Абдуллин Сөләймән Әйүп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) |
Тыуған урыны | Үтәғол, Ейәнсура районы |
Вафат булған көнө | 11 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 1928 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған.
Сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе. Бөтә ғүмерен ошо эшкә арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар быуынына башланғыс һалыусы, юл ярыусы шәхес.
Ижади юлы «Ҡаҫмарт буйы» йыры менән башланып китә. 1948 йылда Өфөгә килеп, радио аша ошо тыуған еренә арналған йырҙы башҡарып, атаһының һуғышҡа китер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын үтәй.
Лирик тенорға эйә булға көслө тауышлы егетте (микрофонһыҙ ҙа йырлай алған) Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар.
26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.
1986 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
Билдәле ғалим Рәшит Шәкүр билдәләүенсә[1]:
|
Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 2002 йылдың 11 мартында 73 йәшендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.
Репертуарында алтмыштан артыҡ халыҡ йыры була. Шулар иҫәбендә «Мәҙинәкәй», «Зәлифәкәй», «Әрме», «Буранбай», «Урал», «Һырдаръя», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Артылыш», «Шафиҡ», «Порт-Артур», «Ҡара ат», «Илсе Ғайса».
Бынан тыш Ейәнсура ерлегендә тыуған «Ҡаҫмарт буйы», «Хисам», «Ҡара сурай», «Ергәйеш» (был көйҙө уға бәләкәй сағында Ергәйеш буйҙарына емешкә йөрөгәндә әсәһе көйләй торған булған), үҙе ижад иткән «Ҡайынғабаҡ» йырҙары ла бар".
Йырҙың тарихын белеп, эстәлеген йөрәге аша үткәреп йырлауы һәр йырҙы музыкаль әҫәр итеп балҡыта. Тамашасы күңелендә танһыҡ бер моң булып уйылып ҡала.
Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов йырҙарын үҙ итә.