Лисин Энвер Геннадьевич

Лисин Энвер Геннадьевич (22 апрель 1986 йыл, Воскресенск) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2019 Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Трактор» хоккей клубы уйынсыһы була. Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, юниорҙар араһында донъя чемпионы, ике тапҡыр йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалы эйәһе. 2017 йылда КХЛ оҫталыҡ конкурстарында йүгереү тиҙлеге буйынса яңы рекорд ҡуя.

Энвер Лисин
Позиция

һөжүмсе

Буйы

186 см

Ауырлығы

92 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

22 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (38 йәш)
СССР, Воскресенск ҡалаһы

МХЛ драфты

2004 йылда «Финикс Койотс» клубы менән икенсе раундта 50-се һан аҫтында һайлана

Карьера
2001—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2001—2003Рәсәй флагы Динамо-2
2003—2004Рәсәй флагы Кристалл
2004—2006Рәсәй флагы Аҡ Барс
2006АҠШ флагы Финикс Койотс
2006АҠШ флагы Сан Антонио Рэмпэйдж
2006—2007Рәсәй флагы Аҡ Барс
2007—2009АҠШ флагы Финикс Койотс
2007—2009АҠШ флагы Сан Антонио Рэмпэйдж
2009—2010АҠШ флагы Нью-Йорк Рейнджерс
2010—2013Рәсәй флагы Металлург Мг
2013Рәсәй флагы Адмирал
2013—2014Рәсәй флагы ЦСКА
2014—2015Рәсәй флагы Адмирал
2015—2018Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2018—ә.в.Рәсәй флагы Себер
2018—2019Рәсәй флагы Спартак
2019Рәсәй флагы Трактор
Халыҡ-ара миҙалдары
Юниорҙар чемпионаттары
АлтынБелоруссия 2004
Йәштәр чемпионаттары
КөмөшАҠШ 2005
КөмөшКанада 2006

Карьераһы

«Динамо» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе булһа ла, Энвер ЦСКА спорт мәктәбе өсөн дә уйнап өлгәрә. 1999/2000 йылдар миҙгелендә Мәскәүҙең асыҡ чемпионатының 32 осрашыуында 72 мәрәй (49+23) йыя. ЦСКА беренсе урындан Рәсәй финалына сыға. Финалда ла Энвер яҡшы уйнай — 6 уйында үҙ иҫәбендә 13 мәрәй һала. ЦСКА бер кемгә лә мөмкинлек ҡалдырмай һәм 1986 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионатында еңеүсе була.

«Динамо» һәм «Кристалл» (2001—2004)

2001/02 миҙгелендә профессиональ карьераһы башлана. 15 йәшендә «Динамо-2» командаһы өсөн Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһы беренсе этабының 6 уйында ҡатнаша. Шул уҡ йылда Мәскәү чемпионатында 31 осрашыуҙа 82 мәрәй йыя. Мәскәү йыйылма командаһы составында регионар араһында Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яулай. 2003 йылда Һарытауҙан «Кристалл» хоккей клубына күсә. Рәсәй чемпионатының Юғары лигаһында даими миҙгелдең 35 осрашыуында 16 мәрәй йыя. «Кристалл» плей-оффтың тәүге раундында Силәбенең «Мечел» хоккей клубына отола. 2004 йылда Милли хоккей лигаһының драфтында Энверҙы икенсе раундта дөйөм 50-се һан аҫтында «Финикс Койотс» хоккей клубы һайлай. Лисин Төньяҡ Америкаға күсергә әҙер була, әммә миҙгелдә МХЛ-да локаут иғлан ителә, һәм Энвер Рәсәйҙә ҡала.

«Аҡ Барс» (2004—2007)

2004 йылда Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубы ҡаланың мең йыллығына арнап составына иң көслө уйынсыларҙы йыя. Ун һигеҙ йәшлек Лисин да командаға эләгә. Энверҙың шул йылда Рәсәй чемпионатында дебюты була. Ул Суперлиганың даими миҙгелендә 53 уйында 12 (8+4) мәрәй йыя. Тик команда менән ул ҙур уңыштарға өлгәшмәй. Ҡазан командаһы плей-оффтың тәүге этабында уҡ ярыштарҙан төшөп ҡала. Киләһе йылда даими миҙгелдең 43 осрашыуында 12 мәрәй йыя. Плей-оффта «Аҡ Барс» бер тапҡыр ғына еңелә һәм Рәсәй чемпиондары титулын яулай. Лисин бөтә ун өс осрашыуҙа ла ҡатнаша һәм дүрт мәрәй йыя.

Рәсәй чемпионы исемен яулағас, Энвер Америкаға китә. 2006 йылдың 14 октябрендә ул «Финикс» өсөн МХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. 17 октябрҙә үҙ иҫәбенә тәүге мәрәй яҙа, ә 4 ноябрҙә тәүге шайба индерә. МХЛ-да шул миҙгелдә ун ете уйында ҡатнаша һәм башҡа бер мәрәй ҙә йыймай. Америка хоккей лигаһында ике уйында ике гол керетә, һәм миҙгелде Рәсәйгә ҡайтып тамамлай. Шул йылда Рәсәй чемпионатында 21 уйында 8 мәрәй йыя. «Аҡ Барс» миҙгелдең финалында еңелә һәм Энвер көмөш миҙалға лайыҡ була. Энвер командаһы менән тағы ла Европа чемпиондары кубогын яулай.

Төньяҡ Америкала

2007/08 йылдар миҙгелен Энвер күберәк АХЛ-да үткәрә. Әммә МХЛ-да ла ул уйнап өлгөрә. «Финикс» өсөн 13 осрашыуҙа 5 (4+1) мәрәй йыйһа, фарм-лигала «Сан-Антонио» составында 58 уйында 35 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Колдер кубогында — Америка хоккей лигаһының плей-офф уйындарының тәүге раундында уҡ «Сан-Антонио» төшөп ҡала. Лисин шунда алты осрашыуҙа 3 (1+2) мәрәй йыя. Киләһе 2008/2009 йылдар миҙгелендә Энвер күбеһенсә МХЛ-да уйнай — 48осрашыуҙа уның иҫәбендә 21 (13+8) мәрәй була. Ә АХЛ-да ун осрашыуҙа алты мәрәй йыя. Шул йылда Милли хоккей лигаһында ул өс тапҡыр бер уйында ике гол керетә.

Был миҙгел тамамланғас, Лисинды «Финикс» етәкселеге «Нью-Йорк Рейнджерс»хоккей клубына алмаштыра[1]. Клуб менән контракт бер йылға төҙөлә. Энвер даими миҙгелдең 57 осрашыуында 14 (6+8) мәрәй генә йыя, ә «Рейнджерс» плей-оффҡа эләкмәй. Был йылдан һуң Энвер Рәсәйгә ҡайтырға була. Әммә быға тиклем ул МХЛ-да күнекмәләр лагерендә ҡатнаша, тик бер клубтан да килешеү төҙөргә тәҡдим алмай.

«Металлург» Мг (2010—2013)

Энвер Лисин «Металлург» составында

2010 йылдың 4 октябрендә Энвер Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Магнитогорскиҙан «Металлург» менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[2]. Даими миҙгелдең 44 уйынында 25 мәрәй йыя. «Металлург» Гагарин кубогында конференциялар финалында буласаҡ чемпионға «Салауат Юлаев» хоккей клубына еңелә. Энвер плей-оффтың ун биш осрашыуында ике гол керетә. Киләһе миҙгелдең 42 уйынында 14 (7+7) мәрәй йыя. Ә плей-оффта бер осрашыуҙа ғына ҡатнаша.

2012 йылдың 14 апрелендә Энвер «Металлург» менән ике йылға контракт төҙөй[3]. Магнитогорск командаһы миҙгелде конференцияла дүртенсе урында тамамлай, ә плей-оффтың тәүге раундында шул уҡ «Салауат Юлаев» командаһына ете уйында еңелә.

«Адмирал» һәм ЦСКА (2013—2015)

2013 йылдың 17 июнендә КХЛ яңы клуб «Адмирал» өсөн киңәйеү драфтын үткәрә. Шунда яңы команда һәр клуб тәҡдим иткән биш кешенән берәйһен һайлай ала ине. «Адмирал» һайлаған кешеләр араһында Энвер Лисин да була[4]. Лисин Владивосток командаһының капитаны тип билдәләнә[5]. Ул 27 декабргә тиклем 28 уйында 18 (7+11) мәрәй йыя. Яңы клуб өсөн уйнауҙан башҡа, Энвер Сочи ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия уйындарының олимпия утының эстафетаһында ҡатнаша[6]. 10 декабрҙә журналистар Энверҙы КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынына һайлай[7]. 26 декабрҙә «Адмирал» Лисинды Мәскәүҙең ЦСКА хоккей клубына Илья Зубовҡа һәм Михаил Науменковҡа алмаштыра[8]. Братиславала үткән был йондоҙло сараның оҫталыҡтар конкурстарында Энвер «Змейка» һәм командалы эстафеталарында ҡатнаша. Ә уйында Лисин бер гол керетә һәм ике тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. ЦСКА өсөн даими миҙгелдә Энвер 14 осрашыуҙа 2 мәрәй йыя, ә плей-оффта ЦСКА серияла 0-4 иҫәбе менән СКА командаһына еңелә. Миҙгел бөткәс, Энверҙың ЦСКА менән килешеүе тамамлана, һәм ул кире Владивосток ҡалаһына ҡайта[9]. Миҙгел алдынан Лисин команданың капитаны ассистенты тип тәғәйенләнә.[10]. 2014/15 йылдар миҙгелендә Энвер 54 осрашыуҙа 32 (16+16) мәрәй йыя, тик «Адмирал» плей-оффҡа эләкмәй.

«Салауат Юлаев» (2015—2018)

2015 йылдың 1 май көнөндә Энвер Өфөнән «Салауат Юлаев» менән ике йылға контракт төҙөй[11]. 2015/16 йылдар миҙгелендә ул 54 уйында 14 тапҡыр ғына һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. «Салауат Юлаев» плей-оффта «Аҡ Барс» һәм «Авангард» хоккей клубтарын үтә. Конференциялар финалдарында ул Магнитогорскиҙан «Металлург» командаһына еңелә. Энвер Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә. Киләһе миҙгел статистика яғынан уңышлыраҡ була Энвер өсөн. Ул 55 уйында 30 (14+16) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул Өфөлә үткән КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. Энвер йүгереү тиҙлеге конкурсында КХЛ-дың яңы рекордын ҡуя[12]. Тағы ла ул командалы эстафетаһында Көнсығыш конференцияһына еңергә ярҙам итә. Ә бөтә йондоҙҙар уйыны мини-турнир форматында үтә. Шунда Лисин Чернышёв дивизионы составында ике гол керетә һәм турнирҙа беренсе урынды ала. Тәүҙә Энвер йондоҙҙар уйынына эләкмәй ҙә ҡала ала ине. Ул ауырып киткән Владимир Соботканы алмаштыра[13]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. 60 уйында Энвер бөтәһе 33 мәрәй йыя.

17 мартта Энвер Лисин клуб етәкселеге менән килешеүен оҙайтыуы тураһында мәғлүмәт килеп сыға[14]. 21 мартта был турала рәсми рәүештә иғлан ителә — һөжүмсе клуб менән ике йылға контракт төҙөй[15]. 2017/18 йылдар миҙгелендә Энвер даими чемпионатта бар 54 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 24 мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» конференцияла икенсе урынды яулай, ә плей-оффта конференция ярымфиналында Силәбенән «Трактор» хоккей клубына отола. Миҙгел тамамланғас клуб етәкселеге Энвер менән килешеүҙе өҙә[16].

Башҡа клубтар (2018—ә.в.)

2018 йылдың 20 июнендә Энвер Лисин Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[17]. Был клуб өсөн ул 10 уйын ғына үткәреп өлгөрә (команда бөтәһендә лә еңелә), 2018 йылдың 3 октябрендә «Себер» хоккейсы менән контракты өҙә һәм 15 миллион һум компенсация түләй[18]. 10 октябрҙә Лисин Мәскәүҙең «Спартак» хоккей клубы менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[19]. «Спартак» Гагарин кубогының тәүге раундында СКА хоккей клубына серияла 2-4 иҫәбе менән отола, ә Энвер 34 уйында өс гол ғына керетә һәм 23 осрашыу дауамында шайбаны ҡапҡаға керетә алмай интегә. 2019 йылдың 1 май көнөндә һөжүмсе Силәбенән «Трактор» хоккей клубы менән бер йылға контракт төҙөй[20]. Әммә 23 июлдә клуб Лисин менән килешеүҙе өҙә[21]. «Трактор» генераль директоры Борис Видгоф, хоккейсы менән килешеүҙе йәрәхәттәренән шәбәйгәс яңынан эшләйәсәктәр, тип белдерә[22].

Рәсәй йыйылма командаһында

Рәсәй йыйылма командаһына Энвер тәү тапҡыр 2002 йылда юниорҙар йыйылма командаһына саҡырыла. Словакияла үткән халыҡ-ара турнирҙа Рәсәй хоккейсылары бронза миҙалдарын яулайҙар. Киләһе йылда Лисин Швейцарияла 86 йылғы үҫмерҙәр араһында турнирҙа ҡатнаша һәм 3 (2+1) мәрәй йыя, ә Рәсәй беренсе урынды яулай. 2003 йылда ул Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында Чехия менән Словакияла үткән Донъя кубогында көмөш миҙалдарҙы еңә һәм биш осрашыуҙа ике тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Шул миҙгелдә ул ике тапҡыр халыҡ-ара турнирға барып ҡайта, икеһендә лә беренсе урын яулай һәм 7 осрашыуҙа 11 мәрәй йыя. Был уйыны менән уны 2004 йылдың апрелендә Белоруссияла үткән юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала. Ярымфиналда Канада, ә финалда АҠШ үҫмерҙәрен оталар һәм алтын миҙалдарҙы еңәләр. Энвер алты осрашыуҙа бер гол ғына керетә.

2005 йылда Энвер йәштәр араһында донъя чемпионатында ҡатнаша. Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала, ә финалда Канада командаһына еңелә (1:6) һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Лисин 6 уйында 5 (2+3) мәрәйгә өлгәшә. Киләһе йылда Энвер тағы ла йәштәр йыйылма командаһына донъя чемпионатында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе була, ә финалда тағы ла Канада хоккейсыларына еңелә. Лисин бул турнирҙа ике гол керетә.

2010 йылда Энвер Лисин Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына Швеция хоккей уйындарында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй өсөнсө урынды ала, ә Энвер бер мәрәй ҙә йыймай. 2010 йылда Мәскәүҙә үткән Беренсе канал кубогында ул шулай уҡ бер мәрәйгә лә өлгәшмәй, тик Рәсәй шунда беренсе урынды ала. 2011 йылда Энвер Рәсәй-2 составында Белоруссияла Полесья кубогында беренсе урынды яулай һәм 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя. Беренсе канал кубогында бер уйын ғына үткәрә. 2013 йылда ул Карьяла кубогында 2 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя. Энвер турнирҙың символик йыйылма командаһына керә[23]. 2014 йылда ЕвроХоккей Челлендж дуҫтарса уйындарҙа Лисин өс уйын үткәрә һәм бер гол керетә. Шунан башҡа ул Рәсәй ййылма командаһына саҡырылмай.

Статистика

Һуңғы яңыртыу: 17 июль 2019

Клубта карьераһы

Даими миҙгелПлей-офф
МиҙгелКомандаЛигаУГПМШтр+/-УГПМШтр+/-
2001/02Динамо-2БЛ630314
2003/04КристаллЮЛ351061630241010-2
2004/05Аҡ БарсРСЛ53841247300002
2005/06Аҡ БарсРСЛ4375122641331463
2006/07Сан Антонио РэмпэйджАХЛ220241
2006/07Финикс КойотсМХЛ1711216-18
2006/07Аҡ БарсРСЛ20628186100000
2007/08Финикс КойотсМХЛ134156-5
2007/08Сан Антонио РэмпэйджАХЛ58161935268612300
2008/09Сан Антонио РэмпэйджАХЛ102466-9
2008/09Финикс КойотсМХЛ481382124-13
2009/10Нью-Йорк РейнджерсМХЛ57681418-1
2010/11Металлург МгКХЛ4412132544515257180
2011/12Металлург МгКХЛ42771422-8101101
2012/13Металлург МгКХЛ47117183267033121
2013/14АдмиралКХЛ2871118127Команданан китә
2013/14ЦСКАКХЛ140224-340220-1
2014/15АдмиралКХЛ54161632411Команда плей-оффҡа эләкмәй
2015/16Салауат ЮлаевКХЛ52591430-111916714-2
2016/17Салауат ЮлаевКХЛ5514163064-3521341
2017/18Салауат ЮлаевКХЛ5414102630-61312312-3
2018/19СеберКХЛ100444-2Команданан китә
2018/19СпартакКХЛ2824616-561010-1
2019/20ТракторКХЛ
Бөтәһе РСЛ-да11621113248171731465
Бөтәһе АХЛ-да70202343360612300
Бөтәһе МХЛ-да13524184264-37
Бөтәһе КХЛ-да4288899187299-19707202760-4

Халыҡ-ара карьераһы

ЙылКомандаТурнирУрын УГПМШтр
2004Рәсәй U18ЮДЧ 610112
2005Рәсәй U20ЙДЧ 62350
2006Рәсәй U20ЙДЧ 62022
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.)1853814

Ҡаҙаныштар

  • Юниорҙар араһында донъя чемпионы — 2004.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2005, 2006.
  • Рәсәй чемпионы — 2005/06.
  • Европа чемпиондары кубогы еңеүсеһе — 2007.
  • Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/16.
  • КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыусы — 2014, 2017.

Шәхси тормошо

Энверҙең милләте — абхаз, ҡатыны Аида татар милләтенән. Уның менән Энвер Ҡазанда «Аҡ Барс» өсөн сығыш яһағанда таныша. 2011 йылда уларҙа Роберт исемле улдары тыуа[24].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат