Волюбилис

Волюбилис (Volubilis) — Рим империяһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡала. Уның харабалары Марокконың Мулай-Иҙрис ҡалаһында, Фес һәм Рабат араһындағы автомагистралдән төньяҡҡа ҡарай 35 км алыҫлыҡта ята. 1997 йылдан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булараҡ ЮНЕСКО-ның яҡлауы аҫтына алынған. Волюбилистың барлыҡҡа килеүе быуаттар төпкөлөнә китә. Уның урынындағы тораҡ неолит ваҡыттарынан алып булған. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта округта карфагендар хужа була. Мең йыллыҡтар сигендә Волюбилис Юба II хакимлыҡ иткән Мавретан батшалығының эллинистик мәҙәниәтенең ҙур үҙәге була. 40-сы йылда батша Птоломей үлтерелгәндән һуң ҡала Мавретания провиницияһының үҙәге булараҡ империя составына инә.

Волюбилис
Нигеҙләү датаһыб. э. т. 400
Рәсем
КультураБоронғо Рим, Берберҙар һәм Пунийцы[d]
Дәүләт Марокко
Административ үҙәгеИдрисиды[d][1] һәм Мавретания[d]
Административ-территориаль берәмекOualili[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата1710
Мираҫ статусыБөтә донъя мираҫы һәм Культурное наследие Марокко[d]
Майҙан42 гектар
Рәсми сайтsitedevolubilis.org
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы(ii)[d][2], (iii)[d][2], (iv)[d][2] һәм (vi)[d][2]
Карта
 Волюбилис Викимилектә

Исеме латин телендә исеме, тупраҡтың уңдырышлылығына ишара яһап, «йомартлыҡ» тигәнде аңлата. Төп төҙөлөш эштәре Волюбилиста II быуатта барған. Шул саҡта форумы менән базилик төҙөлгән һәм һыу үткәргестәр һалынған. Эдикт Каракалла хөрмәтенә триумфаль арка (217) яҡшы һаҡланған. Уның төҙөлөшөнән һуң бер аҙҙан рим магистраттары Танжерға күсә. Волюбилистың артабанғы тарихы боронғо боронғо авторҙар тарафынан насар яҡтыртылған.

Волюбилиста 1915 йылдан француз ғалимдәре үткәргән һәм XXI быуатта яңыртылған археологик ҡаҙыныу эштәренән менән боронғо ҡаланың ер тетрәү арҡаһында емерелеүе асыҡлана. Акведукҡа зыян килә һәм халҡы йылға янында төпләнә башлай. 788 йылда был урындарға Мөхәммәтең нәҫеле — Иҙрис ибн Абдаллаһ килә, ул Волюбилисты үҙенең беренсе резиденцияһы итеп һайлай. Ҡаҙыныу эштәрендә табылған аҡса һәм документтарға ярашлы ҡаланы исламлаштырыу ул килгәнгә тиклем башлана[3]. Шуның менән бергә, Триумфаль арка тирәһендәге ҡәберҙәге 599—655 йылдарға ҡараған дүрт яҙыу Волюбилистың был осорҙа христиан ҡалаһы булыуын раҫлай

Боронғо ҡала урынындағы ғәрәп ауылы (әле Валила булараҡ билдәле) 1755 йылда Лиссабон ер тетрәүе арҡаһында ныҡ зыян күрә, шунан һуң бөтөнләй ташландыҡ хәлдә була. Халҡы күрше Мулай-Иҙрис ҡалаһына күсеп ултыра.

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат