Занет Фёдор Иванович

шағир, яҙыусы, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, публицист.

Фёдор Иванович (Тодор) Занет (гаг. Todur Zanet, 14 июнь 1958 йыл, Молдавия ССР-ы Конгаз ауылында тыуған[1]) — гагауз шағиры, яҙыусы, драматург, тикшеренеүсе, фольклорсы, тәржемәсе, публицист. Гагауз Милли гимны авторы (22.07.1990).

Фёдор (Тодур) Занет
гаг. Todur Zanet
Исеме:

Фёдор Иванович Занет

Тыуған көнө:

14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Молдавия ССР-ы, Конгаз ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Молдова Молдова

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, драматург, журналист, публицист, тәржемәсе

Йүнәлеше:

шиғыр, проза

Жанр:

шиғыр, повесть, пьеса

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

гагауз

Наградалары:

Ҡалып:Орден «Трудовая слава» (Молдавия)

Биографияһы

1988—1994 йылдарҙа һәм 1999 йылдан башлап хәҙерге көнгә тиклем гагауз телендә сығарылған беренсе һәм берҙән-бер «Ana Sözü» гәзитенең баш мөхәррире[2]. 1993 йылдың 25 сентябренән гәзит латин графикаһында сыға.

Ижады

20-нән артыҡ йыр тексы һәм 10-дан ашыу шиғри йыйынтыҡ, проза, балалар һәм мәктәп өсөн китаптар, пьесалар авторы.

Гәзит һәм журналдарҙа 1000-дән артыҡ мәҡәлә баҫтырып сығарған; «Bucaan dalgasında» программаһында эфирға 200-ҙән артыҡ авторлыҡ программаһы сыҡҡан.

М. Эминеску[3], Г. Виеру, И. Друцэ, Г. Георгица, А. Ахматова, Л.Толстой, М. Лермонтов, А. Пушкин, М. Баджиев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен гагауз теленә тәржемә итә. Гагауз теленә тәржемә ителгән һәм Молдавия телевидениеһында яҙҙырылған Жан Расиндың «Баязид» шиғри пьесаһы Молдова Дәүләт телерадиоһының алтын фондында урын алған.

«Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларация»һын (17.12.1989) гагауз теленә тәржемә итә һәм баҫтырып сығара.

Фәнни мәҡәләләр авторы. Комрат дәүләт университеты студенттарының диплом эштәренең ғилми етәксеһе була. 2010 йылда гагауз халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» исемле ғилми хеҙмәтен баҫтыра. Был эште Молдова Республикаһы Фәндәр Академияһы филология институты һәм Әзербайжан республикаһы Милли фәндәр академияһы фольклор институты тәҡдим иткән.

Һайланма әҫәрҙәре

  • Zamanêêrsın, evim! / Иҫәнме, ата йорто!: шиғырҙар. — 1989, 1990.
  • Карымӂалык: пеетлӓр / Ҡырмыҫҡа ояһы: шиғырҙар. Гагауз телендә. Мәктәпкәсә һәм кесе уҡыу йәштәге балалар өсөн. — Кишинёв: Литература артистикэ, 1989. — 48 б. — ISBN 5-368-00845-7
  • Böcecik / Ҡояш апай: Балалар өсөн әлифба . — 1991. (Балалар баҡсаһы һәм башланғыс кластар өсөн дәреслек)
  • Akardı batıya güneş / Ҡояш көнбайышҡа табан ауып төштө: шиғырҙар. — 1993.
  • Gıcırdêêr kafamın çarkları / Баш мейеһе күсәрҙәре шығырҙай : шиғырҙар. — 1993.
  • Akar yıldız / Атылған йондоҙ : шиғырҙар йыйынтығы— 1998.
  • Dramaturgiya / пьесалар. — 2006.
  • Onnar geldilär sabaalän / Улар таң алдында килделәр: повесть. — 2008 (нәшер ителмәгән)
  • Ana Dilim / Туған тел: шиғырҙар. — Баку, 2010 (әзерб. телендә баҫылған; «Төрки донъяһы шағирҙәре») серияһы.
Пьесалары
  • Aaçlık kurbannarı / Аслыҡ ҡорбандары. — 1998.
    • // Viaţa Besarabiei. — 2006. (рум.)
    •  — Төркиә, 2009.
  • Büülü maaza / Мөғжизәле мөғәрәп. — 2004[4].
Йырҙары
  • Şen oynêêr gagauzlar
  • Yaşa, halkım! (Йәшә, халҡым!)
  • Vatan (Ватан)
  • Koy adımı… (Исемемде ҡуй)
  • Sän Çadır, gözäl Çadır (Тирмәм, гүзәл тирмәм)
  • Sana sevdam
  • Saurgun
  • Af et[5]
  • Zamanêêrsın, evim!(Иҫәнме, ата йорто!)
  • KDU (Komrat Devlet Universitetın ofiţial gimnası) (Комрат Дәүләт Университетының рәсми гимны)
  • O gecä (Шул төндә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «BAY» журналыНЫҢ әҙәби премияһы (Балкан әҙиптәре һәм мәғрифәтселәре) (1998)
  • Гагаузия миҙалдары (2000, 2009)
  • Луисвиллдың Почетлы гражданы (АҠШ, 2003)
  • Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе дипломы (2007) — «Dramaturgiya» китабы өсөн
  • Gloria Muncii ордены (22.7.2010)[6]
  • Молдова Милли китапханаһының дипломы (2010) — «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» китабы өсөн
  • 2010 йылғы (2011) Молдова яҙыусылар Союзының «Халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәр» номинацияһында әҙәби премияһы — «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» китабы өсөн
  • Шиғриәт өлкәһендә «Kibatek» әҙәби премияһы (2013)[7].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат