Павло Тычина

украин совет шағиры

Павло Тычина (укр. Павло Григорович Тичина; (23 ғинуар 1891 йыл — 16 сентябрь 1967 йыл) — шағир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Украина ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1929).

Павло Тычина
укр. Павло Тичина
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исемерус. Павел Григорьевич Тычинин
укр. Павло Григорович Тичинін
Тыуған көнө11 (23) ғинуар 1891[1]
Тыуған урыныПески[d], Щасновская волость[d], Козелецкий уезд[d], Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө16 сентябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3] (76 йәш)
Вафат булған урыныКиев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыныБайково зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр телеукраин теле
Һөнәр төрөяҙыусы, шағир, тәржемәсе, публицист, учёный-литературовед, сәйәсмән
Биләгән вазифаһыпредседатель Верховной Рады Украины[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоКиевский национальный экономический университет[d]
Черниговская духовная семинария[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1967
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыКПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Ойошма ағзаһыСССР Яҙыусылар союзы, Украинаның Милли фәндәр академияһы, Болгарская академия наук[d] һәм ВАПЛИТЕ[d]
Жанршиғыр[d], повествовательная поэзия[d], очерк[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталин премияһы Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Изображение памятной доски
 Павло Тычина Викимилектә

Биографияһы

Павло Тычина (Па́вел Григо́рьевич Тычи́на) 1891 йылдың Украинаның Чернигов губернаһы Пески ауылында тыуған.

Атаһы псаломдар башҡорған, «грамота мәктәбе» уҡытыусыһы булған. Павел бала саҡтан музыкаға, һүрәт төшөрөүгә һәм шиғырҙар ижад итеүгә һәләтле булған.

Башта земство мәктәбендә, шунан Чернигов ир балалар дини училищеһында уҡыған [4], бер үк ваҡытта монастырь хорында йырлаған, сөнки атаһы вафат булып ҡалып, үҙен-үҙе аҫрарға мәжбүр булған. Ғаиләлә 13 бала булып, дүртәүһе сабый саҡта үлгән булған.

Артабан дини семинарияла уҡый (1907—1913)[5].

Павел Тычина 1912 йылда баҫыла башлай, тәүге йыйынтығы — «Ҡояшлы кларнеттар» («Солнечные кларнеты»; 1918)

Уның «Берҙәм ғаилә тойғоһо» («Чувство семьи единой»; 1938), «Үҫ, гүзәл донъя» («Расти, прекрасный мир»; 1960) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары донъя күргән.

Революция 1917 йыл башланғанда Тычина Киевта булған.

1923 йылда Харьковҡа, Украинаның ул саҡтағы баш ҡалаһына күсенә. Бында ул журналда эшләй, күп яҙыша, әрмән, грузин һәм төрөк телдәрен өйрәнәтурецким языками башлай.

1938—1967 йылдарҙа — УССР Юғары Советы депутаты. 1953—1959 йылдарҙа — УССР Юғары Советы Рәйесе. СССР-ҙың 2—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1962). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1943—1948 йылдарҙа — УССР мәғариф министры (нарком).

УССР Фәндәр Академияһы академигы (29.06.1929)[6], УССР Әҙәбиәт институты директоры. 1947 йылдан Болгария Фәндәр Академияһының мәхбир ағзаһы.

П. Г. Тычина 1967 йылдың 16 сентябрендә Киевта вафат була.

Павло Тычина Башҡортостанда

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәй (1941—43). шиғырында, Башҡорт фольклоры мотивтарын һәм тарихи факттарҙы файҙаланып, Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тормошон «Йәшен» («Гроза»; 1943) тигән шиғырында бәйән итә. «Сәйфи Ҡудашҡа» («Сайфи Кудашу»; 1943) шиғырында, ғәмәлдә, башҡорт халҡына ихтирамын, һөйөүен белдерә.

П. Тычинаның шиғырҙарын Б.Бикбай, С.Кулибай, Ғ.Й.Рамаҙанов, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һәм башҡалар башҡорт теленә тәржемә иткән. Ул үҙе М.Ғафури, Б.Бикбай, С.Ҡудаш, шулай уҡ башҡа бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен украин теленә әйләндергән. Башҡорт әҙәбиәте тураһында мәҡәләләр, «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» (1942; башҡортса тәржемәһе 1943) китабы баҫылып сыҡҡан.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Сталин премияһы (1941)
  • Украин ССР‑ының Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы (1962)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» Алтын йондоҙо (23.02.1967)
  • биш Ленин ордены (31.01.1939; 23.01.1948; 26.01.1951; 24.11.1960; 23.02.1967)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.01.1941; 01.10.1944)
  • миҙалдар
  • УССР-ҙың Тараса Шевченко исемендәге Милли премияһы (1962)

Иҫтәлеге

Киевта — Павел Тычина проспекты, Павел Тычина исмендәге Умань дәүләт педагогия университеты; Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда урамға һәм Ванадзор ҡалаһындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән.

Өфөлә Украин ССР‑ы Фәндәр академияһы Президиумы урынлашҡан бинаға һәм Павло Тычина йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Видео

YouTube сайтында Видео Эвакуация в Уфе

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат