Хафиз әд-Дин әл-Насафи

Сөғд батшалығы иран хәнәфи ғалимы, Ҡөрьәнде аңлатыусы (мөфәсир)

Әбү әл-Бәрәкәт Хафиз әд-Дин әл-Насафи (ғәр. أبو البركات النسفي‎), шулай уҡ билдәле Имам Әбү-л-Бәрҡәт ән-Нәсәфи — Сөғд батшалығы иран хәнәфи ғалимы, Ҡөрьәнде аңлатыусы (мөфәсир) һәм матуриҙиҙар теологы. Үҙенең «Тәфсир Мәдәриҡ әл-Тәнзил үә Хәҡәиҡ әл-Тәүилл» (ғәр. مدارك التنزيل وحقائق التأويل‎— «Асылыш һәм хәҡиҡәт аңлатмаһын ҡабул итеү») китабы менән билдәле.

{{{имя}}}
Дин:

ислам

Ағым:

хәнәфи мәҙһәб

Титул:

шәйех үл-ислам

Тыуыу выҡыты:

1240

Тыуған урыны:

Насаф, Мәүәрәннәһер

Үлеү ваҡыты:

1310({{padleft:1310|4|0}})

Вафат булған урыны:

Багдаде вафат булған
Изаж, Хузестан ерләнгән

Ул хәнәфи юриспруденцияһының классик осороноң күренекле эшмәкәрҙәренең береһе һәм бер үк ваҡытта хәнәфи традицияһы менән параллель рәүештә үҫешкән сөнни традицияһы матуриҙи мәктәбенең ҙур ғалимдарының береһе була. Ән-Насафи Урта Азияла ислам фәндәре өлкәһендә ҙур өлөш индерә, шулай уҡ ҙур фәнни мираҫ ҡалдырып, ислам донъяһында хәнәфи мәктәбе идеяларын һәм уның тәғлимәттәрен тарата.

Ул тәфсир, фиҡһ һәм кәләм кеүек төрлө ислам динен өйрәнеү өлкәләрендә уңышлы эшләй. Ислам фәненә ҙур өлөш индергәне өсөн уға «Хафиз әд-Дин» (Дин Һаҡсыһы) тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

Уны Абд әл-Хай әл-Лукнави, Ибн Хажар әл-Аскалани маҡтаған, ә Ибн Тагрибирди уға «Шәйех үл-Ислам» тигән маҡтаулы исем биргән[2].

Ҡайһы бер ғалимдар уны хәнәфи фиҡһы мөжтәһидтәренә ҡарата[3][4].

Исеме

Уның тулы исеме — Әбү әл-Бәрәкәт Абдуллаһ ибн Мәхмүт Хафиз әд-Дин әл-Насафи (нисба Мәүәрәннәһер (Трансоксания) Насаф ҡалаһына ебәрә; хәҙерге Үзбәкстандың көньяғындағы Ҡарша ҡалаһы)[5].

Сығышы

Уның тыуған көнө билдәһеҙ, ләкин ул Изажда (хәҙерге Ирандағы Хузестан) тыуған. Шулай уҡ ул Сөғд батшалығындағы Насафта (хәҙерге Көньяҡ Үзбәкстан һәм Көнбайыш Тажиҡстан) тыуған, тип раҫлаусы сығанаҡтар бар[6][7].

Уҡытыусылары

Уның уҡытыусылары һәм остаздары[3]:

  • Шәмс әл-Әиммә Әбү әл-Важд Мөхәммәт ибн Әбд ас-Саттар ибн Мөхәммәт әл-Имәҙи әл-Ҡарҙари (һижри 642 йылда вафат булған)
  • Хәмит әд-Дин Али ибн Мөхәммәт ибн Али әд-Дарир әр-Рамуши әл-Бохари (һижри 666 йылда вафат булған).
  • Бәҙр әд-Дин Жәүәһир-зада Мөхәммәт ибн Мәхмүт ибн Абдулкәрим (һижри 651 йылда вафат булған).

Уҡыусылары

Уның уҡыусылары[7]:

  • Мозаффар әд-Дин ибн әс-Саати, автор «Мажма әл-Бахрейн үә Мултака ән-Найирайн» (694/1294—1295 йй. вафат булған).
  • Хүсәм әд-Дин Хөсәйен ибн Али әс-Сигнаки, әл-Хидая тәфсирсеһе (714/1314—1315 йй. вафат булған).

Китаптары

Уның ҡайһы бер иң билдәле хеҙмәттәре[3]:

  • Мәдәриҡ әл-Тәнзил үә Хәҡәиҡ әт-Тәәүил (ғәр. مدارك التنزيل وحقائق التأويل‎; Восприятие откровения и истины толкования;).
  • Канз ад-Дакаик (ғәр. كنز الدقائق‎; Сокровище точности — хәнифи шәриғәт мәктәбенә ярашлы ислам хоҡуҡи күрһәтмәләре йыйылмаһынан тора[8].
  • Манар аль-Анвар фи Усул аль-Фикх (ғәр. منار الأنوار في أصول الفقه‎; Маяк проливает свет на принципы юриспруденции)[9].
  • Умдат аль-Акаид (ғәр. عمدة العقائد‎; Основной столп веры). Шиғыйҙарҙың һәм башҡа секталарҙың доктриналарын кире ҡағыусы сөнни догмаларын барлыҡҡа килтергән (ислам дине) кәләме тураһындағы трактат. 1843 йылда Лондонда инглиз шәрҡиәтсеһе Уильям Кюртон тарафынан «Умдат Акидат Ахль аль-Сунна ва аль-Джамаат» (ғәр. عمدة عقيدة أهل السنة والجماعةСтолп веры суннитов атамаһы менән нәшер ителә, ул шулай уҡ был китапҡа тәфсир яҙған һәм Әл-Итимад (ғәр. الاعتمادОпора) тип атаған.
  • Аль-Мусаффа фи аль-Манзума ан-Насафийя фи аль-Хилафийят (ғәр. المصفى في شرح المنظومة النسفية في الخلافيات‎;

Изложение дидактической поэмы ан-Насафи о расхождениях. Нәжметдин Үмәр ән-Насафиҙың «Аль-Манзума фи аль-Хилафийят» юридик мәктәптәр араһында ҡаршылыҡтар һәм айырмалар тураһындағы китабына тәфсир.

Вафаты

Ул 710 йылда Бағдадта Рабиғәл-әүүәл айында йома кис вафат булған. Хузестан менән Исфахан араһында урынлашҡан Изаж ҡалаһында ерләнгән. Ҡораши һәм Ибн Тагрибирди мәғлүмәтенә ярашлы, уның үлем датаһы һижрә 701 йыл (1301 йыл) булған[7][3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Нәжметдин Үмәр ән-Насафи
  • Борханетдин әл-Мәрғинәни

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат