Титов Борис Иванович

агроном

Титов Борис Иванович (20 декабрь 1903 йыл — 1992 йыл) — 1937—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө районы Базан машина-трактор станцияһының баш агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Титов Борис Иванович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө20 декабрь 1903 (2 ғинуар 1904)
Тыуған урыныОмск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө28 февраль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыныБелоярская Застава[d], Белоярский район[d], Свердловск өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыныСвердловск өлкәһе
Һөнәр төрөагроном
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

Борис Иванович Титов 1903 йылдың 20 декабрендә Омск ҡалаһында тыуған. Агроном ғаиләһенән, атаһы, үҙ сиратында, Кавказда хеҙмәт иткән отставкалағы офицер ғаиләһендә тыуып үҫкән, шунда Пицхелаури нәҫеленән булған туташҡа өйләнгән.

Белеме — урта махсус, 1925 йылда Николаев (Новосибирск) ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.

1904 йыл башында ата-әсәһе Екатеринбург ҡалаһына күсеп килә. 1914—1919 йылдарҙа реаль училищела уҡый. Аҡ армияның сигенеү ваҡытында Титовтар ғаиләһе Томскиға эвакуациялана. 1922 йылда Новониколаевск ҡалаһына күсә. 1925 йылдың июнендә Уралға, Свердловск ҡалаһына ҡайта. Свердловск округында район агрономы, ерҙе файҙаланыу буйынса техник белгес булып эшләй, 1929 йылдан — Уралкоопхлебсоюзда.

1931 йылда Титов Ҡурған өлкәһендәге яңы ойошторолған Лопатин машина-трактор станцияһына командировкаға ебәрелә, унда 1932—1937 йылдарҙа баш агроном булып эшләй. Ҡаты ауырып, Башҡортостанға дауаланырға килә һәм һауығып сыҡҡас 1937 йылдың көҙөндә Башҡорт АССР-ының Бөрө районындағы Базан машина-трактор станцияһында өлкән агроном булып эш башлай, һуңынан баш агроном булып тәғәйенләнә. Ике тапҡыр, 1939 һәм 1941 йылдарҙа, Мәскәүҙә Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1947 йылда Бөрө районында арыш һәм бойҙайҙың сәсеү майҙаны 2500 гектарға арта. Райондың ҡайһы бер колхоздарында уңыш гектарынан 28 центнерға етә. 1948 йылда 654 гектар майҙандағы һәр гектарҙан 21 центнер арыш алына.

Иген культураларынан ҙур уңыш алыуы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге указы менән Б. И. Титовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1949 йылда СССР-ҙың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан «Социалистик ауыл хужалығы ударнигы» билдәһе менән бүләкләнә, 1950—1951 йылдарҙа. МТС директоры вазифаһын башҡара.

Б. И. Титов баш агроном булып 1955 йылға тиклем эшләй, һуңынан һаулығының торошо буйынса баш агрономдың йәшелсәләр буйынса урынбаҫары вазифаһына күсә. Машина-трактор станциялары үҙгәртелгәндән һуң ремонт-техник станцияһында үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агроном булып эшләй. 1960 йылда Свердловск өлкәһенә күсеп китә, унда Белояр районының ауыл хужалығы инспекцияһында эшләй (агроном-йәшелсәсе, бүлексә менән идара итеүсе), 1964 йылдың сентябренән — район план комиссияһы рәйесе, 1966 йылдың сентябренән — өлкән иҡтисадсы.

Ғаиләһе: ҡатыны Титова (ҡыҙ фамилияһы — Кулакова) Александра Изосимовна — хужабикә. Ғаиләлә һигеҙ бала була. Улдары Арсен Титов, 1948 йылда тыуған, билдәле яҙыусы, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат