Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы

Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (5 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005) һәм мәға­риф отличнигы (2000).

Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы
Тыуған көнө

5 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Ҡомъяҙы ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

әҙәбиәт ғилеме

Эшләгән урыны

Бөрө педагогия институты

Альма-матер

Бөрө педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Биографияһы

Ришат Фәүҡәт улы Хәсәнов 1954 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында Фәүҡәт Хәсәнйән улы һәм Сабира Хамматнур ҡыҙы Хәсәновтар ғаиләһендә ғаиләһендә тыуған[1]. Балтас урта мәктәбен тамамлай[2].

1971—1973 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 50-се Техник училищеһында уҡый[3]

1973—1975 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[3].

1979 йылда Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1979 йылдан шунда уҡ эшләй:

  • 1986 йылдан филология факультетында декан урынбаҫары, доцент
  • 1987—1992 йылдарҙа һәм 2001 йылдан филология факультетында декан[1]
  • 1993 йылдан әҙәбиәт кафедраһы доценты[3].

1983—1986 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантурала уҡый. 1986 йылда «Советская историческая проза о декабристах: традиции и новаторство» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2000 йылдан докторантурала уҡый. «Башкирский исторический роман: Вопросы типологии, жанра и стиля» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге XIX быуат урыҫ әҙәбиәтенә, башҡорт тарихи романистикаһына арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының мәға­риф отличнигы (2000).

Төп хеҙмәттәре

  • Советская историческая проза о декабристах : традиции и новаторство : диссертация … кандидата филологических наук : 10.01.02. — Москва, 1986. — 189 с.
  • Башкирский исторический роман 80-90-х годов ХХ века : (вопр. типологии, жанра и стиля) / Акад. наук Респ. Башкортостан, Отд-ние гуманитар. наук. — Уфа : Гилем, 2004. — 339 с.
  • Башкирский исторический роман : Вопросы типологии, жанра и стиля : диссертация … доктора филологических наук : 10.01.02. — Уфа, 2005. — 457 с.
  • Башкирский роман конца XX века : учеб. пособие для студентов высш. учеб. заведений, обучающихся по специальности 033000 (050302) — Родной язык и литература / Федер. агентство по образованию, Гос. образоват. учреждение высш. проф. образования «Бир. гос. социал.-пед. акад.». — Москва; Бирск: Бир. гос. социал.-пед. акад., 2005. — 171 с.
  • Типологические аспекты изучения башкирского исторического романа: Учебное пособие. — Бирск, 2006.
  • Единство многообразия (башкирская историческая романистика на рубеже веков). — Уфа, 2007.
  • История, одетая в роман. — Бирск, 2015.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә