Орфинский Вячеслав Петрович

Орфинский Вячеслав Петрович (1929 йыл) — архитектура докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре ғәмәли ағзаһы, Урыҫ Төньяғының халыҡ ағас төҙөлөшө буйынса белгес.

Орфинский Вячеслав Петрович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй
Тыуған көнө29 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыныПетрозаводск, Автономная Карельская ССР[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрөархитектор
Эшмәкәрлек төрөистория архитектуры[d], архитектура һәм этнография
Эш урыныПетрозаводск дәүләт университеты[d]
Уҡыу йортоМәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Ғилми исемепрофессор[d]
Ғилми дәрәжәархитектура докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Орфинский Вячеслав Петрович Викимилектә

Биографияһы

Орфинский Вячеслав Петрович 1929 йылда тыуа. 1948 йылда Петрозаводск архитектура техникумын тамамлағандан һуң, Мәскәү архитектура институтында уҡый.

Институтты тамамлағас, 1954 йылдан 1970 йылға тиклем Петрозаводск ҡалаһында «Карелгражданпроект» проект институтында эшләй

19621975 йылдарҙа — РСФСР Архитекторҙар союзының Карелия бүлексәһе рәйесе.

1970 йылда Петрозаводск дәүләт университетында конструкция һәм архитектура, архитектура һәм графика кафедраларында уҡыта. 1997 йылдан — Петрозаводск дәүләт университетының Халыҡ ағас төҙөлөшө сәнғәте проблемалары ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Архитектура һәм этнография сигендә этноархитектураны өйрәнеү фәнни йүнәлешен булдырыусы.Эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлешенең береһе булып халыҡ ағас төҙөлөшөн һәм уның үҫешен дисциплина-ара ҡараш ҡулланып киң ҡырлы тикшереү өсөн берҙәм методологик база булдырыу тора. Ҡаланың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн чиновниктарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы көрәшә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән юүлкләнә (1997). Карелия АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була (1989). Карелия АССР-ының (1984, 1988) һәм Карелия Республикаһының (2006) Дәүләт премиялары лауреаты. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004), Бөтә Рәсәй Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, Петрозаводскиҙың почетлы гражданы (2014).

Библиографияһы

Ватан һәм сит ил баҫмаларында 230-ҙан ашыу фәнни, фәнни-популяр һәм публицистик эштәр, шул иҫәптән — 11 монография, 5 коллектив монография авторы.

  • Деревянное зодчество Карелии. Л., 1972;
  • Вековой спор. Типы планировки как этнический признак (на примере поселений Русского Севера) // Советская этнография. 1989. № 2;
  • Загадки храмов Софии — Премудрости Божией // Архитектура в истории русской культуры. М., 1996;
  • Народное деревянное культовое зодчество Российского Севера (истоки и импульсы развития) // Архитектурное наследство. М., 1996. Вып. 41; * К вопросу о типологии этнокультурных контактов в сфере архитектуры (на примере Российского Севера) // Фольклорная культура и её межэтнические связи в комплексном освещении. Петрозаводск, 1997;
  • Село Суйсарь: история, быт, культура. Петрозаводск, 1997 (в соавт.);
  • Некрокультовые сооружения Российского Севера в контексте христианско-языческого синкретизма // Народное зодчество. Петрозаводск, 1998.
  • Логика красоты //Карелия, 1982
  • Закономерности развития архитектуры // Стройиздат, 1987

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Орфинская Раиса Ивановна (Полякова) (1931)
  • Ҡыҙы — Орфинская Ольга Вячеславовна (1958), СССР һәм Рәсәй тарихсыһы.
  • Улы — Орфинский Андрей Вячеславович (1956)

Әҙәбиәт

  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 330—464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)

Һылтанмалар

ровичу Орфинскому — 85!

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат