Ҡарагүз (театр)

Ҡарагүз (төр. Karagöz, — ҡара күҙ), 1) төрөк күләгә театры персонажы, халыҡ юморын, аҡылын күрһәтә; 2) Төркиә күләгә театры, шул уҡ исемдәге персонаж исеменән алынған атама . XVI быуатта барлыҡҡа килгән. Был театрҙа Ҡарагүз, уның партнёры Хадживат, ҡала кешеләре, Анатолия крәҫтиәндәре, хәйләкәр дәрүиш һәм башҡалар бар. Ҡайһы ваҡытта театр тамашалары халыҡтың хөкүмәт һәм илдәге тәртиптәр менән ризаһыҙлығын да күрһәтә.

Ҡарагүз
Рәсем
Ил Төркиә[1]
ПерсонаждарKaragöz and Hacivat[d] һәм Карагёз[d]
Статус нематериального культурного наследияПредставительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1]
Тасуирлау биттәреich.unesco.org/en/RL/001…
ich.unesco.org/fr/RL/001…
ich.unesco.org/es/RL/001…
Вики-проектWikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Ҡарагүз Викимилектә
Хадживат (һул яҡта) и Ҡарагүз (уң яҡта)

«Ҡарагүз» театрының килеп сығышы

Был театрҙың килеп сығышы тураһында төрлө фекер йөрөй. Был театр боронғо Грецияла йәшәп килгән театрҙың Төрөк дәүләтендә һаҡланып ҡалған дауамы тигән фекер бар. Икенселәр иһә, Төркиәгә күләгәләр театры Мысырҙан килгән, һуңыраҡ унда төрөк донъяһы һыҙаттары барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә. «Ҡарагүз» театры 17 быуатта формалаша.Мосолман руханиҙары театр тамашаларын өнәмәй, тик күләгәләр театры йәшәүен дауам итә.Күләгәләр театры халыҡ араһында яратҡан тамаша була, уны хатта солтан һарайына йыш саҡырып алалар.

Персонаждар һәм сәхнәләге ваҡиғалар

Төп герой— ҡара күҙле хәйләкәр һәм шуҡ кеше, Петрушка йәки Полишинелгә оҡшаш халыҡ геройы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ныҡ яратыуы арҡаһында ул бер туҡтауһыҙ ҡыҙыҡ һәм ҡурҡыныс хәлдәргә тарый. «Ҡарагүз — гонаһһыҙлыҡ ҡорбаны» пьесаһы иң ҡыҙыҡ тамаша тип иҫәпләнә. Дуҫы уға үҙе юҡта ҡатынын һаҡларға ҡушып ҡалдыра, ә тегеһе Ҡарагүздең үҙен аҙҙырырға теләй.

Тамаша башында кларнет тауышы яңғырай, шунан һуң Ҡарагүздең дуҫы Хадживат һағышлы йыр йырлап килеп сыға. Пьеса ябай булһа ла, шул осорҙа йәшәгән халыҡ өсөн ул бик күңелле була. Ҡарагүздең күҙе Хадживаттың ҡатынына төшә, ә Хадживат уға һәр саҡ ҡамасаулай.

Тамашала ҡатнашҡан ҡурсаҡтар (фигуралар) буйвол йәки дөйә тиреһенән эшләнә.Уларҙы төрлө төҫтәргә буяйҙар.

Әҙәбиәт

  • Kudret, Cevdet. 2004. Karagöz. İstanbul: Yapı Kredi Yayınları. 119., Sanat, 2111. ISBN 975-08-0862-2

Георг Гоян. «2000 ЛЕТ АРМЯНСКОГО ТЕАТРА. Том первый: Театр древней Армении», Государственное издательство «Искусство», Москва 1995.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат