Константин обелискыһы

Истанбул ҡалаһындағы һәйкәл

Константин обелискыһы (төр. Örme DikilitaşÖrme Dikilitaş) — 32 метрлыҡ византия обелискы, X быуатта уны император Константин Багрянородный реставрациялағанда уҡ Константинополь ипподромында (хәҙер — Әхмәҙиә майҙаны) торған. Ул ваҡытта обелиск Василий Македоняниндың хәрби еңеүҙәрен сағылдырған һүрәттәр төшөрөлгән һәм алтын ялатылған бронза плитәләр менән көпләнгән һәм иң башына шар ҡуйылған була. Хәҙер колоннаның бейеклеге — 21 метр.

Константин обелискыһы
Рәсем
Дәүләт Төркиә
Административ-территориаль берәмекИстанбул
Карта
 Константин обелискыһы Викимилектә

Константинополде тәре походында ҡатнашыусылар талағанда (1204 йыл) юғарыла һүрәтләнгән матурлыҡ юҡҡа сығарыла (күрәһең, бронза плитәләр иретелгәндәрҙер). Солтан хакимлыҡ иткән осорҙа обелиск бик ныҡ зыян күрә, сөнки йәш янычарҙар, үҙҙәренең таһыллығын һәм бер нимәнән дә ҡурҡмаҙарын күрһәтеү өсөн ҡолғаның осона тиклем үрмәләр булған.

1953-1976 йылдарҙа Константин облелискыһы һүрәте 500 лир номиналлы төрөк аҡсаларының тиҫкәре яғына төшөрөлгән була.

Әҙәбиәт

  • Alexander Kazhdan (éd.), The Oxford Dictionary of Byzantium, 3 vols., Oxford University Press, 1991 ISBN 0-19-504652-8, s. v. Obelisk of Theodosius, vol. 3,

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат