Республика Монументы (Төркиә)

Республика монументы '(төр.  Cumhuriyet Anıtı) Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда Тәҡсим майҙанында урынлашҡан һәйкәл. 1923 йылда Төрөк Республикаһы булдырылыу иҫтәлегенә асылған.

Республика Монументы

Тарихы

Скульпторы Пьетро Каноника (Италия), һәйкәл халыҡ йыйған аҡсаға төҙөлгән.

1928 йылдың 8 авгусында доктор Хаҡҡый Шинаси паша тарафынан асылған.[1]

Һәйкәлдең бейеклеге- 11 метр. Һәйкәлдә Төрөк Республикаһына нигеҙ һалған Мостафа Кәмал Ататөрк менән Исмәт Инөнү, Фәүзи Чаҡмаҡ кәүҙәләндерелгән. Һәйкәл ике яҡлы: төньяҡҡа ҡарап торған яғында улар хәрби кейемдә, ә көньяҡҡа ҡарап торған яғында- Европаса кейемдә; тәүгеһе Ататөрктө хәрбиҙәрең баш командующийы итеп күрһәтә, ә икенсеһе уны яңы төрөк дәүләтенең етәксеһе булараҡ кәүҙәләндерә.

Һәйкәлдә Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Төркиәләге илсеһе Семен Иванович Аралов та Ататөрк артында , Исмет Инөнү янында кәүҙәләндерелгән. Был һәйкәлдә Рәсәй илсеһе булыуы, 1920 йылда В. И. Ленин етәкселегендәге Совет хөкүмәтенең Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо, үҙаллылығы өсөн көрәш осоронда (1919—1922) төрөк халҡына ҡорал һәм аҡсалата күрһәткән ярҙамы тураһында һөйләй.

Республика монументы (Cumhuriyet Anıtı)- Төркиә баш ҡалаһындағы бик мөһим урын. Бында дәүләт байрамдары ваҡытында рәсми тантаналар үтә.

Ҡарағыҙ

  • Atatürk monuments and memorials

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тышҡы һылтанмалар

Ҡалып:Beyoğlu[[Категория:]]

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат