Грузия

Кавказ аръяғының өлөшөндә һәм Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында урынлашҡан дәүләт

Гру́зия, Гөржөстан (груз. საქართველო [sɑkʰɑrtʰwɛlɔ], Сакартве́ло) — Кавказ аръяғының көнбайыш өлөшөндә һәм Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында урынлашҡан дәүләт[6][7][8][9], Алғы Азияға һәм Яҡын Көнсығышҡа ҡарай[* 6][* 7]; йыш ҡына хәҙерге Европаның бер өлөшө булып та ҡарала[24].

Грузия
груз. საქართველო
Флаг{{{Герб урынына}}}
Девиз: «груз. ძალა ერთობაშია»
«Берҙәмлектә көс»
Гимн: «Бойондороҡһоҙлоҡ»
Үҙаллылыҡ датаһы26 май 1918 йыл
(ЗДФР-ҙан)
9 апрель 1991 йыл ( СССР[* 1])
Рәсми телдәргрузин теле[* 2]
Баш ҡалаТбилиси
Эре ҡалаларТбилиси, Кутаиси, Батуми, Рустави, Зугдиди, Гори, Поти, Сухуми[* 3], Цхинвали[* 4],
Идара итеү төрөПарламент-президент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Парламент Спикере
Саломе́ Зурабишви́ли
Георгий Гахария
Арчил Талаквадзе
Территория
• Бөтәһе
118
69 700 км² [* 5][1][2] / без Южной Осетии
и Абхазии
— 57200 км²
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Перепись (2014)
• Халыҡ тығыҙлығы

3 720 400[3] чел. (130)
3 713 804 чел.
65 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

37,209 млрд[4]. долл.
9,1722[4] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

16,535 млрд[4]долл.
4,286[4] долл.
ИЧР (2013)0,745[5] (высокий) (72 урын)
Валютагрузинский лари[d]
Интернет-домен.ge[d]
Код ISOGE
МОК кодыGEO
Телефон коды+995
Сәғәт бүлкәтеUTC+4:00[d] һәм Грузинское время[d]

Грузия көнбайышта Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуылһа, көнсығышта һәм төньяҡта Рәсәй, көньяҡта — Әрмәнстан һәм Төркиә, көньяҡ-көнсығышта — Әзербайжан менән сиктәш. Өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия биләмәләренә грузин хөкүмәте ғәмәлдә (де-факто) контроллек итмәй. Грузия, ОБСЕның Парламент Ассамблеяһы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа комиссияһы тарафынан улар Грузияның Рәсәй баҫып алған ерҙәре тип иҫәпләнә[25][* 8][27].

Дәүләттең символдары

Флаг

Грузияның хәҙерге флагы 2004 йылда махсус «Флаг тураһында Закон» менән раҫланған. Унда флагтың нисбәтен күрһәткән схема бирелгән: оҙонлоғоның киңлеге нисбәте — 3:2. Тәренең киңлеге дөйөм флаг киңлегенең 1/5 өлөшөн тәшкил итә.

Герб

Грузия гербы — уның дәүләт символы. Хәҙерге герб 2004 йылдың 1 октябрендә ҡабул ителгән. Ул ҡыҙыл ҡалҡанға эшләнгән Грузияның ҡурсалаусыһы, дейеүҙе һөңгө менән сәнсеп үлтереүсе Изге Георгийҙың көмөш фигураһынан ғибәрәт. Ҡалҡан грузин монархтары ырыуы Багратиониҙарҙың алтын батша коронаһы менән уратылған, уны ике алтын арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡан аҫтына «Берҙәмлектә — көс» тигән девиз яҙылған таҫма бар. Герб өлөшләтә Багратиониҙарҙың урта быуаттағы гербына нигеҙләнгән.

19181921 йылдарҙа бойондороҡһоҙ Грузия республикаһының үҙ символикаһы була. Ул ваҡыттағы дәүләт гербы алтын орнамент менән ҡаймаланған ете сатлы йондоҙҙан ғибәрәт. Уның үҙәгендә алтын тояҡлы аҡ атҡа атланған Изге Георгий һүрәтләнгән ҡалҡан урынлашҡан. Уның уң ҡулында көрәшкә әҙер торған көмөш башлы алтын — һөңгө, ә һулында — ҡалҡан (терһәгендә, атының һул ҡабырғаһында). Изге Георгийҙың баш осонда һигеҙ сатлы йондоҙ балҡый; йондоҙҙоң һул яғында — ай, уң яғында — ҡояш; һул йондоҙ — ай, ә уң яҡтан — ҡояш. Ай һәм ҡояштан аҫтараҡ, тағы ике һигеҙ сатлы йондоҙ урынлашҡан. Ат аҫтында тау һүрәтләнгән. Гербтың авторы — академик Евгений Лансере.

1991 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң, 1918 йылдағы герб ҡабаттан ҡабул ителә. 2004 йылда хәҙерге гербҡа алмаштырыла.

1921 йылда Грузияла совет власы урынлаштырыла һәм 25 февралдә Грузия ССР-ы ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан ул ЗСФСР составына инә. Грузияның элекке гербы ғәмәлдән сығарыла. Артабан ЗСФСР (1936) һәм Грузия ССР-ы гербы ҡулланыла. Гербтың авторҙары — академиктар Евгений Лансере менән Иосиф Шарлеман. Грузия ССР-ы өлөшләтә элекке герб мотивтарын ала (атап әйткәндә, орнаментта ете сатлы йондоҙ бар).

Гимн

Грузия Республикаһының Дәүләт гимны — флаг һәм герб менән бер рәттән Грузияның төп дәүләт символы. Гимн көйө Захарий Палиашвилиның (18711933) «Даиси» («Сумерки») һәм «Абессалом менән Этери» операларынан алынған. Гимн тексының авторы — билдәле грузин шағиры Давид Маградзе. Ул шулай уҡ классик грузин шағирҙары Акакий Церетели, Важа Пшавела, Григола Орбелиани һәм Галактион Табидзе әҫәрҙәренән цитаталар ҡулланған.

Халҡы

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар
Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
  • ОБСЕ не желает признавать новые реалии на Кавказе, считает МИД РФ
  • http://www.whitehouse.gov/the-press-office/us-russia-relations-reset-fact-sheet U.S.-Russia Relations: «Reset» Fact Sheet
  • Председатель Европейской Комиссии призвал Грузию внести официальную заявку на вступление в ЕС 2016 йыл 4 март архивланған.
  • Һылтанмалар

    «https:https://www.search.com.vn/wiki/index.php?lang=ba&q=Грузия&oldid=1209554» битенән алынған
    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары