Райхсбрюке

Райхсбрюке (нем. Reichsbrücke) — Венаның иң билдәле күпере. Ул Леопольдштадттағы Мексикоплац (Mexicoplatz) менән Дунай йылғаһының икенсе ярындағы Донауштадт менән тоташтыра, ә уртала Донауинзель утрауы аша үтә. Күпер үҙәк өлөшөнән Штефанплацтан килгән ҡаланың үҙәк һыҙығында урынлашҡан. Уның буйынса алты һыҙат автомобиль юлы, метроның беренсе тармағы һәм ике йәйәүле-велосипед һуҡмаҡтары үтә.

Райхсбрюке
нем. Reichsbrücke
Нигеҙләү датаһы8 ноябрь 1980[1]
Рәсем
Дәүләт Австрия
Административ-территориаль берәмекЛеопольдштадт[d], Донауштадт[d] һәм Вена
Йылға тамағына тиклем алыҫлыҡ1928,9 km
Өҫтөнән/аҫтынан үтәДунай, Новый Дунай[d] һәм Донауинзель[d]
Несёт на себеAngerner Straße[d] һәм U1[d]
Оҙонлоҡ528 метр[1]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Райхсбрюке Викимилектә

Дунайҙың һул ярынан ҡаланың үҙәк өлөшө йүнәлешендә яңы Райхсбрюкегә күренеш

Тарихы

Хәҙерге Райхсбрюке урынындағы тәүге күпер 1872—1876 йылдарҙа төҙөлгән һәм Кронпринц Рудольфтың күпере (Kronprinz-Rudolph-Brücke) тип аталған. Был Венала Дунайҙың ағым урынын тәртипкә килтергәнгә тиклем була. Йылғаның үҙендә күпер ҡорос фермаларҙан ҡоролған, ә Дунайҙың ике ярындағы туғай өҫтөндә арка секцияһы үткән. 1919 йылда Австрия республика булып киткәс күперҙең атамаһы Райхсбрюке тип үҙгәртелгән.

1930-сы йылдарҙағы Бөйөк депрессия осоронда эшһеҙлекте кәметеү сараһы булараҡ шул уҡ урында аҫылмалы күпер төҙөргә ҡарар ителә. Эштең инженер яғы менән Зигфрид Тайс (Siegfried Theiß) һәм Ганс Йакш (Hans Jaksch), ә художестволы яғы менән Клеменс Хольцмайстер (Clemens Holzmeister) етәкселек иткән. Иҫке күпер ағым буйынса аҫҡа ҡарай 26 метрға (7 сәғәттән әҙерәк ваҡыт эсендә) шылдырылған, шулай итеп яңы төҙөлөш шул уҡ урында башҡарыла алған һәм хәрәкәткә ҡамасауламаған. Старый мост был сдвинут вниз по течению на 26 м (менее чем за 7 часов), так что новая стройка могла проходить на том же месте и не мешала движению. 1934—1937 йылдарҙа төҙөлгән яңы аҫылмалы күперҙә дүрт һыҙат автомобиль юлы, ике трамвай колеяһы һәм һәр яҡтан йәйәлеләр һуҡмағы булған.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Венаның Дунай аша күперҙәре араһында Райхсбрюке берҙән-бер ҙур зыян алмай ҡала. Ҡаланы азат итеүсе совет ғәскәрҙәре Империя күперенә десант төшөргән һәм вермахттың сигенеүсе частарына уны шартлатырға юл ҡуймаған. Һөҙөмтәлә күперҙең исеме Ҡыҙыл Армия (Brücke der Roten Armee) тип үҙгәртелә. 1948 һәм 1952 йылдар араһында күпер реконструкциялана.

Емерелеүе

1976 йылда емерелгән күпер

1976 йылдың 1 авгусында йәкшәмбе көндә төнгө сәғәт 5 тула тигәндә күпер емерелгән, һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған. Шулай уҡ емерелгән ваҡытта күпер бер йөк ташыусы машинаны юҡ иткән һәм бер нисә карапҡа зыян килтергән. Караптар йөрөшө Донауканал аша йүнәлтелгән; тиҙ арала автомобиль һәм трамвай хәрәкәте өсөн ике ваҡытлы күперҙәр һалынған, улар артабанғы дүрт йыл эсендә файҙаланылған.

Яңы күперҙе проектлау һәм төҙөү өсөн халыҡ-ара тендер ойошторолған, уны «Иоганн Нестрой» проекты еңгән. Был проект XIX быуаттың Австрия драматургы һәм актёры хөрмәтенә аталған. Төҙөлөш 1978 йылда башланған, ә яңы күпер 1980 йылдың 8 ноябрендә асылған. Ике йылдан һуң, 1982 йылдың 3 сентябрендә, оҙаҡ дауам иткән һынауҙарҙан һуң, Райхсбрюке буйлап Вена метрополитенының беренсе линияһы поездары йөрөй башлаған.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә