Герасименко Светлана Ивановна

Герасименко Светлана Ивановна (23 февраль 1945 йыл) — СССР һәм Тажикстан астрономы, Чурюмов-Герасименко кометаһын асыусы.

Герасименко Светлана Ивановна
укр. Світлана Іванівна Герасименко
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Тажикстан
Тыуған көнө23 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (79 йәш)
Тыуған урыныБарышевка[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөастроном
Эшмәкәрлек төрөастрономия
Уҡыу йортофизический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре кандидаты[d]
 Герасименко Светлана Ивановна Викимилектә

Биографияһы

Светлана Ивановна Герасименко 1945 йылдың 23 февралендә Киев өлкәһенең Барышевка ҡасабаһында (Украина) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[2] . 1968 йылда Киев университетының астрономия кафедраһын тамамлаған, һуңынан аспирантураға уҡырға ингән. 1969 йылдың сентябрь айында Украинаның НАН Төп астрономия обсерваторияһының хеҙмәткәре Клим Чурюмов менән бергә илле сантиметрлы телескоптан кометаларҙы күҙәтеү өсөн Алма-Атаға экспедицияға сыға.1969 йылдың 11 — 12 сентябрь төнөндә, Комас-Сола кометаһын күҙәткән саҡта, улар кометаның фотоһын эшләгәндәр һәм фотола был комета янында тағы ла бер яңы кометаны күргәндәр. Уға кометаны асыусыларҙың исеме- Чурюмов-Герасименко кометаһы тигән исем — бирелгән.

1973 йылда Светлана Герасименко Тажикстандың астрофизика институты саҡырыуы буйынса Дүшәнбегә күсеп килгән. Хәҙер ошо институттың фәнни хеҙмәткәре булып эшләй һәм кометаларҙы тикшереүҙәр менән булыша.

2004 йылдың 2 мартында Светлана Герасименко Клим Чурюмов менән бергә, Франция Гвинеяһының Куру космодромына барып, «Розетта» планета-ара зондын Чурюмов-Герасименко кометаһына ебәреүҙә ҡатнаша. Зонд кометаға 2014 йылдың ноябрендә барып еткән, 12 ноябрь унан "Филы"ултыртыу модуле айырылып киткән ул 7 сәғәт дауамында кометаға яҡынайған һәм 18:33…20:33 сәғәттә(мск ваҡыты менән) тарихта беренсе тапҡыр кометаға (ике тапҡыр төшөп ҡарап, кире һикереп) төшөп ултырған.

Светлана Герасименко исеме шулай уҡ 1982 йылда Николай Черных асҡан астероидҡа № 3945[3] бирелгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат