Ракша Юрий Михайлович

Ракша Юрий Михайлович (тыуған ваҡыттағы фамилияһы: Теребилов Юрий Мефодьевич; 2 декабрь 1937 йыл — 1 сентябрь 1980 йыл) — СССР рәссамы, кино рәссам-ҡуйыусыһы.

Ракша Юрий Михайлович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған ваҡыттағы исемерус. Юрий Мефодьевич Теребилов
Тыуған көнө2 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыныӨфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө1 сентябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР
Үлем сәбәбелейкоз[d]
Ерләнгән урыныВаганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрөрәссам
Жанрпейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Юрий Михайлович Ракша [1] (Теребилов) Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуа. Әсәһе, Теребилова Зоя Дмитриевна (ҡыҙ фамилияһы — Треньхина; ҡартатаһы — казак Дмитрий Треньхин[2]), фанера комбинатында төрлө эштәрҙә эшләй. Атаһы, Мефодий Артемьевич Теребилов, сығышы менән Украинанан. Уның ғаиләһе, кулак мөһөрө тағылып, мәжбүри рәүештә Бәләбәйгә (Башҡорт АССР-ы) ҡыуыла. Унда ул Торгсинда һатып алыусы булып урынлаша. Ауылдар буйлап йөрөп, әйберҙәрҙе һәм аҙыҡ-түлекте алтынға һәм затлы әйберҙәргә алмаштыра. Ата-әсәләре Цэс тауы эргәһенә (Ш.Руставели урамы), яңы сәнәғәт зонаһы төҙөлөшө ҡыҙған ерҙә урынлаша[3].Мефодий Артемьевич улының тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының исемен Михайлович тип яҙҙыра, сөнки уның үҙен гел Михаил тип атағандар. Юрийҙың һеңлеһе Валентинаны инде документ буйынса яҙҙыралар, һәм ул Мефодьевна була.

1939 йылда атаһын фин һуғышына алалар. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Мефодий Артемьевич ғаиләһен ун йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була һәм Юраның баласағы атайһыҙ тиерлек үтә.

Юрий Өфөлә мәктәпкә уҡырға бара, йәй кәзәләр көтә.

Юрий ун йәштән алып рәссам В.Огородов етәкселегендә Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң сәнғәт студияһында шөғөлләнә.

1950 йылда атаһы Сахалинда хеҙмәт иткән еренән Украинаға күсерелгәс, ғаиләһен дә шунда алып китә. Өфөгә өс йылдан һуң әйләнеп ҡайталар. 8-се синыфтан һуң Юра үҙаллы Мәскәүгә уҡырға юллана. Мәскәүҙә В. И. Суриков исемендәге институт янындағы урта һынлы сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.

19571963 йылдарҙа Юрий ВГИК-тың һынлы сәнғәт факультетында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Мосфильмда рәссам -ҡуйыусы булып эшләй. Уҡыған саҡта, 1962 йылда Юрий сценарий факультеты студенты Ирина Евгеньевна Ракшаға өйләнә. Стипендиянан тыш йәшәргә аҡса булмағас, Мәскәү-Сортировочная станцияһында йөк тейәүсе булып эшләй.

Кинолағы беренсе эше — «Ваҡыт, алға!» (1965, А. Фрейдин менән берлектә), артабан ул 10-дан ашыу нәфис фильм биҙәй. Режиссерҙар М. А. Швейцер, Монахов, А. Куросава менән эшләй («Дерсу Узала»). Режиссер Лариса Шепитько менән рәссам-ҡуйыусы булараҡ «Күтәрелеү» фильмын төшөрә[4].

Юрий Ракша Алыҫ Көнсығыщ тайгаһында, нефтселәр майҙанында, геологтар эргәһендә, Байкал-Амур магистралендә сәйәхәт итә. Ул һыҙмалар, һүрәттәр эшләй, аҙаҡ, Мәскәүгә ҡайтҡас күргәндәрен төптән уйлап, әҫәрҙәрен яҙа («Киләсәк тураһында һөйләшеү» картинаһы (1979). Юрий Ракша ике йөҙҙән ашыу һынлы сәнғәт эштәре ижад итә, бик күп графика эштәре, фильмдарға йөҙләгән эскиздар эшләй, егермеләп китапты иллюстрациялай.

1980 йылда Мәскәүҙә киҫкен лейкоз формаһынан вафат була. Ваганьковский зыяратында ерләнә[5].

Ғаиләһе: ҡатыны Ирина Евгеньевна, яҙыусы, һәм ҡыҙы Анна. Һеңлеһе — сәнғәт белгесе Сорокина Валентина Мефодьевна (Теребилова) (1940 й. р.), М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының (Өфө) төп һаҡлаусы хеҙмәткәре.

Ракшаның картиналары (200-ҙән ашыу) Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында, шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Ижады

Иң билдәле картиналары: «Ҡиәмәт» (1968), «Тыл» (1970), «Ҡышҡы бәләкәй станция» (1968), «Умырзая» (1967—1969), «Минең әсәй», «Замандаштар», «Беҙҙең быраулау скфажинаһы», «Киләсәк тураһында һөйләшеү», «Минең Ирина», «Дауам», «Ер еләге аҡланы» (1977), «Яҙыусы Василий Шукшин» (1973), «Шағир Арсений Тарковский» (1978), «Тыуғандарға — йәшәү»[6]; «Куликово яланы» триптихы[7] («Алышҡа фатиха», «Ополчениены оҙатыу», «Көтөлөү») (1980).

Күргәҙмәләре

Үҙе тере саҡта Юрий бер ниндәй ҙә шәхси күргәҙмәһе үткәрмәй. Барыһы ла ул үлгәндән һуң үткәрелә

Юрий Ракша эштәре ун туғыҙ күргәҙмәлә ҡуйыла, шул иҫәптән шәхси һәм Мәскәү, Ленинград, Загорск, Иркутск, Париж, Лондон, Токио ҡалаларында һәм ГДР, Монголия, Польша, Голландияла үткәрелә

Ҡыҙыҡлы факттар

  • «Куликово яланы» триптихында, уның үҙәк өлөшөндә, Дмитрий Донскойҙы уратып алған хәрбиҙәр араһында, Юрий Ракша Бренк образында яҙыусы Василий Шукшинды, ә эргәһендә үҙен һүрәтләй.
  • «Дерсу Узала» фильмына Оскар премияһын тапшырғандан һуң матбуғат конференцияһында фильмдың режиссёры Акира Куросава былай тип әйтә: «…миңә иң тәжрибәле, талантлы професиионал һәм үҙ эшенең оҫтаһы Юрий Ракша менән эшләү бәхете тейҙе…».[8]

Библиография

  • Публикации репродукций картин в журналах «Огонек», «Юность», «Работница».
  • Юрий Мефодьевич Ракша: Живопись. Графика. Кино. Статьи [Текст]: альбом / Авт.-сост. И. Е. Ракша. М.: Гознак, 1987. — 195 с.: ил.
  • Юрий Михайлович Ракша: кат. выст. М., 1980; Юрий Ракша: альбом /сост. И. Е. Ракша. М., 1983.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат