Хөкөм итеү процесында иң әүҙемдәрҙән профессор Рамзин була. Ул үҙенең ғәйебен генә танып ҡалмай, башҡаларҙы ла ғәйепләй. Суд тамамланыу менән уны айырым төрмәгә ултырталар һәм ул унда яңы боҫ ҡаҙаны өҫтөндә эшләй, һуңынан уны сығаралар. Иректә Рамзиношо процеста ғәйепләнеүсе булған инженер Лурье менән күрешкәс, тегеһе уның һөйләшеүҙән баш тарта. Рамзин күҙ йәштәре аша, ошондай күрһәтмәләрҙе уға ОГПУ бирергә мәжбүр итте, тигән[5].

Промпартия эше буйынса суд процесы барышында залда ултырған П. С. Осадчий ҡулға алына, ул әлеге партияның етәкселәренең береһе булыуҙа һәм шпионлыҡ эшмәкәрлегендә ғәйепләнә. 1931 йылдың 18 мартында Осадчий ун йылға иректән мәхрүм ителә[6]. 1935 йылда срогынан алда азат ителә. 1989 йылда үлгәндән һуң аҡлана.

Тармаҡтар эштәре

Ҡоротҡослоҡ буйынса «Промпартия» менән бер рәттән уның тармаҡтары ла бәйле була: күмер сәнәғәте, нефть сәнәғәте, тимер сәнәғәте, туҡыма сәнәғәте, Госпландың химия секцияһы, урман сәнәғәте, цемент сәнәғәте, электр-техник сәнәғәте, йылылыҡ тәьмин итеү өлкәһе, энергетик сәнәғәте, транспорт энергитикаһы, юлдар элемтәһе Наркоматы, «Ленинград төркөмө», «Инженер-техник хеҙмәткәре профсоюзы», ВСНХ-лағы иҡтисад төркөмө һәм башҡалар.

Урыҫ техник интеллигенцияһына, юғары класлы белгестәргә һәм инженерҙарға һөжүм — процестың һөҙөмтәһе. Ошо уҡ ваҡытта «ҡоротҡослоҡта» һәм «заговорҙа» ғәйепләүҙәр партия етәкселегенең сәнәғәт меннә етәкселек итеүҙә ебәрелгән хаталарын йәшереүгә булышлыҡ итә.

Өлөшләтә «Промпартия эше» СССР-ҙағы хужалыҡ проекттарын алып барыуға формаль һәм профессиональ яҡтан түбән ҡарашты нығындыра. Эш һөҙөмтәһендә тәжрибәле инженер кадрҙарында ҡытлыҡ көсәйә, был, үҙ сиратында, ҡорамалдарҙы эффектһыҙ ҡулланыуға, производстволағы фажиғәләрҙең күбәйеүенә килтерә.

Кино һәм телевидение

  • Эдвард Радзинскийҙың «Коллекция Эдварда Радзинского» — «13 дней. Дело „Промпартии“ (1930)» программаһында процесс ваҡиғалары һәм хроникаһы күрһәтелә. Программаның премьераһы 2012 йылдың 11 сентябрендә «Культура» каналында күрһәтелә.
  • «Процесс» фильмы (режиссёр Сергей Лозница), Венеция кинофестивале ндә һәм Ригала «Артдокфестта» (2018 йыл) күрһәтелә[7].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Губкин И. М. Сорвать строительство нефтяной промышленности вредителям не удалось // Известия. 1930. № 324. 25 ноября.
  • Удар по контрреволюции. Обвинительное заключение по делу контрреволюционной организации Союза инженерных организаций («Промышленная партия»)…, М. — Л., 1930;
  • Процесс Промпартии (25 ноября — 7 декабря 1930). Стенограмма судебного процесса и материалы, приобщенные к делу, М., 1931.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә