Талха Ғиниәтуллин

яҙыусы

Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы, псевдонимы Анатолий Генатулин (20 апрель 1925 йыл — 7 ноябрь 2019 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Талха Ғиниәтуллин
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө20 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыныУраҙ, Учалы районы
Вафат булған көнө7 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр телеурыҫ теле
Һөнәр төрөяҙыусы
Уҡыу йортоА. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Талха Ғиниәтуллин

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян‑Ҡатай кантоны[1] Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, Талха Ғиниәтуллин Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала.

1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.

Әҙип 2019 йылдың 7 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды.

Китаптары

  • Рябиновая гора: Рассказы. — М.: Сов. писатель, 1969. — 2016 с.
  • Аюташ: Расказы. — М.: Россия, 1975. — 96 с.
  • Золотая моя колыбель: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1984. — 240 с.
  • Нас остается мало: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1988.
  • Вот кончится война: Повести, рассказы. — М.: Правда, 1988. — 464 с.
  • Тыуған йорт тупһаһында: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1994. — 224 б.
  • Нимә унда тау артында: Хикәйәләр, повестар. — Өфө, Китап, 1997. — 480 б.
  • Загон: Роман, повесть, рассказы. — Уфа, Китап, 2004. — 352 с.
  • Вот кончится война: Повести. — М.: Терра — книжный клуб, 2005. — 400 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Тормошо һәм ижады тураһында

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары