Ериковский

Ериковский — Ростов өлкәһенең Дубовский районында, Дубовское ауыл биләмәһе составындағы утар.

Утар
Ериковский
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Дубовский

Ауыл биләмәһе

Дубовское

Координаталар

47°24′31″ с. ш. 42°44′13″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1905 йылда

Халҡы

550[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86377

Почта индексы

347417

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 213 825 006

Код ОКТМО

60 613 425 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ериковский (Рәсәй)
Ериковский
Ериковский
Ериковский (Ростов өлкәһе)
Ериковский

Тарихы

Утарға нигеҙ һалыу тураһында ҡарар 1896 йылда уҡ ҡабул ителгән була. Ростов өлкәһе Баклановская станицаһы йыйылышында, Барабанщиков утары менән йәнәш үҙәндә, яңы утарға күсенеп сығыу өсөн урын бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында утарға нигеҙ һалыу кисектерелә. Һөҙөмтәлә, ХХ быуат башында, ете казак ғаиләһе Ерик йылғаһы буйындағы иң яҡшы ерҙәргә бүленеп сыға.

Ваҡыт үтеү менән, уларға был биләгән ер участкаларында ҡалырға рөхсәт итәләр. Улар нигеҙләгән утар Щеглов исеме ала.

Ғәмәлдә, Ериковский утарына нигеҙ 1905 йылдың көҙөндә, Баклановская станицаһының казактарына ер участкалары бүлеп биреү һөҙөмтәһендә һалына[2].

География

Утар Ерик йылғаһының һул яҡ ярында, Дубовское ауылы ҡаршыһында урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары

  • Ериковский утары эргәһендә фашизм ҡорбандарына Һәйкәл-мемориал урынлашҡан. Һәйкәл Карл Маркс исемендәге колхоздың һөт-тауар фермаһы урынында ҡуйылған.

Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, фашист оккупацияһы осоронда (1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың 1 ғинуарына тиклем), утар эргәһендә совет хәрби әсирҙәренең лагеры урынлашҡан була[3].

Тәүге хәрби әсирҙәрҙе немецтар, утарҙың һөт-тауар фермаһына, утарҙы баҫып алғандан һуң бер тәүлек үткәс тә килтерәләр.

Совет ғәскәрҙәре утарҙы ҡалдырып китер алдынан аҙыҡ-түлек складын алып сығырға өлгөрмәй, уны яндыралар.

Немецтар әсирҙәргә янған иген ашаталар. Әсирҙәр өсөн төҙөлгән барактарҙа кешеләр ике ҡатлы һикеләрҙә йоҡлайҙар. Кемдәргә урын етмәй, уларҙы бишәр ай буйына сәнскеле тимерсыбыҡ артында асыҡ һауала тоталар.

Концлагерь биләмәһендә язалау өсөн барак урынлашҡан була. Унда 300-гә тиклем әсирҙәрҙе ҡыуып индерәләр.

Сталинград һуғышы ваҡытында эшкә яраҡлы әсирҙәрҙе лагерҙан ҡыуып алып китәләр. Ауырыу һәм яралы әсирҙәрҙе атып үлтерәләр һәм соҡорға ырғыталар.

Бында күмәк ҡәберлек урынлашҡан. Үлгән хәрби әсирҙәрҙе немецтар 6 x 4 метр үлсәмендәге дөйөм ҡәбергә илтәләр, табутһыҙ күмәләр.

Тарихсылар һәм археологтар 18 ҡәбер һанай, уларҙың һәр береһендә яҡынса 1000 кеше була.

Хәҙерге ваҡытта был урында мемориал ҡуйылған. Унда ошондай яҙыу бар: «1942. Концлагерь ҡорбандары иҫтәлегенә. Совет һуғышсыларына».

Лагерь булған осорҙа, унда яҡынса 18 мең кеше була. Көн һайын язалауҙан, йонсоуҙан, көс еткеһеҙ эштән һәм атыуҙарҙан 100-ҙән 200-гә тиклем кеше үлә.

Лагерҙа Ростов өлкәһе Дубовский районының 46 кешеһен дә индереп, 5 мең тирәһе хәрби әсир үлгән һәм атылған.

Мемориал 1987 йылдың 9 майында асыла. Һәйкәл — өс интеккән совет һалдатының скульптура композицияһынан ғибәрәт.

Мемориал, Ленинград скульпторҙары Марлен Шалвович Цхададзе һәм Юрий Александрович Степанюк проекты буйынса эшләнгән. Проектты тормошҡа ашырыусылар Константин Александрович Лелин һәм Владимир Михайлович Никитин.

Мемориал 1987 йылдың 9 майында асыла. Мемориал менән йәнәшә Хәтер паркы төҙөлгән[4].

  • Хәтер паркы — фашизм ҡорбандарына Һәйкәл-мемориал менән йәнәшә (1987).

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
550

Урамдары

  • Зелёная урамы,
  • Киров урамы,
  • Октябрь урамы,
  • Речная урамы,
  • Мәктәп урамы ,
  • Энгельс урамы,
  • Матросов тыҡрығы,
  • Островский тыҡрығы,
  • Пионер тыҡрығы,
  • Речной тыҡрығы,
  • Чайковский тыҡрығы.

Һылтанмалар

Тышҡы рәсемдәр
Ериковский концлагеры ҡорбандары иҫтәлегенә.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат