Сиғандар флагы

Сиған флагы (цыг. O styago le romengo/Романо стяго) — сиғандарҙың милли флагы. Лондонда Беренсе Бөтә донъя сиған конгресында 1971 йылда ҡабул ителгән.

Национальный флаг цыган
Цыгане

Раҫланған

1971

Пропорция

2:3

Символиканың мәғәнәһе

Флаг икегә бүленгән: зәңгәр (өҫкө) һәм йәшел (аҫҡы), улар күк һәм ерҙе символлаштыра. Флагтың уртаһында ҡыҙыл төҫтәге дхармачакра (дхарма тәгәрмәсе) урынлашҡан, ул сиған халҡының һинд-арий сығышлы булыуын символлаштыра (ошондай уҡ дхармачакра Һиндостан флагында бар).

Сиғандар араһында шулай уҡ флаг элементтарын мистик яҡтан аңлатыу таралған. Йәшел ерлек — матди, практик өлкә, зәңгәр ерлек — рухи өлкә булараҡ аңлатыла, ә дхарма тәгәрмәсе сиғандар тормошон һүрәтләй. Элементтарҙың бер-береһенә ҡарата урынлашыуы сиғандың ғүмере буйына юлда булыуын, шулай уҡ уның ер эштәре тураһында ла, күңел тураһында ла онотмаҫҡа тейешлеген аңлата. Тәгәрмәстең ҡыҙыл төҫө сиғандарҙың Икенсе донъя һуғышы ваҡытында фашизм менән көрәштә ҡойған, шулай уҡ геноцид ҡорбандарының ҡан төҫө.

Шулай ҙа оптимистик интерпретация киң таралыу ала. Ундағы йәшел ерлек — тап баҫыу ул, сөнки унда юлға ҡарағанда һайлау-һайламау мөмкинлектәре күберәк, сөнки йүнәлеште һайламаҫҡа, ә лагерь булып торорға мөмкин. Ә тәгәрмәстең ҡыҙыл төҫө — байрам төҫө,сөнки сиғандар үҙҙәре үк байрам-халыҡ.

Варианттары

Флагтың дизайны башҡа сиған ойошмалары һәм общиналары символикаһына йоғонто яһай. Атап әйткәндә, хәҙер юҡҡа сыҡҡан Хорватия сиғандары партияһы өҫкө яғы ҡара-зәңгәр төҫтәге һәм алтын чакралы флаг ҡулланған.

Шуто-Оризари (Скопье) общинаһы флагы

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат