Бокерия Лео Антонович

Леонид (Лео) Антонович Бокерия (груз. ლეო ანტონის ძე ბოკერია; . 22 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиохирургы, уйлап табыусы, медицина фәндәрен ойоштороусы, профессор. РФА (2011) һәм РАМН (1994) академигы, РАМН Президиумы ағзаһы (2013 йылға тиклем). Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге директоры. (1994—2019), 2019 йылдың 25 ноябренән ошо уҡыу йортоноң почетлы президенты. «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһы Секретары урынбаҫары.

Бокерия Лео Антонович
груз. ლეონიდე ანტონის ძე ბოკერია
Рәсем
Затир-ат[1][1]
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө22 декабрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (84 йәш) или 1939[2]
Тыуған урыныОчамчира[d]
Һөнәр төрөхирург, табип, кардиохирург
Эшмәкәрлек төрөкардиохирургия[d][2] һәм медицина[2]
Эш урыныНаучный центр сердечно-сосудистой хирургии имени А. Н. Бакулева[d]
Уҡыу йорто1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исемеРФА академигы[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжәмедицина фәндәре докторы[d] (1973)
Ғилми етәксеКованов, Владимир Васильевич[d] һәм Бураковский, Владимир Иванович[d]
АспиранттарРубен Рудольфович Мовсесян[d]
УҡыусыларГолухова, Елена Зеликовна[d]
Кемдә уҡығанГеоргий Эдуардович Фальковский[d]
Ойошма ағзаһыРәсәй Фәндәр академияһы, Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d], Общественная палата Российской Федерации второго состава (2008—2010 год)[d], Общественная палата Российской Федерации третьего состава (2010—2012 год)[d], Общественная палата Российской Федерации четвертого состава (2012—2015 год)[d], Общественная палата Российской Федерации шестого состава (2017-2020)[d], Общественная палата Российской Федерации седьмого состава (2020-2023)[d], Общественная палата Российской Федерации пятого состава (2014-2017)[d] һәм Национальная академия наук Грузии[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Бокерия Лео Антонович Викимилектә

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Пенин премияһы (1976), СССР-ҙың дәүләт премияһы (1986), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2002) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2003) лауреаты. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Леонид Антонович Бокерия 1939 йылдың 22 декабрендә Очамчира ҡалаһында (Абхаз АССР-ы, Грузин ССР-ы) тыуа. Атаһы — Бокерия Антон Иванович (1900—1943). Әсәһе — Бокерия Ольга Ивановна (1905—1971).

1965 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын, 1968 йылда шунда уҡ аспирантура тамамлай.

1968 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, һуңынан гипербарик оксигенация лабораторияһы мөдире итеп күсерелә. Ошо уҡ йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлай[3].

1973 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһен ала[4]. Профессор дәрәжәһенә эйә була.

1977 йылда фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала1993 йылға тиклем эшләй, һуңынан Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге ойошторолғас, уның Кардиохирургия институты директоры итеп тәғәйенләнә.

1994 йылдың сентябренән Л. А. Бокерия вазифа башҡарыусы була, ә 1994 йылдың ноябренән 2019 йылдың ноябренә тиклем — РАМН-дың А. Н. Бакулев исемсендәге НЦССХ директоры (һуңынан үҙәк Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсерелә). 2019 йылдың 25 ноябренән— А. Н. Бакулев исемендәге НЦССХ президенты[5].

И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның 2-се йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы һәм МГМСУ-ның диплом алды белем алыу факультетының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы мөдире[6].

1994 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» специальносы буйынса ғәмәлдәге ағзаһы.

2011 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Физиология һәм фундаменталь медицина бүлеге буйынса ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.

Ҡыҙҙары — Бокерия Екатерина (1971), балалар кардиологы, медицина фәндәре докторы[7]; Бокерия Ольга (1973), кардиолог, РФА мөхбир ағзаһы (2016).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Ленин премияһы лауреаты (1976)
  • СССР дәүләт премияһы лауреаты (1986).
  • Американың торакаль хирургтары ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1991).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999).
  • 1997, 1999, 2002 йылдарҙа — «Йыл кешеһе», Рус биографик институты.
  • 2000 йыл — «Ун йыллыҡ кешеһе» («медицина» номинацияһында), Рус биографик институты.
  • Рус православие сиркәүенең II дәрәжә Изге Сергий Радонежский ордены (2001).
  • «Кеше-легенда» титулы (2002).
  • Фән һәм техника өлкәһендә РФ дәүләт премияһы (2002).
  • Халыҡ-ара «Алтын Гиппократ» премияһы (донъяның иң яҡшы кардиохирургтарына бирелә) (2003)
  • «Йыл кешеһе — 2003»
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәт премияһы (2003).
  • «Быуат меценаты» Хәйриә фондының «Меценат» награда-ордены (2004).
  • «Йәмәғәт танылыуы» Алтын почет билдәһе (2004).
  • «Триумф» премияһы (2004).
  • «Йыл кешеһе — 2004» (Рус биографик институты).
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004).
  • «За честь, доблесть, созидание, милосердие» ордены (2004).
  • «Милләт һаулығы» (Атлас) «Йылдың иң яҡшы китаптары һәм нәшриәттәре» премияһы (2005).
  • «Йыл кешеһе — 2005» (Рус биографик институты).
  • Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы[8]
  • «Чечен Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2007)[9].
  • «Бала саҡ рыцары» маҡтаулы исеме (2007)[10].
  • «Йыл рәсәйлеһе» Милли премияһы (2008)[11].
  • «Данк миҙалы» (2008, йыл, 1 сентябрь, Ҡырғыҙстан)[12].
  • 2010 йыл — IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[13].
  • «Йыл кешеһе — 2013»[14]
  • Александр Невский ордены (2015 йыл, 22 август)[15]
  • «Муз-ТВ»-ның махсус премияһы (2016)[16].
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2020)[17].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат