Мендоса-и-Амор Флорес Бенхамин

Бенхамин (Бенджамин) Мендоса-и-Амор Флорес (исп. Benjamín Mendoza y Amor Flores; 31 март 1933 йыл2004 йыл) — Боливия рәссамы-сюрреалисы, 1970 йылда Манилала Рим Папаһы VI Павелды уңышһыҙ үлтерергә маташыуы менән билдәле

Мендоса-и-Амор Флорес Бенхамин
Затир-ат
Гражданлыҡ Боливия
Тыуған көнө31 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1]
Тыуған урыныЛа-Пас[d], Боливия
Вафат булған көнө2 август 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыныЛима[d], Перу
Өсөн хөкөм ителгәнпопытка убийства[d]
Һөнәр төрөрәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Бенхамин Мендоса-и-Амор Флорес ярлы ғаиләлә тыуған. 1962 йылға тиклем Ла-Паста йәшәй. Һуңыраҡ берәҙәк булып йөрөй. 1962 йылдан 1970 йылға тиклем донъя буйлап сәйәхәт итә, Аргентина, АҠШ, Япония, Гонконг һәм Филиппинда йәшәй.

1960 йылдар башында үҙенең эштәрен Аргентинаның бер нисә галереяһына ҡуя, 1963 йылда китап иллюстрацияһы менән шөғөлләнә. Мар-дель-Плата ҡунаҡханаларының береһе өсөн ике фреска эшләй. Үҙенең эштәрен СССР-ҙа һәм Гавайяла күргәҙмәгә ҡуя. Һуңынан Филиппинда йәшәргә күсә.

1970 йылдың 27 ноябрендә иртән яҡынса 9:30 тирәһендә, Бенхамин Мендоса-и-Амор Флорес, дин әһеле булып кейенеп һәм ҡулына тәре тотоп, Рим Папаһына яҡыная, Рим Папаһы был ваҡытта Маниланың халыҡ-ара аэропортында самолеттан сығып килгән була. Енәйәтсе Понтификҡа ун дюймлыҡ оҙонлоҡтағы хәнйәр менән муйынына ике тапҡыр һуғып өлгөрә[2][3].

Рим Папаһы Павел VI шәхси секретары Паскуале Макки енәйәтсенең ҡулын тотоп өлгөрә һәм һуғыу көсөн кәметеүгә өлгәшә. Бынан тыш ҡорбан, муйын спондилезынан- ауыртыуҙы еңеләйтеү өсөн ҡаты яғала була, был да VI Павелды ҡотҡара. Еңелсә күкрәк йәрәхәте алып, Павел VI планлаштырылған программаһына ярашлы рәсми визитын дауам итә.

1971 йылдың 21 апрелендә Бенхамин Мендоса-и-Флорес хөкөм ителә һәм Филиппин төрмәләренең береһенә ябыла.Төрмәлә ултырған сағында картиналар серияһын булдыра һәм уларҙы күргәҙмәгә ҡуйыуға өлгәшә. Был картиналары тулыһынса һатылып бөтә.

Филиппин төрмәһендә өс йыл да дүрт ай ултырғандан һуң ул £ 533 күләмендә залогҡа иреккә сығарыла, һәм 1974 йылда уны Боливияға депортациялайҙар. Иреккә сыҡҡандан һуң күргәҙмәләр ойоштора һәм 80 ашыу илдә эштәрен күргәҙмәгә ҡуя. Лима ҡалаһында йәшәй.

Рим Папаһы Павел VI үлтерергә маташыу буйынса һорауға ул үҙенә иғтибар йәлеп итергә һәм кешеләрҙе «хөрәфәт һәм ике йөҙлөлөктән» ҡотҡарырға теләүен әйтә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат