Елизавета Начич

Елизавета Начич (сер. Јелисавета Начић / Jelisaveta Načić; 31 декабрь 1878(18781231), Белград — 6 июнь 1955, Дубровник) — билдәле Сербия архитекторы. Уны пионер булараҡ иҫтә ҡалдыралар, ул күп ҡатындарҙы элек тик ирҙәр генә һаналған һөнәрҙәргә уҡырға илһамландыра. Ул Белградта архитектура өлкәһендә тәүге уҡыусы ғына түгел, Сербияла беренсе ҡатын-ҡыҙ архитектор ҙа була[2].

Елизавета Начич
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

31 декабрь 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) или 1878[1]

Вафат көнө

6 июнь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) или 1955[1]

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Белград университетының архитектура факультеты[d]

-
 Елизавета Начич Викимилектә

Биографияһы

Елизавета Начич: Александр Невский сиркәүе, Белград (1929)

Елизавета Начич Белград ҡалаһында тыуған.

1896 йылда яҡшы һөҙөмтәләр менән мәктәпте тамамлай. Мәктәпте тамамлағандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар бындай һөнәргә эйә булырға тейеш түгел тип һаналған ваҡытта ул Белград университетының архитектура мәктәбендә архитектураны өйрәнергә юлланған. 22 йәшендә инженерлыҡ эше факультетын тамамлаған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Ул Төҙөлөш министрлығында эш эҙләй, ләкин рәсми кеше була алмай, сөнки был ваҡытта хәрби хеҙмәтте үтеү талабы ғәмәлдә булған[3].

Елизавета Начич Белградта архитектор вазифаһына эйә булған, унда ҡаланың беренсе баш архитекторы булып тәғәйенләнә. 1903 йылда ул Белградтың Калемегдан паркында Бәләкәй Баҫҡыс проектын төҙөгән.

Елизавета Начичтың иң билдәле эше — яҡшы проектланған мәктәп бинаһы, ул уны 1906 йылда тамамлаған. Хәҙер был бина король Петр Беренсенең башланғыс мәктәбе булараҡ билдәле.

Ул шулай уҡ сиркәүҙәр, шул иҫәптән Белградта моравия стилендәге Александр Невский сиркәүе (1929)[4] һәм Косовола ҙур булмаған сиркәү (1929) проекттарын төҙөй. Уның проекты буйынса төҙөлгән дауахана Икенсе донъя һуғышы ваҡытында емерелгән, әммә ҡайһы бер торлаҡ йорттар, модерн йәки неоренессанс элементтары булһа ла, һаман да беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған[2].

Беренсе донъя һуғышы осоронда

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ул Венгриялағы лагерға ебәрелә. Был уның һынлы сәнғәт карьераһын тамамлауға килтергән. Һуғыштан һуң Елизавета Начич тормош иптәше Лука Лукай менән Дубровник ҡалаһына күсә. Ул уның менән лагерҙа танышҡан.

Елизавета Начич үҙенең тормош ҡаҙаныштары өсөн дәүләт пенсияһын алған. 1955 йылда Дубровникта вафат була.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат