Абыҙгилдин Абдулла Далха улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командирҙың ат ҡараусыһы (коновод), башта кесе сержант, һуңыраҡ — гвардия ефрейторы

Абыҙгилдин Абдулла Далха улы (рус. Абезгильдин Абдулла Далхович) (1913-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, комендант взводының ат ҡараусыһы (коновод). Гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән билдәләнгән[1].

Абыҙгилдин Абдулла Далха улы
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө1913
Тыуған урыныИшмырҙа, Рәсәй
Һөнәр төрөяугир
Хәрби званиеефрейтор
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрөкавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы

Абдулла Далха улы Абыҙгилдин 1913 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Ишмырҙа ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

16-сы гвардия кавалерия дивизияһына комендант взводының ат ҡараусыһы (коновод) була[2].

Уның награда ҡағыҙында түбәндәге юлдар бар:

Комдивтың ат ҡараусыһы булып эшләүсе иптәш Абыҙгилдин Польша ҡалаларын алыу осоронда һәм Бернау, Ораниенбург, Науэн, Бранденбург ҡалалары өсөн һәм Берлин ҡалаһын ҡамау һәм алыу өсөн барған һуңғы ваҡыттағы алыштарҙа, ат составын бомбаға тотоуҙан һаҡлаусы һәм ҡотҡарыусы отделение командиры булараҡ, хәрби бурысын һәр саҡ еренә еткереп үтәне. Бынан тыш иптәш Абыҙгилдин үҙенең отделениеһы менән урмандарҙа йәшеренгән немец төркөмдәрен юҡ итеүҙә ҡатнашты.[2]

1945 йылда Абдулла Далха улы Ҡыҙыл Армия сафтарынан демобилизациялана[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

Абыҙгилдин Абдулла Далха улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7755.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары