Абуладзе Тенгиз Евгеньевич

совет кинорежиссеры

Абуладзе Тенгиз Евгеньевич (груз. თენგიზ ევგენის ძე აბულაძე; 31 ғинуар 1924 йыл6 март 1994 йыл) — совет грузин кинорежиссёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980). 1978 йылдан — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Абуладзе Тенгиз Евгеньевич
груз. თენგიზ აბულაძე
Затир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ СССР
Грузия[4]
Тыуған ваҡыттағы исемегруз. თენგიზ აბულაძე
Патронимы йәки матронимыЕвгеньевич[d]
Тыуған көнө31 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][5][3][…]
Тыуған урыныКутаиси, Грузия ССР-ы[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө6 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][6][…] (70 йәш)
Вафат булған урыныТбилиси, Грузия
Ерләнгән урыныДидубийский пантеон[d]
Һөнәр төрөкинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрөрежиссёр[d]
Уҡыу йортоС. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Тбилисский театральный институт им. Ш. Руставели[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһыСССР Кинематографистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһыХәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[7]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Тенгиз Евгеньевич Абуладзе 1924 йылдың 31 ғинуарында (башҡа сығанаҡтар буйынса 1 ғинуарҙа[8]) Кутаиси ҡалаһында тыуа[9][10]..

Тимер юл техникумын, унан һуң Тбилиси театр институтын (1943—1946) тамамлай, унда Г. А. Товстоногов һәм Д. А. Алексидзела уҡый[11]. 1953 йылда ВГИК (С. Юткевич оҫтаханаһы) тамамлай. ВГИК-тағы уҡытыусылары араһында С. М. Эйзенштейн, Л. В. Кулешов, А. С. Хохлова, А. П. Довженко була. Диплом эше итеп дирижёр Дмитрий Аракишвили тураһында ҡыҫҡа метражлы документаль фильм төшөрә[12].

1953 йылдан — «Грузия-фильм» киностудияһы режиссёры.

1955 йылда Резо Чхеидзе менән берлектә Екатерина Габашвили хикәйәһе буйынса «Лурджа Магданы» тигән фильм төшөрә. 1956 йылда фильм Канн кинофестиваленең ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында «Уйлап сығарылған сюжетлы иң яҡшы фильм» булараҡ Махсус билдәләүгә лайыҡ була[13][14].

Режиссёрҙың икенсе эше — «Чужие дети» тигән көнкүреш драмаһы — 1958 йылда сыға. Совет тәнҡитселәре фильмды итальян неореализмына оҡшашлыҡта ғәйепләй. Абуладзеның хәҙерге биографтары неореалистарҙың, шулай уҡ ошо йүнәлештә эшләгән кинорежиссёрҙар М. Антониони менән Ф. Феллиниҙың йоғонтоһо шәйләнеүен, әммә шул уҡ ваҡытта режиссёрҙың үҙ поэтик теле булыуын да билдәләй[15][16]. Был фильм да халыҡ-ара фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ була.

1962 йылда Абуладзе Нодар Думбадзеның «Я, бабушка, Илико и Илларион» тигән романы буйынса шул уҡ исемдәге «моңһоу комедия» төшөрә. Фильм киң прокатҡа сыға һәм режиссёрға бөтә Союзда билдәлелек килтерә[17]. Михаил Ромм, картинала грузин халҡы юморы менән философияһының үҙенсәлекле үрелешен билдәләп, фильмға юғары баһа бирә[18].

1967 йылда Абуладзе Важа Пшавела әҫәрҙәре («Алуда Кетелаури» һәм «Гость и хозяин» поэмалары) буйынса «Мольба» фильмын төшөрөп бөтә. Унда хевсурҙар менән кистиндарҙың ҡан дошманлығы тураһындағы сюжеттарҙы, Изгелек менән Яуызлыҡ бәрелеше тураһындағы ҡиссаны, философик интермедияларҙы ҡуллана. Абуладзе "Мольба"ны ижадының төп әҫәре тип һанай һәм трилогияһының артабанғы ике фильмы — «Древо желания» менән "Покаяние"ның йөкмәткеһен философик кимәлдә дөйөмләштереү тип күрә[19]. «Мольба» СССР кинотеатрҙарында күрһәтелмәй тиерлек, әммә 1973 йылда Сан-Ремола (Италия) Халыҡ-ара кинофестивалдең автор фильмдары конкурсында гран-при ала[20].

1974 йылдан Абуладзе Тбилиси театр институтында уҡыта. Институтта кино факультеты асыу тәҡдимен күтәреп сығыусыларҙың береһе була, унда кинорежиссура курсын алып бара. Ошо уҡ йылдан ул — «Грузия-фильм» киностудияһы ижади берекмәһенең беренсе художество етәксеһе.

1978 йылда Еревандан үҙенең 1977 йылда төшөрөлгән «Древо желания» фильмын күрһәтеп ҡайтып килгәндә Абуладзе юл ҡазаһына эләгә. Шофёры һәләк була, Абуладзе ауыр йәрәхәтләнә һәм бер нисә ай дауалана.

Абуладзеның иң әһәмиәтле әҫәре — «Покаяние» фильмы. 1984 йылда төшөрөлә, әммә «кәштәгә» һалына. СССР Кинематографистар союзының беренсе секретары Элем Климовтың тырышлығы менән 1986 йыл аҙағында Кино йортонда "Покаяние"ны ябыҡ күрһәтеү була[21], киләһе йыл башында картина киң прокатҡа сыға[22]. «Покаяние» Үҙгәртеп ҡороу барышында Сталиндың шәхес культын фашлау кампанияһының тамғаһы булырлыҡ күренешкә әйләнә.

Фильм СССР һәм сит ил кинофестивалдәрендә күрһәтелә, күп һанлы наградаларға, шул иҫәптән Канн кинофестивале Гран-прийына лайыҡ була.

1976 йылдан Абуладзе — Грузия Кинематографистар союзы идараһы секретары.

1978 йылдан — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ депутаты (19891991).

Тормошоноң һуңғы йылдарында Абуладзе кино төшөрөү менән шөғөлләнмәй. 1994 йылдың 6 мартында Тбилисиҙа вафат була. Дидубе пантеонында ерләнгән.

Ғаиләһе

  • Атаһы — Евгений Моисеевич Абуладзе, табип.
  • Әсәһе — Александра Яковлевна Абуладзе, һөнәре буйынса иҡтисадсы, әммә эшләмәй, йорт хужабикәһе булып өйҙә генә тора.
  • Ҡатыны — Мзия Махвиладзе, актриса
    • Улдары: Гия (Георгий), архитектор; Каха Абуладзе, архитектор; Иракли Абуладзе, юрист.
    • Ейәндәре: Георгий Абуладзе; Мариам Абуладзе; Тамара Абуладзе.

Фильмография

Нәфис фильмдар

  • 1955 — Лурджа Магданы (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1958 — Чужие дети
  • 1962 — Я, бабушка, Илико и Илларион
  • 1967 — Мольба
  • 1971 — Ожерелье для моей любимой
  • 1977 — Древо желания
  • 1984 — Покаяние

Документаль фидьмдар

  • 1953 — Дмитрий Аракишвили (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Государственный ансамбль народного танца Грузии (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Наш дворец (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1965 — Сванские и Тушетские зарисовки
  • 1972 — Музей под открытым небом (документаль телефильм)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961)
  • Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1966)
  • Дағстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • Грузин ССР-ының Шота Руставели исемендәге дәүләт премияһы (1979)
  • Ленин премияһы (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус билдәләү, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Эдинбургтағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Почётлы диплом, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Хельсинкиҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Лондондағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Порретта-Термдағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивале (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Братиславалағы Халыҡ-ара кинофестиваль (I дәрәжә диплом, «Я, бабушка, Илико и Илларион», 1964)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Диплом һәм Премия, «Ожерелье для моей любимой», 1972)
  • Сан-Ремолағы Халыҡ-ара автор фильмы кинофестивале (Төп приз, «Мольба», 1974)
  • Ригалағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп премия, «Древо желания», 1977)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара кинофестиваль («Золотой тур» пластинаһы өсөн, «Древо желания», 1977)
  • Карловы Варыҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Древо желания», 1978)
  • Италияның «Давид ди Донателло» милли кинопремияһы («Древо желания», 1979)
  • Кабургтағы (Франция) Халыҡ-ара романтик фильмдар кинофестивале (Приз, «Древо желания», 1983)
  • Киевтағы Бөтә Союз кинофестивале (Приз һәм Диплом, «Ожерелье для моей любимой», 1984)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп приз, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Гран-при, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Халыҡ-ара киноматбуғат федерацияһы призы, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Экуменик (христиан) жюри призы, «Покаяние», 1987)
  • Чикаголағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Покаяние», 1987)
  • «Ника» премияһы, номинациялар: «Лучший игровой фильм», «Лучшая режиссёрская работа», «Лучшая сценарная работа» (Н. Джанелидзе һәм Р. Квеселава менән берлектә) («Покаяние», 1987)
  • Иң яҡшы сит ил фильмына тәнҡит призы, Польша («Покаяние», 1988)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кваснецкая, М. Г. Тенгиз Абуладзе. Путь к «Покаянию». — М.: Культурная революция, 2009. — 200 с. — ISBN 9785250060516.
  • Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М., Издательский дом «Новое время», «Всё для вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә