Шуматова Елизавета Николаевна

Елизавета Николаевна Шуматова (ингл. Yelizaveta Nikolayevna Shumatova тыумыштан Авинова ингл. Avinoff; 6 октябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}), Харьков[2]30 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3] (92 йәш), Глен-Ков[d], Нью-Йорк)[6] — урыҫ сығышлы америка рәссамы, уның иң билдәле әҫәре Франклин Д. Рузвельттың тамамланмаған портреты. Сәйәсмәндәр Линдон Б.Джонсон һәм леди Бёрд Джонсондың портреттарын яҙа[7].

Шуматова Елизавета Николаевна
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө6 октябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыныХарьков, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө30 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3] (92 йәш)
Вафат булған урыныГлен-Ков[d], Нассо[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
АтаһыНиколай Александрович Авинов[d]
ӘсәһеАлександра Николаевна Лукьянович[d]
Һөнәр төрөрәссам
Эшмәкәрлек йылдары1937[4]
Жанрпортрет[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыФрик коллекцияһы[d][5], Художественная галерея Олбрайт-Нокс[d], Бостон нәфис сәнғәт музейы[d], Маленький Белый дом[d], Национальная портретная галерея[d], Гарвард художество музейы[d] һәм Художественный музей Принстонского университета[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресуFrick Art Reference Library[d]
Связанное изображение
 Шуматова Елизавета Николаевна Викимилектә

Биографияһы

Шуматова Елизавета Николаевна 3 (6) октябрь 1888 йылда Харьковта, аристократ ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа[8]. Атаһы — Авинов Николай Александрович (1844—1911), Император рус армияһының генерал-лейтенанты[9].

Өлкән ағаһы Николай өлкән ағаһы (1881—1937), финанс хоҡуғы уҡытыусыһы, 1937йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә. Марья Юрьевна Новосильцеваға өйләнгән була (1882—1975). Икенсе өлкән ағаһы Авинов Андрей Николаевич (1884—1949), күренекле рәссам һәм энтомолог. 1917 йылда Шуматова ире Лео Шуматов менән бергә АҠШ-ҡа күсенә, Октябрь революцияһынан һуң тыуған иленә ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Ире менән Лонг-Айлендта йәшәй[10]. 1928 йылда ире Шуматов Лео пляжда һыуға батып үлә.

Ижады

Шуматованың һынлы сәнғәткә ғәҙәти булмаған һәләттәре портрет сәнғәтенә алып килә, уның картиналарын Американың, Бөйөк Британияның Һәм Европаның бай ғаиләләре һатып ала башлай. Уға төрлө күренекле ғаилә вәкилдәре, шул иҫәптән Бөйөк герцог Люксембургский ғаиләһе лә заказ бирә[7]. Ул Джорджия штатындағы Уорм-Спрингста АҠШ-тың Президенты Франклин Рузвельттың портретын яҙа, был көндә, 1945 йылдың 12 апрелендә, уның мейеһенә ҡан һауа[11]. Эш ваҡытында ул уға: «Минең ҡот осҡос башым ауырта» «ингл. I have a terrific headache»[12] тей.

Мираҫы

Һуңғы йылдарҙа Нью-Йоркта, Локаст-Веллиҙа йәшәй, 1980 йылдың 30 ноябрендә Глен-Ковта 92 йәшендә вафат була[6]. Уның поместьеһында тамамланып бөтмәгән Франклин Рузвельттың портретына эскиздар табыла, улар Франклин Д.Рузвельт мираҫының Америка үҙәгенә тапшырыла[13]. Шуматованың һуңғы осорға ҡараған ҡайһы бер эштәре хәҙер Америка сәнғәтенең архивында һаҡлана[14]

Галереяһы

Б Линдон Б.Джонсон протреты, 1968

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат