Фриц Эрпенбек

Фриц Э́рпенбек (нем. Fritz Erpenbeck; 6 апрель 1897 йыл; Майнц — 7 ғинуар 1975 йыл, (Берлин) — немец (алман) яҙыусыһы, публицист һәм актёр.

Фриц Эрпенбек
нем. Fritz Erpenbeck
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Германия Демократик Республикаһы
Тыуған көнө6 апрель 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыныМайнц[d], Германия империяһы[2]
Вафат булған көнө7 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3][4] (77 йәш)
Вафат булған урыныБерлин, Германия Демократик Республикаһы[2]
Ерләнгән урыныДоротеенштадтское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефетеҺедда Циннер
БалаларыЙон Эрпенбек һәм Йенни Эрпенбек
Һөнәр төрөяҙыусы
Әүҙемлек урыныМәскәү[2] һәм Прага[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһыГерманияның берҙәм социалистик партияһы
Ойошма ағзаһыНациональный комитет «Свободная Германия»[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье вШвейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d]
 Фриц Эрпенбек Викимилектә

Биографияһы

Эрпенбек Оснабрютта слесарлыҡҡа уҡып, актёрлыҡ оҫталығына дәрестәр ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1920 йылдан Берлинда Лессинг Театрында һәм Эрвин Пискаторҙа сәхнәлә сығыш яһай башлай, шулай уҡ режиссёр һәм драматург булараҡ көсөн һынап ҡарай. 1928 йылда яҙыусы Һедда Циннерға өйләнә

1927 йылда Германия Коммунистар партияһына инә. 1929 йылдан журналистика менән шөғөлләнә башлай. 1931—1933 йылдарҙа «Ҡыҙыл борос» (нем. Roter Pfeffer) журналын баш мөхәррире вазифаһын биләй. .

1933 йылда Прагаға күсенә, ә 1935 йылда ҡатыны менән СССР-ға килә, унда бер нисә баҫманың мөхәррире булып эшләй. 1936 йылда «Көрәшселәр (Борцы)» фильмында эпизодик ролдә уйнай. «Ирекле Германия» Милли комитетына инә, «Ирекле Германия» радиостанцияһының баш мөхәррире була. Ульбрихт төркөмөндә ҡатнаша.

1941 йылдың октябренән 1943 йылға тиклем ҡатыны Һедда менән Өфөлә эвакуацияла була. Ошонда киләсәктә билдәле физик, философ һәм яҙыусы булып китәсәк улдары Йон (John Erpenbeck) донъяға килә. Йон — билдәле яҙыусы һәм режиссёр Дженни Эрпенбектың атаһы .

1945 йылда Эрпенбек Германияға әйләнеп ҡайта, 1946 йылда Германияның Социалистик берҙәм партияһына (СЕПГ) инә. 1946—1958 йылдарҙа журнала «Ваҡыт театры» (нем. Theater der Zeit) һәм «Театраль хеҙмәт» (нем. Theaterdienst) журналдарының баш мөхәррире була. Бруно Һеншель менән Henschel Verlag нәшриәтен ойоштора. 1951 йылдан ГДР Министрҙар Советының башҡарыу сәнғәте һәм музыка буйынса баш бүлегенең етәксеһе була. 1959—1962 йылдарҙа Берлиндағы Фольксбюне театрының баш драматургы булып эшләй, әҙәби ижад менән шөғөлләнә

Эрпенбек Берлинда Доротеенштадт зыяратында ерләнгән. Берлиндағы бер урамға уның исеме бирелгән.

Ғаиләһе

Әҫәрҙәре

  • Aber ich wollte nicht feige sein, рассказ, 1932
  • Musketier Peters, рассказ, 1936
  • Emigranten, роман, Москва, 1937
  • Heimkehr, повесть, 1939
  • Deutsche Schicksale, рассказы, 1939
  • Kleines Mädel im großen Krieg, рассказ, 1940
  • Gründer, роман, Москва, 1941 (т. 1)
  • Gründer, роман (т. 2-3), Берлин, 1945 и 1949
  • Lebendiges Theater, сочинения и литературная критика, 1949
  • Wilhelm Pieck. Ein Lebensbild, 1951
  • M. Linzer (Hrsg.) Aus dem Theaterleben. Aufsätze und Kritiken, 1959
  • Künstlerpension Boulanka, детективный роман, Gelbe Reihe 1964
  • Vorhang auf!, исторические рассказы, 1965
  • Tödliche Bilanz, детективный роман, 1965
  • Aus dem Hinterhalt, детективный роман, 1967
  • Nadel im Heu, детективный роман, 1968
  • Der Fall Fatima, детективный роман, 1969

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Fritz Erpenbeck. In: Richard Drews, Alfred Kantorowicz (Hg.), verboten und verbrannt. Deutsche Literatur — 12 Jahre unterdrückt, Berlin und München: Heinz Ullstein — Helmut Kindler Verlag, 1947, S. 37 f.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат