Кесе Ирентек (күл)

Кесе Ирентек([1]) (рус. Синегла́зов  — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге, Силәбе ҡалаһының көньяҡ ситендәге күл. Күлдең майҙаны — 9,92[2] км², уртаса киңлеге 2,6 км. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге —214,5 м[3].

Озеро
Кесе Ирентек
урыҫ Синеглазово
Морфометрия
Абсолют бейеклеге214,5 м
Майҙаны9,92 км²
Күләме0,033 км³
Иң тәрән урыны3,1 м
Гидрология
Минераллығытоҙло 
Урынлашыуы
55°00′56″ с. ш. 61°25′13″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010500911111200008935
Рәсәй
Точка
Кесе Ирентек
Силәбе өлкәһе
Точка
Кесе Ирентек

Күл һай, уртаса тәрәнлеге — 2,4 м, максималь тәрәнлеге — 3,1 м. Һыу массаһының күләме — яҡынса 0,033 км³, климат шарттарына ҡарап үҙгәреүе киң вариантлы булыуы мөмкин[4]. Күл соҡоро табаҡ формаһында, бер аҙ йырғыланған битләүҙәр менән сикләнгән. Төбө ләм ултырмалары менән ҡапланған, уларҙың дөйөм запасы 10 миллион м³-ҙан күберәк. Күлдең ярҙары тәпәш, күбеһенсә һаҙланған; күлдең яр буйҙары күп урындарҙа ағайрыҡ (тростник) һәм ҡамыш менән ҡапланған.

Күл буйҙарында Исаков, Синеглазов[5], Сосновский районына ҡараған Вознесенка[3], Полевой, Новосинеглазов ҡасабалары һәм ауылдары урынлашҡан[5]. Күл тирәләй биләмәне шулай уҡ баҡсасылыҡ хужалыҡтары файҙалана[3], күлдең һыуы сәнәғәт предприятиеларының ағынты һыуҙары менән бысранған[6].

Күл эргәһендә археологик ҡомартҡылар урынлашҡан: күлдең көньяҡ-көнсығыш ярында — Андрон мәҙәниәтенең Фёдоровка һәм Алакүл этаптарына ҡараған «Синеглазов» бронза быуаты торамаһы[7], көньяҡ-көнбайыш ярында — «Синеглазовские курганы»[8], бронза һәм иртә тимер быуат дәүеренең «Синеглазов ҡурғандары» («Синеглазов-3»[9], «Синеглазов-4»[10]) урынлашҡан.

Ихтиофаунаһы

Күлдә табан балыҡ, алабуға, һаҙан (карп), пелядь, ротан[11], ялтырсабаҡ (верховка), аҡ амур, ҡарабалыҡ (линь), толстолобик, алабалыҡ йәки сөгә (сиг), рипус[12] сабаҡ (плотва), суртан, чебак кеүек балыҡтар тереклек итә. Күлдең зоопланктоны динамик үҙгәрештәргә дусар ителә[13].

Тарихи мәғлүмәт

Кесе Ирентек (Синеглазов) күле хатта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле — XX быуат башында бында б. э. X быуат боронғо артефакттары булған 12 ҡурған табылған. Археологтар фекеренсә, күл районы — Бөйөк Венгрияның мөмкин булған үҙәктәренең береһе[14].

Бик боронғо заманда, б. э. т. II мең йыллыҡтың 2-се сирегендә күлдең атамаһы Кесе Ирентек булған. Был территорияла һинд-арий телендә һөйләшкән кешеләр (скиф-сарматтар, Һынташты мәҙәниәт) йәшәгән. Күлдең ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡомон пуштун лексемаһы жарендик, йарендик йәки «алтын-ерән, ерән» тип атаған[15].

Шулай уҡ боронғо латин телендә -ирен- «асыуат-тоҙло тупраҡ» йә «сүллек» тигәнде, латин телендә «ҡороған, һыуһыҙ урын» тигәнде аңлатҡаны Ирентек атамаһының боронғо осорға бәйлелеген дәлилләй[16].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема// Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962;
  • Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә