Волкац Дина Соломоновна

Дина Соломоновна Волкац (Волканц[1]; 1920, Полтава, Полтава өлкәһе[2] — 1985 йылдан һуң, Мәскәү) Бөйөк Ватан һуғышында ҡтанашыусы, эттәрҙе ҙерләү буйынса белгес (миналар эҙләү хеҙмәте). Һуғыш ваҡытында был хеҙмәттә командир вазифаһын биләгән беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[3]. Ҡыҙыл Армияла беренсе диверсант эт Динаны әҙерләүгә өлгәшә[4]. Дина Волкацтың шәхси эте мина эҙләүсе Джульбарс була.

Волкац Дина Соломоновна
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө1 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыныПолтава, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө10 ноябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР
Ерләнгән урыныВведенское зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефетеМазовер, Александр Павлович[d]
Һөнәр төрөкинолог, фотограф
Уҡыу йортоКрасная звезда[d]
Хәрби званиеөлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы һәм Калининский фронт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Волкац Дина Соломоновна Викимилектә

Иренең — билдәле кинолог А.П.Мазоверҙың (1905—1981) бөтә китаптарының фотографы була. 2010 йылда Светлана Гладыштың «Гражданская специальность — актриса» китабы — Дина Соломоновна Волкацтың биографияһы сыға.

Биографияһы

Дина Волкац 1920 йылда Полтавала тыуған. Харьковта хеҙмәт эттәре буйынса хәрби инструктор һөнәрен ала, һуңынан Харьков театр училищеһеның икенсе курсы өсөн имтихандар тапшыра. 1941 йылдың июлендә театрҙан китә, Малиновкала 9-сы армия отрядына саҡырылва. Танктарҙың эт-истребителдәре отрядында һуғыша, «Ҡыҙыл Йондоҙ» хәрби эттәр аҫраусылыҡтың Үҙәк мәктәбендә уҡый, унда үҙенә шәхси эт — Джульбарсты һайлай. 1943 йылдың майында «Ҡыҙыл йондоҙҙа» уҡыуҙы тамамлағандан һуң, Калинин фронтына китә. Хәрби техник Волкацты минаһыҙлатыуҙың 37-се айырым батальонының дрессировкалаусы-минерҙар взводы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Ошонда уҡ, фронтта, Дина Волкац минаһыҙлатыуҙың 37-се айырым батальоны командиры Александр Мазоверға кейәүгә сыға.

«Тәрәндә ятҡан миналарҙы һәм тарттырғыс ғәмәлдәге миналарҙы эҙләү буйынса» мина эҙләүсе эттәрҙе әҙерләүе өсөн взвод командиры Волкац Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (1944)[2].

Эттәр

Динаның шәхси эте Джульбарс була. Ул уны хәрби эттәр аҫраусылыҡ мәктәбендә уҡыған сағында һайлап ала. Уның был һайлауына бүлек начальнигы былай тип һорай:

һәйбәтерәк эт һайлап булмай инеме. Ниндәй билдәләренә ҡарап уны һайланығыҙ?

-Күҙҙәренә ҡарап

Дина Волкац беренсе диверсант этте, Динаны, үҙе өйрәтә[5]. Овчарка Дина Белоруссияла рельс һуғышында шартлатҡыстар менән йөктө туранан -тура паровоз тәгәрмәстәре аҫтына һөйрәп индерә, шулай итеп дошман эшелонын яр аҫтына ебәрә. Шунан эт инструкторына әйләнеп ҡайта.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Светлана Гладыш, «Гражданская специальность — актриса»
  • «Минно-розыскные собаки на фронтах Великой Отечественной войны»
  • Ф. М. Лужков, «Служебные собаки и их применение»
  • «Твой друг». Сборник по собаководству (составитель — К. Б. Глиер)
  • Собаки на фронтах Великой Отечественной / Гладыш С.Д. — М. : Кучково поле, 2012. — ISBN 978-5-9950-0235-2.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат