Һәләүек

Һәләүек рус. Селеу́к[2] — Башҡортостандағы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы[2].

Һәләүек
Рәсем
Ҡайҙа ҡояАғиҙел
ҠушылдыҡАрянла[d], Баҙйылға, Бишағас, Ҡасияҙ[d], Кәшәләк, Тоҙло (Һәләүек ҡушылдығы), Соңғорйылға, Хажиновская Шида[d], Шиҙе (Һәләүек ҡушылдығы) һәм Бирҙешле (Һеләүек ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейныВолга бассейны[d]
Бассейн майҙаны730 км²
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ93 km
Бассейн категорияһыКатегория:Бассейн Селеука[d]
Карта
 Һәләүек Викимилектә

Тасуирламаһы

Йылғаның башы Ишембай районының Этҡол ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан. Райондың Әсеялан ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта баш ала. Шул уҡ район буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға, Ураҙбай ауылы эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шәкетау микрорайоны аша үтеп, тамағынан 732 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Йылғаның оҙонлоғо 90 км. Йылға үрендә ауышлыҡ 5 м/км, түбән яғында — 2 м/км тәшкил итә. Һыуйыйғыс майҙаны 730 км². Туйыныуы ҡатнаш.

Тәбиғәте

Ландшафы үрге ағымында убалы‑арҡалы армыттарҙан тора, һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар үҫә, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡ. Был өлөшө ҡоро болондарҙан һәм төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан ғибәрәт. Бассейнының 50 %‑ын урман ҡаплаған.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Хажы Шиҙеһе, Шиҙе, Бишағас, Бәрҙешле, бөтәһе лә уң ярҙан ҡоя.

Быуалары

Совет осоронда Һәләүектә ике быуа быуылған: «III Интернационал» колхозында (Ишәй ауылы) (күләме 196 мең м³, һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны 0,10 м²) һәм Салауат Юлаев колхозында (Әптек ауылы) (күләме 175 мең м³, һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны 0,09 м²).

Этимологияһы

Телсе-ғалим Жәлил Кейекбаев Һәләүек йылғаһының атамаһының тамыры фарсы теленә барып тоташыуын белдерә һәм былай тип аңлата: «сейл» — ағым, үк- аффикс; Һәләүек — Егәнгә тау яғынан ҡушылыусы йылға (ағым), тау йылғаһы[3].Риүәйәттәрҙең береһе буйынса Һәләүек һал + ауыҡ тигән ике һүҙ ҡушымтаһынан килеп сыҡҡан. Бүгәсәү яуы осоронда Ураҙбай ауылы яғынан Һәләүек йылғаһына кәмә төшөрөп, бер кәмә алтын тейәп ағып барған саҡта, Ҡарлар (Ҡаралар) ауылына етәрәк батып юҡҡа сыҡҡан. Алтын тейәлгән кәмә һаман табылмаған әле[4]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат