Шах-Азиз Смбат Симонович

Шах-Азиз Смбат Симонович (Шахазизян) (әрм. Սմբատ Շահազիզ; 17 сентябрь 1841 йыл5 ғинуар 1908 йыл) — әрмән шағиры, публицист һәм педагог.[2]

Шах-Азиз Смбат Симонович
әрм. Սմբատ Շահազիզ
Рәсем
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
Тыуған көнө17 сентябрь 1840({{padleft:1840|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыныАштарак[d], Эчмиадзинский уезд[d], Эриванская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө5 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыныАрмянское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрөшағир
Эш урыныЛазаревтар көнсығыш телдәре институты[d]
Уҡыу йортоЛазаревтар көнсығыш телдәре институты[d]
 Шах-Азиз Смбат Симонович Викимилектә

Биографияһы

Шах-Азиз Смбат Симонович 1840 йылдың 17 сентябрендә Эриван губернаһы Эчмиадзинск өйәҙендә Аштарак ҡалаһында дин әһеле ғаиләһендә тыуа; алты баланың иң кесеһе була.

10 йәшенә тиклем — өйҙә, шунан өйәҙ мәктәбендә уҡый, һуңынан Мәскәүгә Лазарев институтына ебәрелә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң унда хәҙерге һәм классик әрмән телдәрен уҡытырға ҡалдырыла, бер үк ваҡытта үҙенең белемен артабан дауам итергә әҙерләнә. 1867 йылда ул Санкт-Петербург университетында шәрҡиәт (көнсығыш телдәре буйынса) кандидаты дәрәжәһен ала. Бынан һуң утыҙ биш йыл дауамында эшләгән Лазаревский институтында уҡытыуын — 1897 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем дауам итә.

1893 йылда ул мохтаж яҙыусылар өсөн Абовско-Назарский фонды булдыра. 1898 йылда Мәскәүҙә 1894—1896 йылдарҙа әрмәндәрҙе күпләп үлтереү (Хамидия үлтереше) һөҙөмтәһендә етем ҡалған балаларҙы тәрбиәләү буйынса комитет ойоштора. Батша Рәсәйенең әрмәндәргә ҡаршы режимы позицияһын һәм уның Төркиә дипломатияһыныъ ике йөҙлөлөгөн фашлай.

1908 йылдың 5 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була, Әрмән зыяратында ерләнә.

Ижады

Смбат студент йылдарында яҙа башлай һәм әрмән шағирҙарыы Рафаэль Патканян, Хачатур Абовян йоғонтоһо аҫтында була. 1861 йылдан «Юсис апайл» («Северное сияние», Степан Назарян нигеҙ һала) журналы менән 1864 йылда баҫманың эшмәкәрлеге туҡтатылғанға тиклем хеҙмәттәшлек итә. 1860 йылда Шах-Азиз үҙенең тәүге «Азатутян жамер» («Часы свободы») хәҙерге һәм классик әрмән телдәрендә яҙылған утыҙ өс шиғыр ингән шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.

Уның шиғри әҫәрҙәре: «Часы досуга» (1858, шиғырҙар йыйынтығы), «Скорбь Леона» (1865, поэма); прозаһы: «Голос публициста» (1881), «Воспоминания по поводу праздника Вардана» (1901), «Несколько слов моим читателям» (1903).

Хәтер

  • Ащтарактың 2-се мәктәбе Смбат Шах-Азиз исемен йөрөтә (2014 йылда асыла).
  • Уның тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан СССР-ҙа почта конверты сығарылған.[3]
  • Әрмән шағиры Шах-Азиз Смбат тураһында рус телендә беренсе монографияны Юрий Веселовский яҙа.
  • Уның әҫәрҙәрен рус теленә Ольга Чюмина, Изабелла Гриневская, Лев Уманец, Сергей Головачевский һәм башҡалар тәржемә итә.

Әҙәбиәт

  • Веселовский Ю. А. Армянский поэт Смбат Шахазиз. М., 1905.
  • Поэзия Армении с древнейших времен до наших дней, под ред. В. Я. Брюсова. М., 1916.
  • Ерканян В. С. Армянская культура в 1800—1917 гг. / Пер. с арм. К. С. Худавердяна. Ер., 1985.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат