Кардашёв Николай Семёнович

Кардашёв Николай Семёнович (25 апрель 1932 йыл, Мәскәү — 3 август 2019 йыл, шунда уҡ[4]) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, эксперименталь һәм теоретик астрофизика һәм радиоастрономия өлкәһендә белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1965), РФА академигы (1994). Рәсәй Фәндәр академияһы физика институтының астрокосмик үҙәге директоры (1990 йыл), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980, 1988).

Кардашёв Николай Семёнович
рус. Николай Семёнович Кардашёв
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө25 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыныМәскәү, СССР[1]
Вафат булған көнө3 август 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыныТроекуров зыяраты[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөастроном, астрофизик
Эшмәкәрлек төрөастрофизика[d] һәм радиоастрономия[d]
Эш урыныАстрокосмический центр ФИАН[d]
Уҡыу йортоМДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре докторы[d] (1965)
Ғилми етәксеИосиф Самуилович Шкловский[d]
АспиранттарЮрий Юрьевич Ковалёв[d]
УҡыусыларЮрий Юрьевич Ковалёв[d]
Ойошма ағзаһыРәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Европа академияһы[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы СССР дәүләт премияһы Почёт ордены Демидов премияһы
Вики-проектПроект:Математика[d]
 Кардашёв Николай Семёнович Викимилектә

Биографияһы

Николай Семенович Кардашев революция эшмәкәрҙәре, революцияға тиклемге стажға эйә большевиктар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Семён Карлович Брике (1898—1937, атыла) революциянан һуң яуаплы партия хеҙмәткәре — Коминтерн хеҙмәткәре, артабан Азов-Кара диңгеҙ крайында Партия контроле комиссияһы вәкиле була[5]; әсәһе, Кардашева Нина Николаевна (1899—?), Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын һәм Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай, 1956 йылға тиклем төрмәлә һәм һөргөндә була[6][7]. Н. С. Кардашёв ата-әсәһен ҡулға алғандан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә.

1955 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, һуңынан П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй. Иосиф Шкловский етәкселегендә 1962 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1960-сы йылдарҙа асылғанға тиклем үк пульсарҙарҙың барлығын әйтә[8].

1963 йылда СТА-102 квазарын тикшерә, был Ерҙән ситтәге интеллектты (SETI) эҙләүгә беренсе совет өлөшө була. Был хеҙмәттә ул ҡайһы бер галактик цивилизациялар беҙҙекенә тиклем миллиард йылдар элек булғандыр, тигән фекер әйтә һәм бындай цивилизацияларҙың рейтинг шкалаһын — Кардашев шкалаһын иҫәпләп сығара. Ерҙән ситтәге интеллектты эҙләү буйынса етди совет тикшеренеүҙәре АҠШ-тағы бындай программаларҙан бер нисә йылға алда бара. СССР-ҙың башҡа билдәле эксперттары — Всеволод Троицкий һәм Иосиф Шкловский (Кардашевтың ғилми етәксеһе).

1976 йылдың 12 декабрендә СССР Фәндәр академияһының дөйөм физика һәм астрономия буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1994 йылдың 21 мартынан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[9].

Кардашев шкалаһы

Кардашёв, Ғаләмдең ерҙән тыш цивилизациялары стадияларын энергияны ҡулланыу кимәле буйынса классификацияларға мөмкин, тигән фекер белдерә. Ул мөмкин булған бөтә цивилизацияларҙы өс төркөмгә бүлә:

  1. Цивилизацияның I төрө: Ергә төшкән ҡояш яҡтылығын тулыһынса файҙаланып, планета энергияһын йыйыусылар. Планетаның бөтә энергияһы ла уларҙың контролендә.
  2. Цивилизацияның II тибы: кемдәр үҙҙәренең яҡтыртҡыс энергияһын тулыһынса файҙалана, был уларҙы I типтағы цивилизациянан 10 миллиард тапҡырға ҡеүәтлерәк итә.
  3. Цивилизацияның III тибы: бөтөн галактика энергияһы менән файҙалана алыусылар, был уларҙы II типтағы цивилизациянан 10 миллиард тапҡырға ҡеүәтлерәк итә. Ошо цивилизацияларҙың һәр береһе миллиардлаған йондоҙ системаларын колониялаштырған һәм үҙенең галактикаһы үҙәгендә ҡара упҡын энергияһын файҙаланырға һәләтле.

Кардашев фекеренсә, ниндәй цивилизацияның энергетик ҡулланыуы уртаса тиҙлектә үҫә (йылына бер нисә процент), ул бер баҫҡыстан икенсе баҫҡысҡа күсә ала, бындай күсеү унан бер нисә меңдән бер нисә тиҫтә мең йылға тиклем ваҡыт аласаҡ.

Шулай уҡ Кардашев, әгәр Мультиғаләм гипотезаһы дөрөҫ булһа, иң үҫешкән цивилизациялар Ғаләмебеҙҙе ташлап, үҙҙәре өсөн ҡулай булған башҡа ғаләмдәргә күсенгән, тип тә фаразлай[10].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Николай Семёнович Кардашёв (к 70-летию со дня рождения) // Земля и Вселенная. — 2002. — № 3.
  • Балега Ю.Ю. и др. Памяти Николая Семёновича Кардашёва (рус.) // Успехи физических наук. — Российская академия наук, 2020. — Т. 190. — № 3. — С. 669—670. — DOI:10.3367/UFNr.2020.05.038765

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат