Болдырева Любовь Петровна

Болдырева Любовь Петровна (24 июнь 1924 йыл — 2 август 1979 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Омск өлкәһе Любинский районы «Төньяҡ-Любинский» тоҡомсолоҡ совхозының һауынсылар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Болдырева Любовь Петровна
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө24 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыныФорпост[d], Становское сельское поселение[d], Большеуковский район[d], Омск өлкәһе
Вафат булған көнө2 август 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыныСеверо-Любинский[d], Любинский район[d], Омск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөһауынсы
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы

Любовь Петровна Болдырёва 1924 йылда Омск губернаһы Тар өйәҙенең Форпост ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Иртә эшләй башлай, 1939 йылда Омск өлкәһенең Исилкүл районы «Баррикадалар» колхозына эшкә килә.

1947 йылдан Омск өлкәһе Любинский районының «Төньяҡ-Любинский» тоҡомсолоҡ совхозында эшләй башлай. Тәүҙә һауынсы, һуңынан һауын һыйырҙар көтөүенең бригадиры булып эшләй. 1965 йылда уның бригадаһы һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә — уртаса һәр һыйырҙан йылына 4650 килограмм һөт һауып ала. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн Болдырева Любовь Петровнаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем совхозда эшләүен дауам итә.

Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында йәшәй.

1979 йылдың 2 авгусында вафат була[1]. Урындағы зыяратта ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (22.03.1966)
  • Ленин ордены (22.03.1966)
  • башҡа миҙалдар.

Хәтер

Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында урамдарҙың береһе Социалистик Хеҙмәт Геройы Болдырева исемен йөрөтә. Шулай уҡ уның исеме Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында Хеҙмәт Геройы мемориалында мәңгеләштерелгән[2].

Әҙәбиәт

  • Энциклопедия омск өлкәһе, 2 томда. — Омск, 2010.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат