«Тумо» ижади технологиялар үҙәге

«Тумо» ижади технологиялар үҙәге (әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն) — Әрмәнстандың Ереван ҡалаһындағы уҡытыу үҙәге. 2011 йылда нигеҙләнә. 12 −18 йәшлектәрҙе заманса технологиялар ҡулланып, IT өлкәһендә эшләргә өйрәтә[1].

«Тумо» ижади технологиялар үҙәге
әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն
ингл. Tumo Center for Creative Technologies
Нигеҙләү датаһы2011
Рәсем
НигеҙләүсеSimonian Educational Foundation[d]
Дәүләт Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмекЕреван
АдресЕреван
Рәсми сайтtumo.org
Карта
 «Тумо» ижади технологиялар үҙәге Викимилектә

Тарихы

Сэм Симонянин AGBU панель дискуссияһында. Ереван (апрель, 2015)

«Тумо» тәүҙә үҫмерҙәр өсөн мәктәпте тамамлағандан һуң белем биреү үҙәге булараҡ уйланыла. Уға әрмән сығышлы Америка эшҡыуары Сэм Симонянин нигеҙ һала. Төҙөлөш 2003 йылда башлана һәм 20092010 йылдарҙа тамамлана[2]. «Тумо» үҙәге 2011 йылдың 14 авгусында асыла һәм унда рок-музыканттар Серж Танкян, Dorians концерт менән сығыш яһай[3].

Тәүге 5 йыл эсендә үҙәктә 10 меңдән ашыу кеше белем ала. 2016 йылда «Тумо» ижади технологиялар үҙәге француз журналы «We demain» төҙөгән донъяның инновацион мәктәптәре рейтингында беренсе урынға сыға[4].

Белем биреү

«Тумо» үҙәге Туманян исемендәге прак эргәһендә, Раздан йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан

Үҙәктә белем алыу дүрт йүнәлеш буйынса ойошторолған: анимация, уйындар эшләү, веб-әҙерләмәләр һәм һанлы киң мәғлүмәт саралары. Шулай уҡ бейеү, спорт һәм музыка дәрестәренә иғтибар бүленә. Мотлаҡ дисциплиналар буйынса дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Белем алыу циклы ике йыл дауам итә[5].

«Тумо» үҙәге Ливан архитекторы Бернар Хури проекты буйынса төҙөлгән заманса бинаның тәүге ике ҡатында 6000 квадрат метр майҙанды биләй[6]. Ҡалған ҡаттар ҡуртымға бирелә, ошо килемдәр үҙәктең бюджетын булдыра.

Киңәйеүе

2013 йылдың ғинуарында, Әрмәнстан үҙәк банкы ярҙамы менән «Тумо» Дилижанда белем алыу программаһын аса. 2015 йылдың майында Бөтә Әрмәнтан хәйриә фонды менән партнерлыҡта Гюмриҙа филиал аса[7]. 2015 йылдың сентябрендә Таулы Ҡарабахтың Степанакерт ҡалаһында филиал асыла[8][9].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат