Гаврилов Андрей Александрович

Гаврилов Андрей Александрович (8 ноябрь 1987 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы һәм тренер. Санкт-Петербургтан СКА командаһы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытты үҙ хоккей мәктәбе һәм экипировка бренды менән булаша.

Андрей Гаврилов
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

188 см

Ауырлығы

94 кг

Ҡулсыр

һул

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

8 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (36 йәш)
Санкт-Петербург, Рәсәй

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2004—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2004—2007Рәсәй флагы СКА-2
2006—2007Рәсәй флагы Спартак СПб
2007—2008Рәсәй флагы Ариада-Акпарс
2008—2009Рәсәй флагы Липецк
2009—2010Рәсәй флагы Витязь
2010Рәсәй флагы Атлант
2010—2011Белоруссия Шинник
2011Рәсәй флагы Молот-Прикамье
2011—2012Рәсәй флагы Ермак
2012—2013Рәсәй флагы Ижсталь
2013—2014Польша Подхале
2014—2016Рәсәй флагы Сочи
2016—2017Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—2018Ҡаҙағстан Торпедо
2018Эстония флагы Эверест
2019Ҡаҙағстан Торпедо
Тренер карьераһы
2020—ә.в.Рәсәй флагы Динамо-Юниор

Карьера

КХЛ-ға тиклем

Андрей Гаврилов хоккей ҡапҡасыһы карьераһын тыуған ҡалаһындағы СКА хоккей клубында башлай. Уның йәштәр составы өсөн ул тәү тапҡыр 2004/2005 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында уйнай. Артабанғы миҙгелдә Андрей СКА-2 өсөн һигеҙ генә осрашыу үткәрә. 2006/2007 йылдар миҙгеле Гаврилов өсөн яҡшыраҡ үтә. Ул тәүгә юғары лигала Санкт-Петербургтан «Спартак» өсөн сығыш яһай. Шулай уҡ ул СКА-2 өсөн дә уйнай. Бөтәһе шул миҙгелдә Андрей 31 уйын үткәрә.

Миҙгел тамамланғас, Гаврилов Санкт-Петербургтан китә һәм Марий Эл өлкәһе Волжск ҡалаһында урынлашҡан «Ариада-Акпарс» хоккей клубына күсә. Ул төп состав өсөн юғары лигала һәм йәштәр составы өсөн беренсе лигала уйнай. «Ариада-Акпарс-2» үҙ зонаһында алтынсы урынды яулай һәм плей-офф уйындарының тәүге раундында «Аҡ Барс-2» командаһына серияла 1:3 иҫәбе менән отола.

2008/09 миҙгеле башланыр алдынан Андрей Гаврилов командаһын алмаштыра: ул Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында уйнаған «Липецк» хоккей клубына күсә. Шул миҙгелдә Андрей клубтың төп ҡапҡасыһы статусын яулай һәм бөтәһе 52 рәсми уйында ҡатнаша, ә «Липецк» дивизионда етенсе урынды яулап плей-оффҡа эләгә. 1/16 финалында Гаврилов командаһы менән бергә «Рязань» клубына отола.

КХЛ-да тәүге миҙгел

КХЛ-дың икенсе миҙгеле алдынан Андрей «Витязь» менән килешеү төҙөй. 2009 йылдың 11 сентябрендә лигала ул тәүге уйынын үткәрә — «Витязь» Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубын 4:2 иҫәбе менән ота, ә Гаврилов уйынды тулыһынса боҙҙа үткәрә. 2010 йылдың 27 ғинуарында Андрей «Витязь» өсөн һуңғы уйынын үткәрә, сөнки 29 ғинуарҙа ул «Атлант» хоккей клубына күсә. 5 февралдә яңы командаһы өсөн тәүге уйын үткәрә һәм бер гол да үткәрмәй командаһына еңеү килтерә. Шул көндө ул тәү тапҡыр КХЛ-да рәсми уйында бер шайба ла ҡапҡаһына үткәрмәй. Тик «Атлант» өсөн ул шул миҙгелдә бөтәһе 3 уйын ғына үткәрә.

2010/2011 йылдар миҙгелендә ул сентябрҙә «Атлант» өсөн бер уйында ҡатнаша ла команданан китә. Уның яңы клубы Белоруссия чемпионатында сығыш яһаған «Шинник» хоккей клубы була. Был команда өсөн Андрей 28 матч үткәрә. «Шинник» даими чемпионатта һуңғы урынды яулай һәм плей-офф уйындарына эләкмәй, ә Гаврилов кире Рәсәйгә ҡайта.

ЮХЛ-да ике йыл

Рәсәйгә ҡайтҡас Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Молот-Прикамье» хоккей клубының составын тулыландыра. 2011 йылдың сентябрь һәм октябрь айҙарында был клуб өсөн ул 11 уйын үткәрә һәм шуларҙың икәүһен генә еңә. Ноябрьҙә иһә ул Ангарск ҡалаһынан «Ермак» хоккей клубына күсә. Даими миҙгел аҙағына тиклем ул 21 осрашыуҙа ҡатнаша, 12 уйынды еңә һәм 2 тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Шулай уҡ ул бер тапҡыр лиганың аҙнала иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. Ә Братина кубогы уйындарында «Ермак» конференциялар ярымфиналдарында буласаҡ чемпионға — «Торос» командаһына отола. Гаврилов командаһының бөтә 9 уйынында ла ҡатнаша. Андрей көйөрмәндәрҙең тауыштары буйынса команданың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[1].

Яңы миҙгелдә «Ермак» өсөн 9 уйын ғына үткәргәс, клуб етәкселеге Андрей менән килешеүҙе өҙөргә хәл итә. 2012 йылдың 22 ноябрендә Гаврилов Ижевскиҙан «Ижсталь» командаһына күсә. Удмурт республикаһы клубы өсөн тәүге уйынды ул 26 ноябрҙә уҙғара. Шул көндө Ижевскиға ҡунаҡҡа «Молот-Прикамье» килә. «Ижсталь» 3:0 иҫәбе менән еңә, ә Андрей Гаврилов бөтә шайбаларҙы кире ҡаға. Тәүге уйыны яҡшы үтһә лә, уның яңы клубы өсөн сығышын яҡшы тип атап булмай: 17 уйын һәм 3 еңеү генә. Шуға күрә миҙгел тамамланыу менән Андрей команданан китергә мәжбүр була.

Был миҙгел башында уның менән бер ҡыҙыҡ хәл була. «Ермак» өсөн уйнағанда уны һәм команданан тағы ике кешене Ангарск ҡала Думаһына һайлауҙарҙа кандидат булып теркәйҙәр[2]. Гавриловтың үҙенең әйтеүе буйынса, улар саҡ ҡына еңеләләр, һәм был улар өсөн ҡыҙыҡ тәжрибә булды[3].

Артабанғы эш урынын табыр өсөн уға тағы ла Рәсәйҙән китергә кәрәк була: ул Польша хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Подхале» хоккей клубы менән контракт төҙөй. «Подхале» даими чемпионатта һуңғы урында була. Тик Андрей ышаныслыҡ коэффициенты һәм кире ҡағылған шайбалар проценты буйынса лиганың иң яҡшы 10 ҡапҡасы исемлегендә була.

«Сочи»

2014 йылдың йәйендә ул КХЛ клубы «Сочи» менән һынаулы контракт төҙөй[4]. Миҙгел алдынан үткән Руслан Салей иҫтәлегенә турнирҙа бер уйын үткәрә лә клуб менән ике йыллыҡ килешеүгә ҡултамғаһын ҡуя. КХЛ даими чемпионатында ул 25 уйында ҡатнаша. Турнирҙың 23-сө аҙнаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[5]. Гагарин кубогында «Сочи» Рәсәй чемпионы ЦСКА хоккей клубына дүрт осрашыуҙа еңелә, шуларҙың икәүһендә Гаврилов ҡатнаша.

2015/2016 йылдар миҙгелендә ул биш уйын ғына үткәрә һәм бер тапҡыр ғына еңеүгә өлгәшә. Андрей башҡа даими чемпионатта ла, плей-оффта ла боҙға сыҡмай.

2016 йылдан алып

2016 йылдың 29 июлендә Андрей Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән бер йылға ике яҡлы контракт төҙөй[6]. Башҡортостан республикаһы кубогында ул ике уйын еңә, бер шайба үткәрә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһына бер шайба ла үткәрмәй. Тәү тапҡыр рәсми уйында «Салауат Юлаев» өсөн боҙға Риганан «Динамо» хоккей клубына ҡаршы уйында сыға — буллиттар серияһында ул Никлас Сведбергты алмаштыра һәм шунда еңелә. «Тракторға» ҡаршы осрашыуҙа ул Сведбергты уйын уртаһында алмаштыра һәм бер гол да үткәрмәй. 2016 йылдың 27 сентябрендә Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһына ҡаршы уйында боҙҙа бөтә 60 минут була, командаһына еңеү килтерә һәм иҫәбенә «ҡоро» уйын яҙа. 25 ноябрҙә «Салауат Юлаев» үҙенең 55-йыллыҡ юбилейы көнөндә үҙ майҙанында Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына ҡабул итә. Өсөнсө периодта 1:1 иҫәбе саҡта Максим Майоров гол керетә. Әммә баш судья быны күрә алмай һәм уйын туҡтамай. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар контрһөжүмгә китәләр. Ә был саҡта Гаврилов, уйын туҡтаған, тип уйлап арты менән әйләнеп һыу эсеп тора ине. Әммә гол үткәрмәй[7]. Аҙаҡтан Өфөлә үткән КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынының оҫталыҡтар конкурстары ваҡытында Павел Францоуз был ваҡиғаға пародия яһай[8]. Андрей миҙгел тамамлау тантанаһында КХЛ-дан «Ҡоростай нервалар» бүләген ала[9]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай һәм плей-оффтың беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Андрей шул миҙгелдә бөтәһе 26 уйын уҙғара һәм шуларҙың 9 еңә, ике тапҡыр ҡапҡаһына «ҡоро» ҡалдыра. Гагарин кубогында ул бер уйын да ғына ҡатнаша: шунда өс гол үткәрә лә алмашына. Миҙгел тамамланғас, ул команданан китеүен белдерә[10].

2017/2018 йылдар миҙгелендә Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» өсөн сығыш яһай. Барыһы 9 уйындың алтауһында еңә, ә команда плей-оффта тәүге раундта «Торос» хоккей клубына еңелә. Шулай уҡ миҙгел барышында Гаврилов бер аҙнала лиганың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. 2018/2019 йылдар миҙгеленең башында ул Эстонияла «Эверест» хоккей клубы өсөн һигеҙ осрашыу уҙғарып өлгөрә. 2019 йылдың 15 ғинуарында Андрей «Торпедо» менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[11]. Ҡаҙағстан командаһы өсөн ул 4 осрашыуҙа ҡатнаша, тик команда плей-оффҡа эләгә алмай.

Тренер карьераһы

2020/2021 йылдар миҙгелендә Андрей Гаврилов Милли йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Санкт-Петербургтан «Динамо-Юниор» хоккей клубының ҡапҡасылар тренеры булып эшләй [12]. Әммә аҙаҡтан Гаврилов Санкт-Петербургта ҡапҡасылар мәктәбен һәм «G50 Full control» брендын аса[13]. Артём Крюков менән бергә «Arena G50» боҙ һарайын төҙөйҙәр, шунда йәш ҡапҡасылар тәрбиәләнә.

Статистика

Һуңғы яңыртыу: 11 июль 2019 йыл. Бында ЮХЛ менән КХЛ статистикаһы күрһәтелгән.

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/ӨВ — тигеҙ иҫәп менән йә өҫтәмә ваҡыт менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Даими миҙгелПлей-офф
МиҙгелКомандаЛигаУЕОТ/ӨВМинҮШУ"0"ЫК%КҠШУЕОМинҮШУ"0"ЫК%КҠШ
2009/10ВитязьКХЛ195639536504.0987.6Команданан китә
2009/10АтлантКХЛ2200120110.597.410137101.5895.5
2010/11АтлантКХЛ0000000Команданан китә
2011/12Молот-ПрикамьеЮХЛ112435952802.8290.2Команданан китә
2011/12ЕрмакЮХЛ21125311213421.8294.79455391721.8994.7
2012/13ЕрмакЮХЛ96225222502.8789.2Команданан китә
2012/13ИжстальЮХЛ173848955113.4291.19455391721.8994.7
2014/15СочиКХЛ2558610695202.9290.420276503.9489.1
2015/16СочиКХЛ5121221902.4490000000
2016/17Салауат ЮлаевКХЛ2596211383721.9593.410003435.375
2017/18Торпедо У.-К.ЮХЛ86104701602.0493.510105822.0489.5
2018/19Торпедо У.-К.ЮХЛ4001149903.688.2Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
Бөтәһе ЮХЛ-да70292012375416332.6192.110465981921.9194.4
Бөтәһе КХЛ-да76222212350216432.8190.7403148903.6588.8

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат