Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы

(Мираҫ Иҙелбаев битенән йүнәлтелде)

Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (9 декабрь 1945 йыл) — ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].

Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы
Затир-ат
Тыуған көнө1945 или 9 декабрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыныБаймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөғалим, яҙыусы
Эш урыныБашҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев 1945 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуа.

1963 йылда Өфө ҡалаһында 1-се интернат-мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1964—1967 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Университетты 1971 йылда тамамлай. Артабан Урал аръяғы зонаһында Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе, комсомолдың Сибай ҡала комитеты ойоштороу бүлеге мөдире, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире булып эшләй.

1974—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында аспирантурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Мирас Иҙелбаев 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Ғилми эшмәкәрлеге

Мирас Иҙелбаевтың төрки һәм башҡорт әҙәбиәттәре тарихы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнеүгә, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына бағышланған. Алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. Башҡорт әҙәбиәте буйынса 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу-методик ҡулланма һәм дәреслектәр авторы. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижадына бәйле яҙылған. М. Иҙелбаев — «Салауат Юлаев» энциклопедияһын төҙөүселәрҙең береһе.

Ижады

Мирас Иҙелбаев әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. «Һынау»(1984), «Юлдаштар» (1989) исемле тәүге китаптарына ингән хикәйәләрендә замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Ул Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында «Юлай улы Салауат» тигән тарихи-документаль әҫәрен, В. И. Лениндың Ҡазан дәүләт университеты буйынса һабаҡташы һәм көрәштәше, Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Бейешев тураһында «Декабрь йондоҙҙары» повесын, шул уҡ Ирәндек төбәгендәге Байым ауылынан сыҡҡан башҡорт зыялыһы — әҙип, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымов хаҡында тарихи-документаль «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесын яҙҙы.

Мирас Иҙелбаевтың 2013 йылда «Иҙел йорт» романының «Үҫмер егет менән ат башы» тигән тәүге китабы донъя күрҙе. Икенсе китабы «Сүкеш менән һандал араһында» тип атала. Был тарихи әҫәрҙәрендә автор XV—XVI быуаттарҙа Башҡортостан биләмәһендә Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тормошон һүрәтләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2017)[1]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995);
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006);
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2009).

Китаптары

  • Һынау. Өфө, 1984;
  • Юлдаштар. Өфө, 1989;
  • Юлай улы Салауат. Өфө, 1994;
  • Ҡыҙыл ҡарҙар. Өфө, 2001;
  • Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө, 2007;
  • Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, «Китап», 2013.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник. Уфа, 2006 г., стр. 202—203.
  • Аралбай Ҡ. Ә. Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы. — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь.
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат