Бәлхи

Әбү Зайд Әхмәт ибн Сахл әл-Бәлхи (850(0850)—934) — мосолман ғалим-энциклопедисы: математик, астроном, табип, географ булараҡ киң билдәле. Сығышы менән Балх тирәһенән, Хөрәсән; Бағдадта әл-Кинди һәм уның уҡыусыларында уҡый.

Бәлхи
Затир-ат[1][2]
ГражданлыҡСәмәниҙәр дәүләте
Тыуған көнө850[3]
Тыуған урыныБалх[d], Балх[d], Афғанстан
Вафат булған көнө934[2][3][4][…]
Вафат булған урыныБалх[d], Балх[d], Афғанстан
Һөнәр төрөгеограф, физик, математик
УҡыусыларАбу-ль-Хасан аль-Амири[d][5]
Кемдә уҡығанАль-Кинди[d][6]

Төп хеҙмәте — Ашкал ал-билад («Ил төрҙәре»), унда халҡы 10 000 кеше иҫәпләнгән Болғар ҡалаһы ентекле тасуирлана. Шулай уҡ китапта хазар, болғар, буртас, башджар халыҡтарының тасуирламаһы бар. Хеҙмәте шулай уҡ башҡа исем аҫтында билдәле — Сувар ал-акалим («Климаттар картаһы»), Таквим ал-булдан («Ҡалалар бүленеше»). Дөйөм фекер буйынса был китап 920—921 йылдарҙа яҙылған. Әммә был дата бер аҙ шик тыуҙыра. Эш шунда, Ибн Фаҙлан, 922 йылда болғар илендә шәхсән булған булһа ла, уларҙың ниндәй ҙә булһа ҡалаһы булыуы тураһында яҙмай. Әл-Бәлхи Болғар, Сувар һәм Тышҡы Болғар, шулай уҡ йәмиғ мәсеттәр тураһында иҫкә ала. Б. Н. Заходер был хәбәрҙе Ибн Фаҙлан әл-Бәлхигә еткереүсе булыуы мөмкинлеге тураһында фараз әйтә. Бәлки, әл-Бәлхи үҙенең әҫәрҙәрен 922 йылдан һуң ижад иткәндер. Ибн Фаҙлан үҙ яҙмаларында ҡалалар тураһында телгә алмаһа ла, был әл-Бәлхиҙең, Ибн Фаҙландан айырмалы рәүештә, Иҙел болғарҙарында йәй, улар ҡаланан «кейеҙ йорттарҙа» йәшәргә сыҡҡан ваҡытта булған, башҡа сығанаҡтары булыуы тураһында һөйләй.

Урыҫ теленә тәржемәләре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат