Логунов Анатолий Алексеевич

Логунов Анатолий Алексеевич (30 декабрь 1926 йыл — 1 март 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең физик-теоретигы, физика-математика фәндәре докторы (1959), профессор. 1977—1992 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры[6]. СССР Фәндәр академияһы вице-президенты (1974—1991). СССР Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (1968). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Ленин премияһы (1970) һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1975, 1984). СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш (1979—1989) Юғары Советы депутаты.

Логунов Анатолий Алексеевич
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө30 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2]
Тыуған урыныОбшаровка[d], Самарский уезд[d], Һамар губернаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө1 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3] (88 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыныТроекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрөфизик-теоретик, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрөтеоретическая физика[d]
Эш урыныМ. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
юғары энергиялар физикаһы институты[d]
Мәскәү физика-техник институты[d]
Биләгән вазифаһыректор Московского университета[d][4] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоМ. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксеАнатолий Александрович Власов[d] һәм Боголюбов Николай Николаевич
АспиранттарАрбузов Борис Андреевич[5]
Кемдә уҡығанАнатолий Александрович Власов[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһыРәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], КПСС Үҙәк комитеты, Национальная академия наук Грузии[d] һәм Болгарская академия наук[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проектПроект:Математика[d]

Биографияһы

Антолий Алексеевич Логунов — Волга буйы районы Һамар өлкәһе Обшаровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Алексей Иванович Логунов (1904—1987). Әсәһе — Логунова Агриппина Кузьминична (1904—1992).

Мәктәптең өлкән синыфтарында математика фәне менән уҡытыусы М. А. Колпаков йоғонтоһо аҫтында мауыға. Отличие менән урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Куйбышев авиация институтына уҡырға инә, ғаилә Подмосковьеға күсеү сәбәпле, Мәскәү авиация институтының радиотехник факультетына уҡырға инә. Фундаменталь физика проблемалары менән шөғөлләнергә теләп, Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына иимтихандарҙы өс курс өсөн экстер тапшырып, уҡыуын дауам итә. 1951 йылда физика факультетынын тамамлағандан һуң, МДУ-ла аспирантурала ҡалдырыла һәм ике йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (1953).

1954—1956 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика кафедраһында Н. Н. Боголюбов етәкселегендә эшләй ; һуңынан —1953-1963 йылдарҙа- Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институтының фән буйынса теоритик физика лабораторияһы директор урынбаҫары (ОИЯЙ, Дубна, Мәскәү өлкәһе); Юғары энергия физикаһы институты директоры (ИФВЭ, Протвино ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе) (1963—1974,1993-2003) һәм ИФВЭ ғилми етәксеһе (1974); (1974—2015); 1974—1991 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының вице-президенты; Мәскәү дәүләт университетының квант теорияһы һәм юғары энергия физикаһы кафедраһы мөдире; 1978—1980 йылдарҙа «Тиҙ процестарҙы тикшереү ысулдары» кафедраһы мөдире;1972-1992 М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры.

Физика-математика фәндәре докторы (1959), профессор (1961), СССР фәндәр академияһы акдемигы (1972), "Теоретик физика һәм математика"журналының баш мөхәррире, халыҡ-ара журнал «Pacific Peace Asia Forum» редколлегия ағзаһы.


2015 йылдың 1 мартында вафат була[7]. 2015 йылдың 4 мартында Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнә[8].

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе: квант теорияһы, юғары энергия физикаһы, гравитация теорияһы[9].

Хәтер

  • 2016 йылдың 29 декабрендә Теоретик бинаһы ИФВЭ корпусында мемориаль таҡтаташ асыла.

Хеҙмәттәре

Күп һанлы фәнни һәм ғилми-популяр мәҡәләләр, монографиялар авторы.:

Авторҙаш

    • Боголюбов Н. Н., Логунов А. А., Тодоров И. Т. Основы аксиоматического подхода в квантовой теории поля. — М.: Наука, Глав. ред. физ.-мат. лит-ры, 1969.
    • Боголюбов Н. Н., Логунов А. А., Оксак А. И., Тодоров И. Т. Общие принципы квантовой теории поля. — 2-е изд: Физматлит, 2006. — ISBN 5-9221-0612-0.
    • Логунов А. А., Петров В. А. Как устроен электрон? — М.: Педагогика, 1988.
    • Икэда Д., Логунов А. А. Третий радужный мост: поиск мира и человека / Пер. с яп. — М.: Прогресс, 1988.
    • Логунов А. А., Мествиришвили М. А. Релятивистская теория гравитации. — М.: Наука, 1989.

Үҙ аллы хеҙмәттәре

    • Логунов А. А.. Лекции по теории относительности и гравитации: Современный анализ проблемы. — М.: Наука, 1987.
    • Логунов А. А. Теория гравитационного поля. — М.: Наука, 2000.
    • Логунов А. А. Лекции по теории относительности. — M.: Наука, 2002.
    • Логунов А. А. Анри Пуанкаре и теория относительности. — М.: Наука, 2004.
    • Логунов А. А. Релятивистская теория гравитации. — М.: Наука, 2006.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Премиялары:

  • Ленин премияһы (1970)
  • СССР дәүләт премияһы фән өлкәһендә (1973, 1984)
  • Дж. У Гиббс ижад Академияһы премияһы (1992)
  • Н.Н Боголюбов премияһы (1996) — беренсе лауреаты
  • Рәсәй федерацияһы президентының Почет грамотаһы (3 май 2012)
  • Рәсәй федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (9 октябрь 2006) — фәнни тикшеренеүҙәре үткәреү ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[11]
  • Рәсәй федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (18 декабрь 1996) — фән үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн[12]
  • Иван Калита ордены (Мәскәү өлкәһе) (24 май 2011)[13]

Берлин, Братислава, Гавана, Карл университеты (Прага), София, Хельсинкский һәм бер нисә Япония университеттарының почётлы докторы, теоретик физика Институтының (Молизе, Италия) фундаменталь тикшеренеүҙәр бүлегендә тулы профессор, Болгария фәндәр академияһының (1978), ГДР фәндәр академияһының (1978), Грузия фәндәр академияһы (1996) сит ил ағзаһы[14].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат