Завалищин Александр Николаевич

Завалищин Александр Николаевич (12 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металлургы, техник фәндәр докторы, профессор.

Завалищин Александр Николаевич
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө12 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыныМагнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөғалим
Эш урыныМагнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йортоМагнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжәтехник фәндәр докторы[d]

90-дан ашыу фәнни эштәр авторы, бер нисә уйлап табыу һәм патенттарға эйә[1].

Биографияһы

1947 йылдың 12 авгусында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.

Белеме

Магнитогорскиҙың 4-се урта мәктәбен 1964 йылда тамамлай[2]. 1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы өйрәнеү, ҡорамалдар һәм металдарҙы термик эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1975 йылда Киев политехник институтында «Исследование возможности борирования высокопрочных чугунов с шаровидным графитом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 2005 йылда Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында «Развитие теории и технологии формирования структуры и свойств покрытий на металлах в условиях ударно-фрикционного взаимодействия инструмента с поверхностью» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].Уның ғалим булыуында уҡытыусылары- профессорҙар Г. И. Иванцов, В Г. Пермяков һәм В. Н. Гриднев ҙур роль уйнай.

Эшмәкәрлеге

МТМИ тамамлағандан һуң, ул металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү кафедраһында эшләүен дауам итә һәм ассистенттан алып кафедра мөдиренә тиклем юл үтә, 1985 йылдан 1994 йылға тиклем был вазифала эшләй. Әлеге ваҡытта профессор А. Н. Завалишин ҡойоу производствоһы һәм материалдарҙы өйрәнеү кафедраһында профессор булып эшләй, бында «материалдар төҙөлөшө теорияһы» һәм «металлургия заводтарында термик эшкәртеү технологияһы» фәндәрен уҡыта[5].

Завалищиндың фәнни тикшеренеүҙәре эҫе прокатлы ҡорос үҙенсәлектәре һәм уларҙың структураһы менән идара итеүҙе өйрәнеүсе фәнни мәктәбенә ҡарай. Уның фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре Магнитогорск металлургия комбинатының ЛПЦ-3 и ЛПЦ-10 прокат цехтары производствоһына, шулай уҡ Магнитогорск метиз заводына индерелә.

2005 йылда «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнә.

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат