Хатам

Хатам (перс. خاتم‌کاری‎, Khatam-kari йәки (перс. خاتم‌بندی‎, khatam-bandi) — боронғо фарсы ағас инкрустацияһы техникаһы.

Хатам
фарс. خاتم
Рәсем
Административ-территориаль берәмекИран һәм Ираҡ
 Хатам Викимилектә

Башҡарылышы

Мозаиканың айырым төрө, уның нигеҙендә өсмөйөштәрҙән торған ҡатмарлы геометрик биҙәк ята, ағасҡа йәки башҡа төрлө өҫкө ерлектәргә ағастан, һөйәктән һәм металдан эшләнгән йоҡа пластиналар йәбештереү юлы менән яһала. Был рәүешле теләһә ниндәй предметты — ишек һәм рамдарҙан алып ҡумталарға һәм шариклы ручкаларға тиклем — биҙәйҙәр. Алтын, көмөш, еҙ, алюмин, баҡыр һәм ишелгән металл еп сәнғәттең был төрөндә ҡулланылған материалдар булып тора.

Тарихы

Был мозаика традицияһы Иранда боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Фарсы энциклопедияһында былай тиелә: «Был сәнғәт төрөнөң барлыҡҡа килеү осоро аныҡ билдәле түгел, ә сығанаҡтар күрһәткәнсә, легенда менән бәйле. Ҡайһы бер оҫталар һаман да хатам сәнғәте Ибраһим пәйғәмбәр мөғжизәһе менән тиңләштерелә тип иҫәпләй». Хатамдан тәүге бәләкәй өлгөләре б.э. VIII быуатына ҡараған Ҡөрьән тышлығында табыла.

Был сәнғәт төрө үҙенең иң юғары үҫешенә Сәфәүиҙәр династияһы (XVIXVII быуат) идара итеү дәүерендә өлгәшә .

Хатам сәнғәте 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң Мәҙәниәт һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарамағындағы оҫтаханаларҙа үҫешен дауам итә. Шулай уҡ шәхси мануфактуралар ҙа байтаҡ.

Иранда хатам етештереү буйынса үҙәктәре булып Исфахан, Шираз һәм Тәһран ҡалалары һанала.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат