Кудрявцев Алексей Михайлович

Кудрявцев Алексей Михайлович (3 ғинуар 1925 йыл11 декабрь 2000 йыл) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Кудрявцев Алексей Михайлович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө3 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыныКрасноярск, Красноярский уезд[d], Енисейская губерния[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө11 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрөрәссам
Уҡыу йортоИ. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Рәсми сайтakudryavtsev.jimdo.com
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Алексей Михайлович Кудрявцев 1925 йылдың 3 ғинуарында хәҙерге Красноярск крайының Базаиха ауылында тыуа. Атаһы, Михаил Львович, Уралда һәм Себерҙә гидроэлектростанциялар төҙөй. Әсәһе, Надежда Филипповна (ҡыҙ фамилияһы Кононова), нәфис зауыҡҡа эйә була, сигә, бәйләй.

1940 йылда Өфөлә ете класты тамамлай һәм Өфө театр-художество училищеһына уҡыйрға инә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уны Өфө авиация техникумына уҡырға ебәрәләр, уны тамамлағас, оборона заводында эшләй.

Һуғыштан һуң Өфө сәнғәт училищеһында А. Э. Тюлькин педагогында уҡыуын дауам итә, уның менән дуҫ була, хат алыша һәм этюдтар өҫтөндә күп эшләй[1] Алексей училищены тамамлап, 1950 йылда И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә (педагогтары Юрий Михайлович Непринцев һәм Василий Васильевич Мешков). Институттағы диплом эше — «Салауат Юлаев»[2].

Артабан 1956 йылдан алып 1960 йылға тиклем сәнғәт фондының Өфө бүлексәһендә эшләй.

1960 йылдан алып 2000 йылдарға тиклем Кудрявцев Өфө сәнғәт училищеһында һынлы сәнғәт, рәсем һәм композициянан уҡыта.

60-сы йылдарҙа ул, бер төркөм йәш рәссамдар менән берлектә, Павловка ГЭС-ы һәм Күмертау ГРЭС фасадтарына биҙәктәр башҡара, был эш Башҡортостанда монументаль һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыуҙы үҫтерә.

1977 йылда Октябрь революцияһының 60 йыллығына арналған шәхси күргәҙмәһе үтә.

Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейыында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Өфөлә, төбәк музейҙарҙа, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана.

Рәссамдың яратҡан темаһы — тыуған яҡтың матурлығы, Дим йылғаһының йәмле ярҙары.

Ғаиләһе: ҡатыны Галина, ҡыҙы Юлия[3] (биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса рәссам[4]), ейәне Никита.

Ижады

« Тормош  – изге тамғалар. Улар сәскәләрҙә, ағастарҙа, таштарҙа, тулҡындарҙа, күк көмбәҙендә, ҡояш яҡтыһында, айҙа, усаҡта. Тыныс көстөң ҡеүәте. Бында нимә кәрәк икәнен рәссам кеүек той, һәм таң ҡалыу тыуа»

 А.М.Кудрявцевтың көндәлегенән

Төп картиналары: «Һаумы, Александр Эрастович»[5], «Палаткалар ҡаласығы», «Тыныс яҙ» (1970), «Дим буйында», «Алтын көн» (1970), «Ҡубыҙҙа уйнау», «А. Э. Тюлькин портреты», «Диңгеҙ», «Тулҡын ҡағылышы», «Байрам» (1950), «Тауҙа», «Имәндәр күләгәһендә» (1970).

«Ҡар иреү», «Яҙғы сафлыҡ», «Tuuzumemudegaz», «Ташҡын» картиналары һәм Кудрявцевтың башҡа бик күп яҙғы сериялар эше Өфөлә Э. А. Тюлькиндың Мемориаль йорт-музейында күрһәтелә.

Рәссамдың иң билдәле тарихи полотноһы «Халыҡ бәхете өсөн» Башҡортостан республикаһының милли музейында һаҡлана. Ул милли батыр Салауат Юлаевҡа арналған.

Уҡыусылары

45 йылдан ашыу ул Өфө сәнғәт училищеһында һынлы сәнғәт, рәсем һәм композициянан уҡыта. Училищела Кудрявцев 120-нән ашыу рәссамдар әҙерләп сәығара, улар Башҡортоостанда ла, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа ла эшләй.

Күбеһе Башҡортостан рәссамдар союзының ағзалары булып тора — Николай Пегов, X. Танеев, Владислав Меос, И. Бикбулатов, Ольга Зозуля һ.б.

Уның элекке уҡыусыһы Мария Краснорепова-Хасцлер[6], донъяның күп башҡалаларында — Германияла (хәҙер унда йәшәй) әҫәрҙәренең шәхси күргәҙмәләрен уңышлы үткәрә.

Күргәҙмәләре

  • 1965 йыл — «Социалистик Урал» төбәк күргәҙмәһе. Свердловск.
  • 1972 йыл — «Һәр ваҡыт уяу» Бөтә союз күргәҙмәһе. Мәскәү.
  • 1973 йыл -«Тыуған ил һағында» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе. Мәскәү.
  • 1974 йыл — «Социалистик Урал» зона күргәҙмәһе. Өфө.
  • 1977 йыл — Октябрь революцияһының 60 йыллығына арналған шәхси күргәҙмәһе.
  • 1982 йыл — «Өфө сәнғәт училищеһының уҡыусылары һәм педагогтары» республика күргәҙмәһе. Сәнғәт училищеһына 60 йыллыҡҡа арналған. Өфө.

Әҙәбиәт

  • «Советская Башкирия», 27.05.1977. Л Попова, искусствовед «Доставлять людям радость», к итогам выставки произведений Алексея Кудрявцева.
  • «Молодёжная газета», 13.12.2001. Евгения Волкова «И наступило очарованье…»
  • Журнал «Рампа», № 2, 2002. Ольга Зозуля «Он знал язык цветов».
  • Журнал «Рампа», № 3, 2010. Ольга Зозуля «Палитра радости» (О выставке работ А. М. Кудрявцева в Мемориальном доме-музее А. Э. Тюлькина).
  • Журнал «Бельские просторы», № 8, 2010. Галина Кудрявцева «Эта тихая грусть»

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат