Абдуллин Мөслим Мөким улы

Абдуллин Мөслим Мөким улы (ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин); 14 март 1916 йыл — 7 декабрь 1996 йыл — совет һәм ҡаҙаҡ йырсыһы (лирик тенор). Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы (1947).

Мөслим Мөким улы Абдуллин
ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин
Файл:Муслим Абдуллин.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 (14) март 1916

Тыуған урыны

Усть-Каменогорск,
Семипалатинск өлкәһе,
Рәсәй империяһы

Үлгән

7 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (80 йәш)

Һөнәрҙәре

камера йырсы,
опера йырсыһы

Наградалар
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены«Почёт Билдәһе» ордены
Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы

Биографияһы

1916 йылдың 14 мартында Усть-Каменогорск ҡалаһында тыуған.

1933—1935 йылдарҙа Алма-Ата музыка техникумында уҡый. 1936 йылда Мәскәү консерваторияһының]] ҡаҙаҡ студияһына уҡырға инеп, 1939 йылда тамамлай.

1939 йылдан 1965 йылға тиклем Абай исемендәге Ҡаҙаҡ опера һәм балет театрының солисы була.

1955 йылдан алып КПСС ағзаһы.

1965 йылдан "Ҡаҙаҡконцерты"ның художество етәксеһе.

Абдуллин ҡаҙаҡ, урыҫ һәм Көнбайыш Европа операларында партиялар башҡара. Сәхнәлә лирик персонаждар образдарын кәүҙәләндерә: Түлеген, Ҡайракбай, Балпан, Арыстан (Е. Г. Брусиловскийҙың «Кыҙ-Ебәк», «Ялбыр», «Ала-Тарғын» һәм «Айман-Шолпан»). Ленский (П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин»), Серика (М. Түлебаеваның «Биржан һәм Сара»), Йылҡарҙар (Е. Г. Брусиловский һәм М. Түлебаевның Амангельды), Туяҡбай (Е. Рәхмәҙиеваның Камар сулу), Әзимә («Абай» А.Жубанова һәм Л. А. Хәмиҙи) һәм башҡалар. 1936 йылда Мәскәүҙә ҡаҙаҡ әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Ҡаҙаҡ халыҡ йырҙарын һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыусы.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны Абдуллина Ҡамаш[1] менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр:
  • Ҡыҙы Абдуллина Ғәлиә (1941 йылғы), улдары Абдуллин Сағнай (1953 йылғы) музыкант һәм алып барыусы[2]

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Абдуллин, Муслим Мукимович // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
  • Абдуллин М. М. // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.
  • Mессман Вл., Возрождение песни, А.-А., 1958, с. 352-55;
  • Хамиди Л. A., Хамиди Р. Л., Жизнь в искусстве, А.-А., 1967.

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат